Серге (Ҡариҙел ҡушылдығы)

Серге (рус. Серга) — Рәсәйҙәге йылға. Свердловск өлкәһе буйлап аға, Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы (йылға бассейны — Кама). Коновалов ҡырласы итәгендә, Моховое Болото туғайында баш ала[1].

Серге
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Ҡариҙел
Ҡушылдыҡ Барҙым, Цывиха, Куба, Козя, Оло Әтек, Громотуха һәм Демид
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 2170 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Оҙонлоҡ 113 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Серги (притока Уфы)[d]
Карта

Оҙонлоғо 113 км, бассейн майҙаны 2170 км2[1]. Тау йылғаһы, тәрәнлеге ҙур түгел — 0,5-1 метр, ҡаялар янында 10-15 метрға тиклем етә. Быуылған урындарҙа киңлеге 8-10 метрҙан 20-30 метрға тиклем йәйелә. Ағым тиҙлеге 0,3-0,5 м/с. 800 метрҙан артмаған үҙәненең 3 кимәл террасаһы бар: һыу кимәле өҫтөнән 3-5 м, 12-14 метр һәм 25 метр. Эргә-тирәһендәге территория кеүек үк, уға карст рельефы ла хас. Йылғала бер нисә элекке завод быуаһы урынлашҡан: хәҙер Үрге Серге, Түбәнге Серге тип аталған быуалар һәм Михайловка һыуһаҡлағысы.

Ҡушылдыҡтары

үҙгәртергә
 
Ағиҙел бассейны

Һыу туризмы

үҙгәртергә

Һыу туризмы өсөн ҡатмарлылыҡ категорияһы — II. Апрель аҙағынан сентябргә тиклем (яҙғы ташҡын ваҡытынан) кәмәлә йөҙөп төшөп була. Йәйгеһен йылға ныҡ һайыға. Кәмәселәрҙең ғәҙәти маршруты: Түбәнге Серге ҡалаһынан Араҡай ауылына тиклем (тимер юл менән йылға киҫешкән урын) йәки Михайловскиға тиклем. Кәмә менән төшөүселәр Болан шишмәһе тәбиғәт паркы биләмәһе буйлап үтә, күп ҡая һәм мәмерйәләр, ҡаршылыҡтар осрай. Михайловскиға тиклем маршруттың оҙонлоғо 50 саҡрым самаһы.

Тәбиғәте

үҙгәртергә

Йылғала суртан, бәрҙе, ажау, алабуға, сабаҡ, ташбаш үрсей. Йылға үҙәненең үҫемлектәр донъяһы тайга һәм урман-дала сифаттарын үҙ эсенә ала, ылыҫлы (башлыса ҡара һәм аҡ шыршы), шулай уҡ киң япраҡлы: саған, ҡарама һәм йүкә) урмандар үҫә, үҙәндәр буйлап Түбәнге Сергегә тиклем барып етә торған реликт далалар китә. Эзбизташ ҡаяларҙы шулай уҡ даланыҡына әйләнгән үҫемлектәр ҡаплаған. Уларҙың составында реликт үҫемлектәр күп. XX быуат башына тулыһынса юҡҡа сыҡҡан, әммә 70-се йылдар аҙағынан башлап яңынан күпләп үрсеп киткән ҡондоҙҙарҙы билдәләп була. Серге ҡушылдыҡтары буйлап урындағы гидрологик режимды үҙгәртеп, ҡондоҙҙар үҙ быуаларын һала. Орнитофауна төрлө, шул иҫәптән селән һәм өйрәктәр үрсей.

Тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Башҡортостан Республикаһы топонимдары һүҙлеге» Ҡариҙел йылғаһының был ҡушылдығы атамаһын башҡорт телендәге серге һүҙенән алынған тип аңлата[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Серга.
  2. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 175-се бит. — ISBN 5-295-03192-6
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 814 бит. - ISBN 5-200-01108-6
  • Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2002. — 175-се бит. — ISBN 5-295-03192-6

Һылтанмалар

үҙгәртергә