Туҡаев Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы

Туҡаев Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы (14 ғинуар 1862 йыл — 1932 йыл) — ахун, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы, башҡорт[1][2][3].

Мухамедшакир Мухамедхарисович Тукаев

3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы, 1910 й.
Тыуған:

14 ғинуар 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы) Стәрлебаш ауылы

Вафат:

1932({{padleft:1932|4|0}})

Вафат урыны:

Ырымбур

Гражданлығы:

 Рәсәй империяһы

Дине:

ислам

Эшмәкәрлек төрө:

ахун, Өфө губернаһынан 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһы депутаты

Автограф

 Мухамедшакир Мухамедхарисович Тукаев Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы Туҡаев Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡалҡаш улусы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы) Стәрлебаш ауылында тыуа. Туҡаевтар нәҫеленән, ишандар, имамдар һәм мөҙәристәр династияһы заты. Ырыуға нигеҙ һалыусы тип Ниғмәтулла бин Биктимер бин Туҡай бин ас-Слаучи һанала (1772—1844)[4].

Дини белемде Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ала[5]. Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлай. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Ер биләүсе (360 дисәтинә.).

1887 йылда ауыл һайлау съезына вәкил итеп һайлана, был съездың рәйесе була.

Артабан Стәрлетамаҡ өйәҙенең земство йыйылышы ағзаһы (1887—1890), Өфө губерна статистика комитеты ағзаһы (1898—1901) һәм Өфө губерна музей комитеты ағзаһы итеп һайлана.

Иген уңмаған 1892 һәм 1897 йылдарҙа аҙыҡ-түлек буйынса ышаныслы вәкил итеп һайлана.

1899 йылда төрки телендә уның «Стәрлебаш ауылы тарихы» тигән мәҡәләһе баҫылып сыға[6].

1905 йылдың апрелендә Өфөлә мосолман руханиҙары съезы рәисе була, был съезда Ырымбур округы мосолмандары өсөн мосолман руханиҙары йыйылышының дини автономияһы концепциялы петиция ҡабул ителә, уның нигеҙендә уларҙың дини эштәренә дәүләттең ҡыҫылмауы һәм дини идараны либералләштереү идеяһы ята[3].

 
II Дума депутаты, 1907

Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 2-се (1907) һәм 3-сө (1907—1912) саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы итеп һайлана. Мосолман фракцияһына инә. 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланыуға тауышҡа ҡуйыла, ләкин Стәрлетамаҡ өйәҙе буйынса «сит милләтле улус йыйылыштарынан» һайлауҙы юҡҡа сығарыу сәбәпле унда эләкмәй[3]. Икенсе версия буйынса, һайлауҙы өҙөү өсөн Өфө губернаһы губернаторы П. Башилов тарафынан күрелгән саралар һөҙөмтәһендә депутат итеп һайланмай[7].

1914 йылдың июнендә Санкт-Петербургта үткән бөтә Рәсәй мосолмандары съезы делегаты[3].

1921 йылда Ырымбурға күсә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Члены государственной думы (портреты и биографии) Второй созыв 1907—1912 г. Бойович М. М. Издание т-ва Сытина Москва 1907
  2. Государственная дума III созыв- 3-я сессия. Справочник. Составлен приставской частью Государственной Думы. С.-Петербург. Государственная типография. 1910
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Представители Народа: Мухамет-Шакир Тукаев 2017 йыл 20 апрель архивланған.
  4. А. Хабутдинов. Бухарское образовательное влияние на татарскую элиту в XVIII—XIX вв.
  5. Статья «Медресе в дер. Стерлибаш» в Энциклопедии Башкортостан(недоступная ссылка)
  6. Тукаев М. Ш. Тарихи Стэрлебаш. Казан, 1899
  7. Аҙнағолов В. Г., Хәмитова З. Г. Башҡортостанда Парламентаризм: тарих һәм хәҙерге заман. — Өфө: ГРИ «Башҡортостан», 2005. — Т. 1. — С. 22. — 304 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә