Сретенский Леонид Николаевич

Леонид Николаевич Сретенский (14 (27) февраль 1902, Мәскәү[1]8 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (71 йәш), Мәскәү, РСФСР, СССР[1]) — совет механигы һәм математигы,СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

Сретенский Леонид Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 14 (27) февраль 1902
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 8 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (71 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө математик, механик, физик
Эшмәкәрлек төрө дифференциаль геометрия һәм топология[d] һәм механика
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Дмитрий Фёдорович Егоров[d]
Аспиранттар Свешникова, Елена Ивановна[d], B. K. Kabalevskii[d][2], P. L. Smirnov[d][2], P. I. Tsoi[d][2] һәм S. V. Nesterov[d][2]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Вики-проект Проект:Математика[d]

Ҡыҫҡаса биографияһы

үҙгәртергә

Реаль училищела урта белем ала. 1919 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм уны 1923 йылда тамамлай. 1925 йылда математика һәм механика ғилми-тикшеренеү институты аспирантураһына уҡырға инә. Фәнни етәкселәре Д. Ф. Егоров һәм С. А. Чаплыгин була. 1929 йылда «Уравнения Вольтерра в плоскости комплексного переменного» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1923 йылдан — Мәскәү химия-технология институтының теоретик механика кафедраһында өлкән ассистент, һуңынан 1930 йылдан 1934 йылға тиклем — Гидрометеорология институтының математика кафедраһы доценты (1944 йылға тиклем Мәскәүҙә урынлашҡан була), 1931—1941 йылдарҙа — Аэрогидродинамика институтының теоретик бүлегенең өлкән инженеры, ә 1934 йылдан 1973 йылға тиклем — МДУ-ның механика-математика факультетында гидродинамика кафедраһы профессоры[3].

1936 йылда физика-математика фәндәре буйынса доктор дәрәжәһе ала, ә 1939 йылда СССР Фәндәр академияһының техник фәндәр бүлеге буйынса ағза-корреспонденты була[4].

Уҡытыусы эшмәкәрлеге менән бер рәттән фәнни-ойоштороу эштәре менән шөғөлләнә: СССР Фәндәр академияһының теоретик геоэкология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре (1941—1945); СССР Фәндәр академияһының диңгеҙ гидрофизикаһы институтының тулҡындар һәм ағымдар теорияһы лабораторияһы мөдире (1951—1962). 1953 йылда Мәскәү математик йәмғиәтенең вице-президенты булып китә.

Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса СССР Милли комитетының тәүге составына инә (1956).

Йөрәк сиренән ҡапыл вафат була. Новодевичье зыяратының колумбарийында ерләнгән.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

үҙгәртергә

Л. Н. Сретенскийҙың тәүге хеҙмәттәре дифференциаль геометрияға арналған. Тик төп хеҙмәттәре шыйыҡсаның тулҡын хәрәкәте теорияһына арналған: һыу күтәрелеү тулҡындары теорияһының, сикле амплитудалы тулҡындарҙың, карап тулҡындарының, һауыттарҙа шыйыҡлыҡтар тирбәлеүенең төрлө мәсьәләләрен өйрәнеү. Был өлкәләрҙә ул үҙ осороноң иң ҙур белгестәренең береһе була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

- Ике Ленин ордены (1953; 1972)

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)

- миҙалдар

Библиография

үҙгәртергә
  • О волнах на поверхности раздела двух жидкостей с применением к явлению «мертвой воды // Геофизика. — 1934. — Т. 4. — № 3. — С. 332—370.
  • «Теория волновых движений жидкости» (М., ОНТИ, 1936; 2-е изд. М., Наука, 1977 — содержит полный список опубликованных работ Л. Н. Сретенского)
  • О фигурах равновесия // Успехи математических наук (1938)
  • «Теория ньютоновского потенциала» (М., Гостехиздат, 1946)[5]
  • Теория приливов долгого периода // Известия АН СССР. Серия географическая и геофизическая. — 1947. — Т. 11. — № 3.[6]
  • Движение гироскопа Горячева—Чаплыгина // Известия АН СССР. Отдел. технических наук. — 1953. — № 1. — С. 109—119.[6]
  • Пространственная задача об установившихся волнах конечной амплитуды // Вестник Московского ун-та/ Серии физ.-мат. и естеств. наук. — 1954. — № 5.[6]
  • «Динамическая теория приливов» (М., Наука, 1987)[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Сретенский Леонид Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  3. Позже она стала называться кафедрой гидромеханики.
  4. Одновременно с ним стал академиком профессор этой же кафедры Н. Е. Кочин
  5. 5,0 5,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ЖУМ төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. 6,0 6,1 6,2 Сретенский, Леонид Николаевич // Большая русская биографическая энциклопедия (электронное издание). — Версия 3.0. — М.: Бизнессофт, ИДДК, 2007.
  • Колягин Ю. М., Саввина О. А. Дмитрий Федорович Егоров: Путь ученого и христианина. — М.: ПСТГУ, 2010. — 302 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7429-0611-7.
  • Первый состав Российского национального комитета по теоретической и прикладной механике / Сост. А. Н. Богданов, Г. К. Михайлов. — М.: «КДУ», «Университетская книга», 2018. — 70 с. — ISBN 978-5-91304-805-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә