Санкт-Петербург юғары артиллерия команда училищеһы

Санкт-Петербург юғары артиллерия команда училищеһы — юғары хәрби уҡыу йорто, 1918 йылдың 14 февралендә асыла, СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең артиллерия частары өсөн офицер кадрҙарын әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.

Санкт-Петербург юғары артиллерия команда училищеһы
Нигеҙләү датаһы 14 февраль 1918
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Урын Санкт-Петербург
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 23 апрель 1993
Карта

Һәр йыл байрам итә торған көн — 14 февраль.

Төп тарихы

үҙгәртергә

1807 йылдың 14 мартында император Александр Беренсенең Юғары рескрипты (юридик көскә эйә булған шәхси хат) нигеҙендә Урыҫ император армияһы өсөн Дворян полкы тип аталған офицер кадрҙарын әҙерләгән хәрби-уҡыу йорто булдырыла.

1855 йылдың 17 апрелендә Дворян полкы Юғары указ менән Константинов кадет корпусы итеп үҙгәртелә. 1859 йылдың 14 майында хәрби ведомство буйынса 112-се һанлы бойороҡ менән Константинов кадет корпусы Константинов хәрби училищеһы тип үҙгәртелә һәм даими дислокация урыны Санкт-Петербург ҡалаһы, Мәскәү проспекты, 17 адресы буйынса, Обухов күпере янында була, тип билдәләнелә. 1863 йылдан Константинов хәрби училищеһы тип үҙгәртелә. 1894 йылдан Константинов артиллерия училищеһы итеп үҙгәртелә, был хәрби-уҡыу йорто 1917 йылға тиклем эшләй һәм Октябрь революцияһынан һуң ябыла.

Совет һәм советтарҙан һуңғы тарихы

үҙгәртергә

1918 йылдың 14 февралендә хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссарының 130-сы һанлы бойороғона ярашлы ябылған Константинов артиллерия училищеһы базаһында эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһына команда-начальниктар составын әҙерләү өсөн һигеҙ айлыҡ совет артиллерия курстары асыла. Шул уҡ йылдың сентябрендә етмеш һигеҙ кеше беренсе команда-начальниктар составының беренсе сығарылышы була, беренсе сығарылыш командирҙары араһында М. В. Захаров, Н. Н. Воронова, Н. Д. Яковлев һәм В И. Казаковтар була[1][2].

1920 йылдың 12 октябрендә Республиканың Революция хәрби советының 2116-сы бойороғона ярашлы РККА-ның Икенсе Петроград совет артиллерия курстары РККА-ның Беренсе Петроград команда составы артиллерия мәктәбе итеп үҙгәртелә. Революция хәрби советының 2811-се һанлы бойороғо менән 1923 йылдың 31 декабрендә Беренсе Петроград артиллерия мәктәбенә «Ҡыҙыл Октябрь» почетлы исеме бирелә[2]

1937 йылдың 16 мартында СССР-ҙың оборона халыҡ комиссарының 38-се һанлы бойороғона ярашлы Ҡыҙыл Октябрь исемендәге Беренсе Петроград артиллерия мәктәбенең атамаһы ике йыллыҡ уҡыу мөҙҙәте менән Беренсе Ленинград артиллерия училищеһы тип үҙгәртелә. 1938 йылдың 27 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән «граждандар һуғышы йылдарындағы хәрби ҡаҙаныштары һәм командир-артиллеристар әҙерләүҙәге уңыштары өсөн» училище Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була[1][2].

Бөйөк Ватан һуғышының башланған осоронда 1941 йылдың 9 авгусында училищеның курсант, етәксе составы һәм уҡытыусылары ҡамауҙа ҡалған Ленинградтан Энгельс ҡалаһына эвакуациялана. 1943 йылдың 25 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән училище «һуғыш осоронда офицер кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» Ленин орденына лайыҡ була[2].

1968 йылдың 31 ғинуарында СССР-ҙың оборона министры маршал А. А. Гречконың бойороғо менән Ленинград хәрби училищеһы дүрт йыл уҡыу срогы мөҙҙәте менән юғары хәрби училищеға әйләндерелә. Хәрби училищены тамамлаусылар араһында илле хәрби хеҙмәткәр Советтар Союзы Геройы, дүртеһе Социалистик Хеҙмәт Геройы, дүртеһе , СССР дәүләт премияһы лауреаты исемдәрен йөрөтә, училище уҡытыусылары араһында йөҙө фән кандидаты һәм яҡынса егерме бере фән докторы.

1993 йылдың 23 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 695-р Ҡарары һәм Рәсәй оборона министрының 1993 йылдың 17 майҙағы 260-сы бойороғо менән Ленинград юғары Ленин орденлы Ҡыҙыл Октябрь исемендәге Ҡыҙыл байраҡлы артиллерия команда училищеһы базаһында Санкт-Петербург кадет ракета-артиллерия корпусы ойошторола[1]

Наградалар

үҙгәртергә

Төп сығанағы:[2]

Танылған уҡытыусылар һәм тамамлаусылар

үҙгәртергә

Төп сығанағы:

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Санкт-Петербургский кадетский ракетно-артиллерийский корпус. Совинформбюро. Дата обращения: 29 ноябрь 2020. 2020 йыл 10 декабрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «ос» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ленинградское Высшее артиллерийское командное Ордена Ленина кразнознаменное училище имени Красного Октября: Очерк / ред. Смирнов А. П., Типография профессионально-технического училища. Л.: 1969 г. — 248 с.
  • Ленинградское Высшее артиллерийское командное Ордена Ленина кразнознаменное училище имени Красного Октября: Очерк / ред. Смирнов А. П., Типография профессионально-технического училища. Л.: 1969 г. — 248 с.