Оленьи Ручьи

Свердловск өлкәһенең Түбәнге Һырға районы муниципаль районында, Екатеринбургтан 100 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан тәбиғәт паркы.
(Болан шишмәһе битенән йүнәлтелде)

Оленьи Ручьи (Болан шишмәһе) тәбиғәт паркыСвердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районы муниципаль районында, Екатеринбургтан 100 км көньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан тәбиғәт паркы. 1999 йылдың 29 октябренән Урта Урал тау һыҙатында һәм һәм өс тау тау алды сигендә тәбиғәт ландшафттарын һәм тарихи-мәҙәни объекттарҙы һаҡлау, шулай уҡ халыҡтың ялын ойоштороу һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында асыла.

Оленьи Ручьи
Вид на реку Серга
Вид на реку Серга
Төп мәғлүмәт
Майҙаны127 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты29 октябрь 1999 йыл 
Урынлашыуы
56°31′ с. ш. 59°15′ в. д.HGЯO
РФ субъектыСвердловск өлкәһе
Яҡындағы ҡалаТүбәнге Серге 

olen.ur.ru
Рәсәй
Точка
Оленьи Ручьи
Свердловск өлкәһе
Точка
Оленьи Ручьи
Файл:Olenjiruchi.gif
 Оленьи Ручьи Викимилектә

Парк Серге йылғаһының түбәнге ағымында, Түбәнге Серге һәм Араҡай ҡасабаһы араһында урынлашҡан. Парк майҙаны 127 км2 тәшкил итә. Төньяҡтан көньяҡҡа йәйәү — 2 көндә, көнбайыштан көнсығышҡа ярты көндә үтеп була..

Тәбиғәт паркын ике ландшафт зонаһы — Урал тау тайгаһы һәм Красноуфимск урманлы дала сиктәрендә ойоштороу зарурлығын — беренсе тапҡыр 1963 йылда «Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында физика-географик характеристикаһы һәм был территорияның тәбиғәтте һаҡлауҙың ҡайһы бер мәсьәләләре» (Колесников Б.П. редакцияһы аҫтында ) тигән монографиянда фәнни яҡтан В,И. Прокаев нигеҙләнгән.

Йәмәғәт башланғыстарында парк 1970 йылдар уртаһында төҙөлә. Урал дәүләт университеты ҡарамағында А. В. Добров етәкселегендәге булдырылған энтузиастар төркөмө тәбиғәтте һаҡлау буйынса берлектә ҙур биләмәне тикшереү эшен башлай.

Туристик һуҡмаҡ билдәләре ҡуйыла, тау битләүҙәрендә төшөү урындарын эрозиянан һаҡлау өсөн ҡулайламалар, приюттар төҙөлә.

Боронғо палеолит кеше эҙҙәре табылған. Исеме һәм эмблемаһы итеп яҡынса 3000 йыл элек Серге йылғаһы буйындағы ҡаяла охра менән эшләнгән «Ҡыҙыл боландың».һүрәте алына.

Географияһы

үҙгәртергә
 
Иртә көҙ мәлендә ҡаянан Серге йылғаһына күренештәрҙән береһе

Тиҫтәләгән һәм йөҙҙәрсә миллион йыл элек палеозой диңгеҙенең төбөндә ҡалын эзбизташ ҡатлам тупланыуы, мезозой башында тау һырттарының күтәрелеүе һәм артабан эзбизташтарҙың эрозияһы, тауҙарҙың ашалыуы күп мәмерйәләр, йылға ярҙары буйлап ғәжәйеп формалағы ҡаялар, соҡорҙар, карст упҡындары барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған.

Шулай уҡ, реликт үҫемлектәрҙең күп булыуы боронғо замандарҙа климаттың үҙгәреүҙәре һәм шуға ярашлы үҫемлектәр япмаһының алмашыныуҙары тураһында һөйләй.

Археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә һуңғы мең йылдар дауамында парк биләмәләрендә хайуандар донъяһының эволюцияһы һәм 14 мең йылдар төпкөлөнә киткән кеше тарихы асыла.

Флора һәм фауна

үҙгәртергә
 
Пост һуҡмағы буйында үҫемлектәр япмаһы

Урындағы ландшафт шарттарының төрлөлөгө һәм Серге йылғаһының үҙәне сиктәш булыуы уның түбәнге ағымында хайуан һәм үҫемлектәрҙең бик ныҡ төрлөлөгөн тәьмин итә.

Флораға килгәндә, бында тайга һәм урманлы дала осраша. Барҙы һыртының көнбайыш битләүендә саған, ҡарама һәм йүкә, шыршы һәм аҡ шыршы менән аралашып килә.Ә реликт далаларҙың ҡалдыҡтары уйым-уйым булып Серге үҙәне буйлап төньяҡҡа ҡарай Түбәнге Сергеға тиклем өҫкә табан үрләйҙәр.

Шулай уҡ, был паркта бик күп реликт үҫемлектәр осрай. Паркта Ҙур упҡын (Большой провал) тигән тәрән соҡор бар.Упҡындың таш диуарҙары емерелеп, унда алып төшә торған баҫҡыстар яртылаш емерелгән. Шуға һәм эргәһендәге үҫемлектәр япмаһын тапалыуҙан һаҡлау өсөн металл сылбырҙар менән кәртәләп ҡуйылған.

Һөтимәрҙәрҙән бында мышы, туғырлама (тайга төрө), ҡабан, илек, алйырҙан, көҙән (урманлы дала төрҙәре) тереклек итә.

Айырыуса ҡондоҙҙар тураһында әйтеп китергә кәрәк. XX быуаттың 20-се йылдарына бында ҡондоҙҙар тулыһынса юҡҡа сығарылған. Әммә 70-се йылдар аҙағынан башлап ҡондоҙ яңынан күренә башлайҙар Хәҙер Серге йылғаһының ярҙары буйлап бөтә ерҙә ҡондоҙ эҙҙәре һәм улар кимергән ағас төпһәләре күрергә мөмкин. Унда ҡондоҙҙар йылғаны быуып төҙөгән мөһабәт быуалар был ерҙәрҙең гидрологик режимын етди рәүештә үҙгәртәләр.

Рептилиялар араһында ябай ҡара йыланды билдәләргә кәрәк. Сөнки бында урман ситтәрендә, аҡландарҙа, бигерәк тә май айында, уларҙың парлашып өйөгөшөү осоронда, ҡояшлы асыҡ урындарҙа (шул иҫәптән туристик һуҡмаҡтар буйында) ҡара йылан менән осрашыу ихтималы ҙур.

Шуға ҡарамаҫтан, туристар өсөн хайуандар менән осрашыуы ихтималы әллә ни ҙур түгел. Урта Уралда кеше аяғы баҫмаған урмандар ҡалмаған. Һуңғы 250 йылда Висим ҡурсаулығынан башҡа урындарҙа бөтә урман ике-өс тапҡыр тотош ҡырҡылып сыҡҡан. Шул иҫәптән, Серге һәм уның тирәһендәге бөтә урмандар ҙа аяуһыҙ ҡырылған.

Бынан тыш, был өлкәлә күмер яндырғандар, тимер мәғдәне сығарғандар, мал көткәндәр һәм бесән сапҡандар, солоҡсолыҡ, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡменән шөғәлләнгәндәр, ҡасабалар төҙөгәндәр, быуалар быуғандар. Әлегә тиклем был ерҙәр шул эшмәкәрлек эҙҙәрен һаҡлай.

Тәбиғәт ҡомартҡылары һәм иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
Карст күренештәре Ҡая Ҡулдан эшләнгән
Ҙур карст упҡыны Тишек таш (Дыроватый камень) Миткин руднигы (хәҙер - «Митькина күл»)
Орлов тауы упҡыны Карст Күпере Серге йылғаһы аша аҫылмалы күпер
«Дуҫлыҡ» Капитан баҫмаһы Пост магистрале (һуҡмағы)
Мәмерйә «Мшистый» Священник «Мышы» скульптураһы
Араҡай мәмерйәһе Утопленник «Ангел единой надежды» скульптураһы"
Кесе Араҡай мәмерйәһе Тәлмәрйен «Тарзанка»
«Спорт» мәмерйәһе Охра Солоҡ
Катников мәмерйәһе Филарет ташы
  • « Пост Магистрале» — Серге йылғаһы яры һуҡмаҡ буйлап йыһазландырылған һуҡмаҡ. Америка гражданы һәм парк патриоты Роберт Пост хөрмәтенә парк шулай аталған. Был маршруты Роберт Пост үҙ аҡсаһына төҙөкләндергән була.
  • «Ангел единой надежды» скульптураһының(The Unitehope Angel) авторы рәссам һәм һынсы швед Лена Эдваллдең ниәте буйынса, ер шарының төрлө өлөшөндә урынлаштырылған ете скульптура берҙәм киңлек булдырыу һәм тыныслыҡ һағында торорға тейеш. Уларҙың һанын 49-ға тиклем еткереү планлаштырыла [1][2].

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

Парк хакимиәте Бажуково ҡасабаһында урынлашҡан. Екатеринбургтан нисек барырға мөмкин :

  • Тимер юл буйлап Дуҫлыҡ ( Дружинино) станцияһына тиклем электр поезында , артабан Дуҫлыҡ ( Дружинино) — Михайлов Заводы ҡала яны поезына күсерәләр.Унан Бажуково йәки Араҡай (Аракаево) туҡталышына тиклем (4-5 сәғәтлек юл);
  • Михайловск һәм Үрмәкәйгәбарыусы (Урмикеево) автобустар менән Түбәнге Серге аша «Болан шишмәһе» туҡталышына тиклем (яҡынса юлға 2 сәғәт китә);
  • үҙ автотранспортын менән барғанда Екатеринбургтан ара яҡынса 130 км тәшкил итә, юл ваҡыты 1,5–2 сәғәт.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. The Unitehopeproject
  2. Карта установленных скульптур. Дата обращения: 28 апрель 2012. Архивировано 16 сентябрь 2012 года. 2012 йыл 16 сентябрь архивланған.
  • Рундквист Н.А., Задорина О.В. Свердловская область. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: «Квист», 2009. — С. 230. — 456 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-85383-392-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә