Синельников Пётр Степанович

Синельников Петр Степанович (22 июнь 1921 йыл — 1985 йылға тиклем) — совет сәйәси эшмәкәре, КССР Коммунистик партияһы Рузаевский район комитетының беренсе секретары[1]. Социалистик Хеҙмәт Геройы[2].

Синельников Пётр Степанович
рус. Синельников, Пётр Степанович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 22 июнь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Воронцовка[d], Павловский уезд[d], Воронеж губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 15 май 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Күксәтау, Ҡаҙағстан
Туған тел урыҫ теле
Уҡыу йорто КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Майор
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Синельников Петр Степанович 1921 йылдың 22 июнендә Воронеж губернаһы Воронцовка ауылында тыуа. 1938 йылда Павловка педагогия училищеһын тамамлай, ярты йыл Воронеж өлкәһе Бутурлинский районының Гвазда ауылында ете йыллыҡ мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй[3][4]. 1939 йылдың ғинуарынан ВЛКСМ-дың Воронцов район район комитетының пропаганда буйынса секретары урынбаҫары була.

1939 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[5][2]. 1942 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2]. «Кавказды обороналаған өсөн» һәм «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[5]. НКВД-ның Эске ғәскәрҙәренең 22-се дивизияһында хеҙмәт итә[2]. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Грозный ҡалаһында полк комсоргы һәм парторгы булып хеҙмәтен дауам итә[2]. 1946 йылдың авгусында майор дәрәжәһендә запасҡа сығарыла[2][5].

Краснодар крайының Лабинск ҡалаһына күсенә. 1946—1948 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Лабинск район комитеты секретары, ә 1948—1950 йылдарҙа Лабинск район партия комитетының икенсе секретары[3]. 1950—1951 йылдарҙа — Краснодар крайының Яңы Титаровский партия район комитетының беренсе секретары[3].

1951—1954 йылдарҙа Мәскәүҙә ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбендә юғары белем ала. Партшкола тамамлағандан һуң Ҡаҙаҡ ССР-ына партия эшенә ебәрелә[2]. 1955—1960 йылдарҙа КССР Коммунистар партияһының Күксәтау өлкәһе Рузаевский районы комитетында беренсе секретарь була, «сиҙәм күтәрә»[2]. Был районда 395 мең гектар дала һөрөлә һәм 1956 йылда сәсеү майҙанын 1953 йыл менән сағыштырғанда 6,5 тапҡырға арттырыу мөмк инлеген бирә[4]. Сәсеүлек майҙанының киңәйеүе етештереүҙе арттырыуға килтерә. 1955 йылда райондың колхоз һәм совхоздары дәүләткә 8,5 миллион бот иген тапшыра, 1956 йылда был күләм 33 миллион ботҡа етә[4]. СССР Юғары Советы президиумының 1957 йылдың 11 ғинуарындағы Указына ярашлы, «сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙәге айырыуса ҙур уңыштары, юғары уңыш алған өсөн» П. С. Синельников Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла[6].

1960 йылда Күксәтау ҡалаһына күсә. Бында 1960—1963 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ы дәүләт контроленең Күксәтау өлкәһе буйынса төркөмө менән етәкселек итә[3]. 1963 йылда Күксәтау Өлкә комитетын һәм өлкә башҡарма комитетында дәүләт контроле инструкторы вазифаһын биләй[3], Күксәтау өлкәһе халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары була[4].

1985 йылда вафат була, вафат булыу датаһы аныҡ билдәле түгел[2].

Наградалары

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рузаевский сельский округ 2021 йыл 22 октябрь архивланған.. // Нас взрастила целина. — Астана: Аударма, 2004. С. 12-15.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 Синельников Пётр Степанович. warheroes.ru. Дата обращения: 22 октябрь 2021.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Первые руководители Северо-Казахстанской области и районов. Справочно-библиографическое издание. — Петропавловск, 2010. ISBN 978-601-06-0531-2. С. 31, 270.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Герои труда — североказахстанцы 2021 йыл 23 октябрь архивланған.. / Справочно-биографическое издание. — Петропавловск, 2012. ISBN 978-601-7247-32-1. С. 116.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 По данным базы данных Министерства обороны РФ «Память народа»
  6. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 11 января 1957 года «О присвоении звания Героя Социалистического Труда работникам совхозов, машинно-тракторных станций, колхозникам, партийным и советским работникам Казахской ССР за особо выдающиеся успехи, достигнутые в работе по освоению целинных и залежных земель, и получение высокого урожая» // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик. — № 2 (869). — 23.01.1957. — Ст. 37. — С. 40—45.