Педро Сингоне (исп. Pedro Zingone, 1899 йыл, Монтевидео — вафат булыу датаһы билдәһеҙ) — Уругвай футболсыһы, ярымһаҡсы. 1924 йылда Уругвай йыйылма командаһы составында Олимпия чемпионы, 1923, 1924 йылдарҙа Көньяҡ Америка чемпионы була. Һуңғы уйында төп команда составында сығыш яһай. йылда ойошторолҡандан алып

Футбол
Педро Сингоне
Информация
Тыуа 1899[1]
Монтевидео, Уругвай
Вафат билдәһеҙ
Монтевидео, Уругвай
Гражданлығы Уругвай Уругвай
Карьера
Клуб карьераһы*
1918—1931 Уругвай Лито ? (?)
Йыйылма командаһы**
1923—1924 Уругвай Уругвай 4 (1)
Халыҡ-ара миҙалдары
Олимпия уйындары
Алтын Париж 1924 футбол
Көньяҡ Америка чемпионаты
Алтын Монтевидео 1923
Алтын Монтевидео 1924

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

БиографияһыҮҙгәртергә

Педро Сингоне биографияһы тураһында аҙ билдәле. Ул «Лито» (es:Centro Atlético Lito) командаһының — Уругвай чемпионаттарының һәүәҫкәрҙәр дәүерендәге ярайһы ныҡлы коллективының ярымһаҡсыһы була. Лито Уругвай йыйылма командаһына Хосе Насасси, Кастро Эктор һәм Педро Сеа кеүек йондоҙҙарҙы бирә. Был командала, ул 1918 йылда ойошторолғандан алып ярымһаҡсы булып Педро Сингоне уйнай. 1923—1924 йылдарҙа Сингоне Уругвай командаһы өсөн сығыш яһай. Уның өсөн дүрт уйын үткәрә, өс эре халыҡ-ара турнирҙа еңә. 1923 йылда команда Көньяҡ Америка чемпионатында еңгәндә ул резервта була. 1924 йылда Парижда үткән Олимпиада ла шул уҡ статусын һаҡлай.

Тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡас, Уругвайҙа Парагвай инфраструктураһы талаптарына тап килмәгән Көньяҡ Америка чемпионаты урынына икенсеһен үткәрергә ҡарар итәләр. Был турнирҙа Сингоне төп состав уйынсыһы була. Ул йыйылма команда өсөн өс уйынды ла үткәрә, хатта Чили йыйылма командаһы ҡапҡаһына гол индерә.

«Лили» футбол клубы 1932 йылда профессионализм талаптары индерелеү менән эшмәкәрлеген туҡтата, ә 1929 йылдан Уругвай чемпионатының икенсе дивизионында сығыш яһай. Педро Сингоненың артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

ТитулдарыҮҙгәртергә

СтатистикаҮҙгәртергә

Йәмғеһе: 4 матч / 1 гол; 2 еңеү, 1 тигеҙ иҫәп, 1 еңелеү.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  1. https://www.national-football-teams.com/player/52689.html