Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы

Келвингроув музейы һәм сәнғәт галереяһы (ингл.  Kelvingrove museum and Art Gallery) — Глазгола урынлашҡан. Шотландияла килеүселәр һаны буйынса иң билдәлеһе, ә Бөйөк Британияла алтынсы урында тора[4]. Вест-Энд районында Келвингроув паркында урынлашҡан.

Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы
Нигеҙләү датаһы 1901
Рәсем
Изображение интерьера
Менеджер/директор Tom Honeyman[d][1]
Дәүләт  Бөйөк Британия[2]
Административ-территориаль берәмек Глазго-Сити[d]
Историческое графство Ланаркшир[d]
Урын Глазго
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ҡомташ[d]
Рәсми асылыу датаһы 1901
Йылына инеүселәр һаны 1 037 594
Оборудован Туалет для пожилых и инвалидов[d][2]
Мираҫ статусы реестровое здание категории A[d][3]
Адрес Argyle Street
Рәсми сайт glasgowlife.org.uk/museu…
Страница учреждения на Викискладе Kelvingrove Art Gallery and Museum
Категория для внешности элемента Category:Exterior of the Kelvingrove Art Gallery and Museum[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Kelvingrove Art Gallery and Museum[d]
Карта
 Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы Викимилектә

Музей тарихы үҙгәртергә

 
Галереяһы бинаһы
 
Галерея эсендә

Галереяһы бинаһы ҡыҙыл ҡомташтан 1892 йылда испан бароккоһы стилендә төҙөлгән. Проекттың авторҙары Джон В. Симпсон һәм Миллер Аллен. Галереяны асыу тантанаһы 1901 йылда 2 майында Глазгола Халыҡ-ара күргәҙмәһе башына тап була. Экспозицияның нигеҙен галереянан Глазго ҡалаһының күренекле кешеһе Арчибальд Маклелландың тупланмаһы тәшкил итә, ул ҡалаға 400 һүрәттән торған коллекцияһын бүләк иткән булған.

2002 йылда музейҙы реконструкция һәм яңыртыу өсөн аҡса йыйыу кампанияһы уҙа. Төрлө хәйриә фондтарынан, ойошмалар һәм шәхси кешеләрҙән йыйыған аҡса яҡынса 13 миллион фунт стерлинг тәшкил итә. Тергеҙеү эштәре өс йыл дауам итә, 2006 йылдың 11 июлендә Келвингроув галереяһы яңынан асыла.

Экспозицияһы үҙгәртергә

Музей экспонаттары араһында — Рембрандт, Рубенс, Якоб ван Рейсдаль, Боттичелли, Тициан, Джованни Беллини, Дега, Моне, Пикассо, Дали, Винсент Ван Гог, Писсарро, Россетти, шотланд рәссамдры Уильям Орчардсон, Джон Петти, Горацио Маккаллоха, Генри Реберн, Сэмюэль Пепло һ. б. һүрәттәре бар. Бынан тыш музейҙа боронғо хайуандар һөлдәләре коллекцияһын; Боронғо Мысыр сәнғәте объекттары коллекцияһын; скульптура, һүрәт коллекцияларын, Глазгола тыуған данлыҡлы архитектор Чарльз Ренни Макинтош эшләгән башҡа йыһаздар һәм объекттар коллекцияһын, боронғо хәрби кейем һәм ҡоралдар коллекцияһын һәм Шотландия менән Глазгоның тарихи мираҫына бағышланған күргәҙмәләрҙе күрергә мөмкин.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә