Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән балыҡтар исемлеге
Исемлектә 2014 йылда Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән бөтә балыҡ төрҙәре күрһәтелгән. Таблицалағы РБҠк, МСОПҠи, РФҠк колонкалары төрҙөң Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китаптарындағы, МСОП-тың Ҡыҙыл исемлегендәге статусын күрһәтә.
Статус күрһәтелмәгән осраҡтарҙа тейешле урын буш ҡалдырылған. Бөтә төрҙәр ҙә Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡыҙыл китаптарында 6 категорияға бүленгән. МСОП-тың Ҡыҙыл исемлегендә категориялар 9.
Категориялар түбәндәгесә билдәләнә:
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы[1]:
|
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы:
|
МСОП-тың Ҡыҙыл исемлеге[2]:
|
Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән балыҡтар барлығы 7 төр, шуларҙың 2-һе мәрсен һымаҡтарҙан, һөмбәш һымаҡтар отряды вәкилдәре — 3 һәм сазан һымаҡтар менән үгеҙ балыҡ һымаҡтарҙан берәр вәкил.
Юҡҡа сығыусы төрҙәр (I) категорияһына ябай ҡыҙылбалыҡ индерелгән.
Аҫтағы исемлектә таксондар теҙмәһе Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабындағы тәртипкә тура килә.
Һуңғы колонканың аҙағында Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (МСОП) сайтында шәхси биттәр һылтанмаһы бирелгән[2].
Төп исемлеге
үҙгәртергә№ | Латинса атамаһы | Урыҫса атамаһы һәм ҡылыҡһырлама | Һүрәттәре | РБҠк | РФ Ҡк | МСОП |
---|---|---|---|---|---|---|
Brandt et Ratzeburg, 1833 |
Мәрсен, бикре (рус. осетр) — мәрсен һымаҡтар отряды, мәрсендәр ғәиләһенә ҡараған балыҡ. Ҡара диңгеҙ, Каспий һәм Азов диңгеҙҙәре бассейнында тереклек итә. Ҙур тиҙлектә (катастрофически) һаны кәмей бара. XX быуат башында республиканың бөтә ҙур йылғаларында ла тереклек иткән[1]. | |||||
Linnaeus, 1758 |
Уҡбалыҡ (рус. Стерлядь) — мәрсен һымаҡтар отряды, мәрсендәр ғәиләһенә ҡараған балыҡ. Ҡара диңгеҙ, Каспий, Азов, Балтик һәм Төньяҡ боҙло океан диңгеҙҙәре (көнсығышта Йәнәсәйгә тиклем) бассейнында тереклек итә. Башҡортостандың Ағиҙел йылғаһы (Мәләүезгә тиклем) һәм уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел, Дим, Эҫем, Өршәк йылғаларында йәшәй[1]. | |||||
Pallas, 1773 |
Ҡыҙыл балыҡ (рус. Обыкновенный таймень) — һөмбаш балыҡтар ғаиләһенә ҡараған төр лососеобразных.Себерҙең күп кенә ҙур йылға һәм ҡайһы бер күлдәрендә тереклек итә. Башҡортостанда Ағиҙел һәм Нөгөш йылғаларының таулы өлөшөндә, Еҫем, Инйәр, Еҙем, Оло Ҡотҡор, Егән, Мәндем, Оло һәм Кесе Шешәнәк, Рәз, Баҫыу, Ҡорт, Оло Ҡурғаш, Һәләүек, Рәүҙәк йылғаларында һирәк ҡалған[1]. | |||||
Linnaeus, 1758 |
Бағыр (рус. Ручьевая форель) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ төрө. Европанан Уралға һәм Урта Азияға тиклем таралған. Башҡортостанда Кесе һәм Оло Ҡыҙыл, Йәнгел, Ыҡ, Бетерә, Егән, Мәндем, Еҙем, Наяҙы, Үҙән, Соран, Һүренйәк (Белорет районындағы йылға), Көтөм, Кошелевка, Кесе Һүрәм, Ямашлы, Оло һәм Кесе Инәк, Бирҙәш, Әкәүәҙ, Липовка, Яманйылға, Һыу-яҡты йлғаларында тереклек итә[1]. | |||||
Linnaeus, 1758 |
Европа бәрҙеhе (рус. Европейский хариус) — Һөмбаш һымаҡтар отрядына лососеобразных ҡараған бәрҙеләрҙең бер төрө . Европнан Уралға тиклем таралған. Рәсәйҙә Аҡ динҙеҙ һәм Балтик диңгеҙе бассейнында тереклек итә (Днепр бассейнында, Ҡырымда, Кавказда осрамай). Башҡортостандың Ағиҙел йылғаһы, Нөгөш, Ҡариҙел, Урал йылғалары бассейнында тереклек итә.Һаҡмар, Ҙур һәм Кесе Ҡыҙыл, Инйәр, Еҙем, Әй, Ҙур Ыҡ, Нур, Тирлән, Кесе Нөгөш, Миндәк, Уй, Йүрүҙән һәм башҡа бәләкәй йылғаларҙа осрай[1]. | |||||
Berg, 1924) |
Шаршы күкене (рус. Русская быстрянка) — һаҙан (сазан) һымаҡтарҙың бер төрө. Франциянан Уралға тиклем таралған. Башҡортостанда Ағиҙел, Нөгөш, Еҙем, Инйәр, Ҙур Инйәр, Эҫем, Ләмәҙ, Өршәк,Ҡариҙел, Йүрүҙән, Ыҡ, Ашкаҙар йылғаларында һәм уларҙың ҡушылдыҡтарында тереклек итә. Һаҡмар һәм Яйыҡ һыуҙарында осрай[1]. | |||||
Linnaeus, 1758 |
Зөгәй (рус. Обыкновенный подкаменщик) — үгеҙ балыҡтар төрөнә керә. Пиреней ярымутрауынан Уралға тиклем , Рәсәйҙең бөтә Европа өлөшөндәге (Кольск ярымутрауынан башҡа) йылға һәм күлдәрҙә, Көнбайыш Себерҙең Иртыш һәм Катунь йылғалары бассейнында йәшәй. Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы буйлап үренән Мәләүез ҡалаһына тиклем, Ағиҙелдең ҡушылдыҡтарында, Кесе Инйәрҙең үрге ағымында осрай. Һирәкләп Йүрүҙәндә күренә. Ҡариҙелдә һәм уның ҡушылдыҡтарында тереклек итә[1]. |
Хайуандар доньяһы обьекттарының тәбиғи мөхит торошона бәйле айырым иғтибарға мохтаж таксондары исемлеге
үҙгәртергә№ | Латинса атамаһы | Урыҫса атамаһы һәм ҡылыҡһырлама | Һүрәте | РФ Ҡк | МСОП |
---|---|---|---|---|---|
Poljakow, 1874 |
Яҡтыкүл алабалығы (урыҫ. Сиг озера Банное) — һөмбаш балыҡтар (Salmonidae) ғаиләһендәге балыҡ төрө. Төп популяцияһы (Маточное стадо) Яктыкүлдә генә тереклек итә; Балыҡ үрсетеү маҡсатында ғына файҙаланыла.[1]. | ||||
Linnaeus, 1758 |
Күкйөн (Урыҫ. синец) — ҡорман балыҡтар ғаиләһенә ҡараған төр. Башҡортостанда һирәк. Ағиҙел йылғаһында һәм түбәнге ағымындағы һыубаҫар күлдәрҙә тереклек итә (Охлёбнино ауылына тиклем). Дим йылғаһында табылған. | ||||
Kessler, 1859 |
Энәле балыҡ (урыҫ. Малая южная колюшка) — нурҡанатлы балыҡтарҙың (Actinopterygii) энәле балыҡтар ғәиләһенең (Gasterosteidae) бер төрө. Яҡтыкүлдә тереклек итә[1]. | ||||
Eichwald, 1831 |
Ҡара диңгеҙ орсоғо (урыҫ. Черноморская игла) — нурҡанатлы балыҡтарҙың (Actinopterygii) энәле балыҡтар ғәиләһенең (Gasterosteidae) бер төрө. Асылыкүлгә осраҡлы барып эләккән. Түбәнге Кама һыуһаҡлағысының Ағиҙел бүлексәһендә осрай[1].. | ||||
Gmelin, 1788 |
Берш (урыҫ. Берш) — нурҡанатлы балыҡтарҙың алабуға һымаҡтар отрядынан, алабуғалар ғәиләһенән (Percidae) бер төр. Башҡортостанда ул Ағиҙелдең түбәнге ағымында осрай. Унда берш Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы аша килеп инә. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Уфа: Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.
- ↑ 2,0 2,1 КРАСНАЯ КНИГА МСОП (версия 3.1.) . Красная книга Южного Урала. Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 4 май 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Красная книга Республики Башкортостан: в 2 т. Т. 2: Животные. — Информреклама, 2014. — 244 с. — ISBN 978-5-904555-77-1.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- КРАСНАЯ КНИГА МСОП (версия 3.1.) . Красная книга Южного Урала. Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 4 май 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.