Серафимович Александр Серафимович
Алекса́ндр Серафи́мович Серафимо́вич (ысын фамилияһы — Попо́в; 1863 йылдың 7 [19] ғинуарында Дон казактары ғәскәре өлкәһенең Нижне-Курмоярская станицаһы — 1949 йылдың 19 ғинуары Мәскәү) — СССР яҙыусыһы. Беренсе дәрәжәләге Сталин премияһы лауреаты (1943). 1918 йылдан РКП(б) ағзаһы.
Александр Серафимович | |
Исеме: |
Александр Серафимович Попов |
---|---|
Тыуған урыны: |
Нижне-Курмоярская станицаһы, |
Вафат булған урыны: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Йүнәлеше: | |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: | |
Наградалары: |
, Ҡалып:Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ , Ҡалып:« Почёт билдәһе» ордены, Ҡалып:Медаль "За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.", Ҡалып:Медаль "Мәскәүҙең 800-йыллығы" |
Тормош юлы
үҙгәртергә1863 йылдың 7(19) ғинуарында Нижнекурмоярская станицаһында (әлеге Ростов өлкәһе Цимлянский районы) тыуған. Атаһы- Дон казагы, полк казначейы, Дон казак ғәскәрҙәре яһауылы булған. Бала сағы Польшала, атаһы хеҙмәт иткән ерҙә үткән. 1873 йылда ғаиләләре менән Дон буйына, Усть — Медведицкая станицаһына ҡайталар.
Усть — Медведицкая гимназияһын тамамлай (1883). 1883 йылда Петербург университетының физика-математика факультетына ингәс, Александр Попов революционер студенттар араһына барып эләгә, түңәрәктә марксизм менән таныша. Революцион хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн (А. И. Ульянов менән бергә һәм батша Александр III ғүмеренә янаған өсөн А.Попов ҡулға алына һәм Архангельск губернаһына һөрөлә. Һөргөндә Пинегала беренсе «Боҙ утрауында» («На льдине») тигән хикәйәһен яҙа, ул Серафимович псевдонимы менән «Русские ведомости» гәзитендә 1889 йылда донъя күрә. Һөргөндән һуң Серафимович Дон буйында полиция күҙәтеүе аҫтында йәшәй, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеүен дауам итә.
1902 йылда Мәскәүгә күсеп килә, «Среда» исемле әҙәби түңәрәк ағзаһы булып тора.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Серафимович «Русские ведомости» гәзитенең хәрби хәбәрсеһе була.
Октябрь революцияһын һис шикһеҙ ҡабул итә. 1918 йылда «Известия» гәзитенең әҙәби бүлеген етәкләй.
Серафимовичтың төп әҫәре — «Тимер дарьяһы» («Железный поток») повесы, ул Октябрь революцияһынан һуң иң мөһим әҙәби ваҡиғаларҙың береһе тип иҫәпләнә. Унда ысын булған ваҡиғалар, Е. И. Ковтух (романда Кожух) Тамань армияһының 1918 йылғы походы, тасуирлана.
1926 йылдың ноябренән 1929 йылдың авгусына тиклем «Октябрь» журналының баш редакторы булып эшләй. 1934 йылда СССР-ҙың Яҙыусылар союзының Президиумы ағзаһы итеп һайлана.
ВКП(б)-ның XVI съезы делегаты. 1934 йылда СССР-ҙың Яҙыусылар союзының Президиумы ағзаһы итеп һайлана.
1949 йылдың 19 ғинуарында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән (1-се һанлы участка).
А. С. Серафимовичтың улы Анатолий Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булған.
Хәтер
үҙгәртергә1933 йылда Усть-Медведицкая станицаһының исеме Серафимович тип үҙгәртелә (хәҙерге Волгоград өлкәһендәге ҡала).
Серафимович ҡалаһында 1949 йылдың 17 майында яҙыусыға дача итеп бирелгән өйҙә А. С. Серафимовичтың әҙәби йорт-музейы асыла. 1989 йылда Усть — Медведицкаяның 400 йыллығына Усть — Медведицкая казактары тарихи дәүләт музейы асыла, уның составына Серафимовичтың музейы ла инә[1].
1949 йылда Волгоград дәүләт педагогия университетына яҙыусының исеме бирелә. 1981 йылда вуздың төп бинаһы алдында А. С. Серафимовичтың бюсы ҡуйыла. Университет яҙыусының исемен бер нисә тиҫтә йыл йөрөтә.
Серафимович урамдары Мәскәүҙә, Минскиҙа, Ҡазанда, Белгородта, Кировта, Энгельста (Саратов өлкәһе), Архангельскиҙа, Петрозаводскиҙа, Дондағы Ростовта, Геленджикта, Мәскәү өлкәһе Томилино ҡасабаһында, Новосибирскиҙа, Воронежда урам һәм тыҡырыҡ, Украинаның Донецк өлкәһе Макеевка ҡалаһында, Украинаның Луганск өлкәһе Брянка ҡалаһында бар.
Мезень ҡалаһында (Архангельск өлкәһендә), Владикавказда, шулай уҡ Ульяновскиҙа Серафимович урамы бар.
Яҙыусы 1896 йылдың 15 декабренән алып 1898 йылдың 18 ғинуарына тиклем Мариуполдә йәшәгән Георгиевская урамындағы 37 һанлы йортта иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. А. С. Серафимович исеме шулай уҡ ҡаланың Ильичевск районындағы бер урамға бирелгән.
Наградалары һәм премиялары
үҙгәртергә- Ленин ордены (1933)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены (18.1.1943)
- «Знак Почёта» ордены (31.01.1939)
- медалдәр
- беренсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1943) — « Әҙәбиәттә оҙаҡ йылдар буйы өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн» тигән формулировка менән; Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уны Оборона фондына тапшыра.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Собрание сочинений
- т. I—III. Рассказы, изд. Кн-ва писателей в Москве, М., 1913
- т. VI. Город в степи, изд. «Шиповник», СПБ, 1913
- т. VII. Затерянные огни. Рассказы, М., 1915
- т. VIII. Сухое море. Рассказы, М., 1915
- т. IX. Клубок. Рассказы, изд. 2, М., 1918
- т. X. Галина. Рассказы, изд. Кн-ва писателей, М., 1918
- Полное собрание сочинений в 15 тт. Гиз, М., 1928—1930
- Полное собрание сочинений в 11 тт., ред., предисл. и комментарии Г. Нерадова. изд. «Федерация» — «Советская литература», М., 1931—1933 (изд. не закончено)
- Сочинения, ред., вступ. ст. и примеч. Г. Нерадова. ГИХЛ, М., 1934 (однотомник)
- Мышиное царство. Рассказы, ред. Г. Н. Нерадова, Гослитиздат, М., 1935.
Библиография
үҙгәртергә- Соловьев Ев. (Мирский). Наша литература. «Журнал для всех», 1901, X
- Богданович А. Критические заметки. «Мир божий», 1903
- Анисимов А. А. Серафимович (35 лет литературной деятельности). «Красная нива», 1923, № 9
- Вешнев В. А. Серафимович как художник слова. М., 1924 (Здесь же письмо В. И. Ленина к С. от 21/V 1920)
- Плетнев В. А. Серафимович. «Журналист», 1924, X
- Коган П. С. Серафимович. «На посту», 1924, I (V)
- Копцов А. Н. Диалектика взаимодействия природы и человека в рассказе А. С. Серафимовича «На льдине» [Текст] / А. Н. Копцов // Вестник Костромского государственного университета им. Н. А. Некрасова. — 2015. — Т. 21, № 3. — С. 98-102. — Библиогр.: с. 102 (14 назв.) . — ISSN 1998-0817
- Копцов А. Н. Поэтика северного текста русской литературы в рассказах А. С. Серафимовича 1889—1890 годов [Текст] / А. Н. Копцов // Вестник Костромского государственного университета им. Н. А. Некрасова. — 2015. — Т. 21, № 6. — С. 77-81. — Библиогр.: с. 81 (12 назв.) . — ISSN 1998-0817
- Луначарский А. Критические этюды («Русская литература»). Л., 1925 (гл. XI)
- Либединский Ю. Имя Серафимовича (Речь на собр., посвящ. 65-летию А. Серафимовича). «На литературном посту», 1928, № 4
- Гроссман-Рощин. И. К 65-летию А. Серафимовича. (Речь), там же, 1928, № 5 (здесь же ответ С)
- Фатов Н. Н. А. С. Серафимович. Очерк жизни и творчества. Гиз, М. — Л., 1927
- А. С. Серафимович. Сборник. изд. «Никитинские субботники», М., 1928
- Шувалов С. А. Серафимович // сб. Шувалов С., Никитина Е. Беллетристы современники, т. II. М., 1928
- Нерадов Г. О творчестве А. С. Серафимовича. «Октябрь», 1931, X
- Боец армии пролетариата. (А. С. Серафимович). «Правда», 1933, 20 января
- Луначарский А. В. Художник пролетариата. «Молодая гвардия», 1933, II
- Машбиц-Веров И. А. С. Серафимович. ГИХЛ, М. — Л., 1933
- Кирпотин В. Надо изучать творчество Серафимовича. «Правда», 1933, 20 января
- Луначарский А. В. Путь писателя. «Изв. ЦИК СССР и ВЦИК», 1933, 20 января
- Нерадов Г. Художественное мастерства Серафимовича. «Изв. ЦИК СССР и ВЦИК», 1933, 20 января
- Серафимович А. Как я писал «Железный поток». «На литературном посту», 1928, IV
- Его же. Как я работал над «Железным потоком». Профиздат, М., 1934
«Тимер даръяһы»на бирелгән баһа
үҙгәртергә- Вешнев В. «Правда», 1924, № 57, 9 марта
- Фурманов Д. «Октябрь», 1924, II
- Переверзев В. «Печать и революция», 1924, V
- Саввин Н. «Родной язык в школе», 1927, II (опыт проработки для учащихся)
- Полянский В. «Красная новь», 1925, III
- Ковтюх Е. «Октябрь», 1633, IV
- Кубиков И. Комментарии к повести А. Серафимовича «Железный поток». изд. «Мир», М., 1933
- Линин А. М. Серафимович — детский писатель // Линин А. М. «Литературные очерки». Ростов н/Д., 1935
- Писатели современной эпохи, т. I, ред. Б. П. Козьмина. М., 1928
- Владиславлев И. В. Литература великого десятилетия (1917—1927), т. I. М. — Л., 1928.
Статья основана на материалах Литературной энциклопедии 1929—1939.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Викимилектә Серафимович Александр Серафимович темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Максим Мошков китапханаһында Серафимович Александр Серафимович
- В. А. Разумный Воспоминания современника об А.Серафимовиче 2010 йыл 2 март архивланған.
- Сайт города Серафимович и о писателе А. С. Серафимович 2012 йыл 20 октябрь архивланған.
- Официальный сайт города Серафимович 2011 йыл 8 март архивланған.
- Педагогические вузы России: Волгоградский государственный педагогический университет 2012 йыл 4 март архивланған.
- Серафимович Александр Серафимович «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе