Семипалатинск өлкәһе (Ҡаҙағстан)
Семипалатинск өлкәһе — (рус. Семипалатинская область, ҡаҙ. Семей облысы (Қазақстан)) Ҡаҙаҡ ССР-ы (1939—1991) һәм Ҡаҙағстандың административ берәмеге.
Семипалатинск өлкәһе | |
ҡаҙ. Семей облысы | |
Нигеҙләү датаһы | 14 октябрь 1939[1] |
---|---|
Дәүләт |
СССР Ҡаҙағстан |
Административ үҙәк | Семей |
Административ-территориаль берәмек | Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы һәм Ҡаҙағстан |
Хөкүмәт башлығы | Бозтаев, Кешрим Бозтаевич[d] |
Халыҡ һаны | 838 324 кеше (1989)[2] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 3 май 1997[3] |
Географияһы
үҙгәртергәӨлкә Ҡаҙаҡ ССР-ының көнсығышында урынлашҡан, төньяҡта РСФСР-ҙың Алтай крайы менән , көньяҡ-көнсығышта — Ҡытай менән сиктәш.
Тарихы
үҙгәртергәРәсәй империяһының Семипалатинск өлкәһе 1854 йылдың 19 майында барлыҡҡа килгән. 1920 йылдың 11 декабрендә Семипалатинск губернаһы тип үҙгәртелә.
Ҡаҙаҡ ССР-ының Семипалатинск өлкәһе 1939 йылдың октябрендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән булдырыла
1991 йылдың октябренән Ҡаҙағстан Республикаһы составында.
1997 йылдың 3 майында Ҡаҙағстан республикаһы президенты указы менән Семипалатинск өлкәһе бөтөрөлә, уның территорияһы Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе составына инә .
Халҡы
үҙгәртергәСССР-ҙа 1989 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Семипалатинск өлкәһендә 838 324 кеше йәшәгән[4] (ҡалала — 429 255, ауылда — 409 069), ир-ат — 407 038, ҡатын-ҡыҙ — 431 286 кеше.
Милли состав
үҙгәртергә1970 йылда ҡаҙаҡтар (43,5 %), урыҫтар (40 %), немецтар (6,6 %), украиндар (2,5 %), татарҙар (2,6 %), белорустар, үзбәктәр, уйғырҙар, мордвалар һәм тажиктар йәшәгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума ВС СССР от 14.10.1939 об образовании Семипалатинской, Акмолинской и Джамбулской областей в составе Казахской ССР (урыҫ)
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/sng89_reg1.php
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан от 3.05.1997 № 3483
- ↑ http://www.demoscope.ru/weekly/ssp/sng89_reg1.php Всесоюзная перепись населения 1989 г.Численность населения союзных республик СССР и их территориальных единиц по полу]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Семипалатинская область — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә