Иван Луис Саморано Самора (исп. Iván Luis Zamorano Zamora; 18 ғинуар 1967 йыл, Сантьяго) — футболсы. Чили футбол тарихында иң яҡшы һөжүмселәрҙең береһе. Бөтә замандың иң яҡшы Чили футболсыһы (Фигероа Элиас һәм Марсело Салас менән бер рәттән). ФИФА 100 исемлегенә инә — ФИФА версияһы буйынса ХХ быуаттың иң яҡшы футболсыһы.

Саморано Иван
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  ba
Спортта ил өсөн сығыш яһай  ba
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. Iván Luis Zamorano Zamora
Псевдоним Bam Bam, Iván el Terrible
Тыуған көнө 18 ғинуар 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1][2][3] (57 йәш)
Тыуған урыны Сантьяго, ba
Һөнәр төрө футболсы
Биләгән вазифаһы посол доброй воли ЮНИСЕФ[d]
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2003
Спорт командаһы ағзаһы Санкт-Галлен[d], Реал Мадрид[d], Кобресаль[d], Трасандино[d], Коло-Коло[d], Интернационале[d], Севилья[d], Америка[d], сборная Чили по футболу[d] һәм Трасандино[d]
Масса 72 килограмм
Спорт төрө Футбол
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2000[d] һәм Чемпионат мира по футболу 1998[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы 179 сантиметр
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 101 379
 Саморано Иван Викимилектә

Карьераһы үҙгәртергә

Саморано 1982 йылда футбол карьераһын Икенсе лигалағы «Трасандино» футбол клубының йәштәр командаһында башлай, ә инде бер йылдан һуң «Кобресало» өлкәндәр командаһына инә. Өс йыл дауамында ул үҙенә төп составта урын яуларға һөҙөмтәһеҙ маташа шунан һуң Икенсе лиганың «Кобреандино» клубына арендаға ебәрелә. Бында Иван үҙенең бомбардирлыҡ оҫталығын күрһәтеүгә тәүге тапҡыр өлгәшә 29 уйында 27 гол индерә (үҙ командаһына класын арттырыуға өлгәшергә ярҙам итә), шунан һуң «Кобресала» етәкселеге уйынсыны үҙҙәренә ҡайтарырға ҡарар ҡабул итә. Юғары кеаимәлдә чили һөжүмсе айырым ҙур һөҙөмтәлелеккә ирешә алмай, әммә карьераһында тәүге трофейын — Чили Кубогын — 1988 йылда яулай һәм европа клубтарының иғтибарын үҙенә йәлеп итә.

1988 йылда 350 мең долларға уны перспективалы һөжүмсе итеп үҙҙәренә алырға италияның «Болонья» клубы һатып хоҡуҡ һатып ала, әммә Саморано команданың баш тренеры Джиджи Майфредиға ныҡ тәьҫир итә алмай: ул Самораны юғары кимәлдәге уйын өсөн әҙер түгел тип һанай. Был һуң футбол агенты Винисио Фиоранлли уйынсыны швейцарияның «Санкт-Галлен» клубына урынлаштыра. Иван бында бик тиҙ генә үҙләшә, үҙен яҡшы һөжүмсе итеп күрһәтә ала һәм команданың төп старт составында даими урын яулай һәм бик уңышлы итеп голдар индерә. 1989/90 миҙгелдең йомғаҡтары буйынса Саморано Швейцария чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була (17 голды үҙ иҫәбенә яҙҙыра), был уның статусын арттыра һәм етди командаларҙың иғтибарын үҙенә йүнәлтә.

1990 йылдың йәйендә Саморано Испанияның «Севилья» командаһы менән килешеү төҙөй. Иван бик тиҙҙән Австриянан килгән уйынсы Польстер Тониҙы конкуренцияла еңә һәм төп команданың һөжүмсеһенә әйләнә. «Андалусия»лылар өсөн уйнағанда чили футболсыһы яңы трофейҙар яулай алмай, әммә нәҡ ошо осорҙа был командала бомбардир донъя кимәлендә уйнарлыҡ булып тулыһынса формалаша. 1992 йылда ул Мадридтың «Реал» командаһы составына инә, уның өсөн команда 5 млн доллар торған трансфер түләй. Беренсе миҙгелдә «Реал»да уйнағанда Саморано Испания Кубогы һәм Суперкубогында еңә, әммә уның өсөн айырыуса уңышлы миҙгел 1994/95 була: биш йылда мадридлылар тәүге тапҡыр чемпион титулын яулай, ә Иван 28 гол менән иң яҡшы уйынсы булып һанала.

1996 йылда 29 йәшлек форвард Италия чемпионатына күсә, «Интера» футболсы булып китә. Итальян футбол уйнау манераһына ул бик оҙаҡ ваҡыт яраҡлаша, шуға күрә тәүге миҙгелдә А Серияһында барлығы 7 гол индереүгә өлгәштә. Яңы миҙгел башында клуб етәкселеге бразилия һөжүмсеһе Роналдоны үҙенә ала, ә Саморано й ы ш ҡына запас эскәмйәһендә ултыра (уның башҡа конкуренттары Роберто Баджо һәм Кристиан Вьери була), ә Самораноның Европалағы карьераһы түбәнәйеүгә табан бара. Хәйер, әленән-әле чили һөжүмсеһе яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүгә өлгәшә. Шулай итеп, 1988 йылда УЕФА кубогында «Лацио» командаһына ҡаршы уйнағанда тап Саморано үҙ командаһына еңеүгә юл яра (һөҙөмтәлә «Интер» 3:0 иҫәбе менән еңә).

2001 йылдың башында Иван Мексиканың «Америка» клубының футболсыһы булып китә, тағы ике миҙгел дауамында бында шаҡтай һөҙөмтәле уйын күрһәтә. Саморано карьераһындағы һуңғы клубы «Коло-Коло» була, бында ул бер йылдан әҙерәк һөжүмсе булып тора, шунан һуң уйын карьераһын тамамларға ҡарар ҡабул итә.

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

Һәр ерҙә һәм һәр ваҡыт Саморано 9 номер менән уйнай. 1998 йылда, Интерға Роберто Баджо күсеп килгәс, Саморано 10-сы номерҙы үҙе һорап ала. Был номер менән шул ваҡытта Роналдо уйнаған була, ә Саморано туғыҙынсы номер менән сығыш яһай. Әлбиттә, Роналдо үҙенә туғыҙынсы номерҙы талап итә. Бразилия йондоҙона 9-сы номер тапшырыла. Иван иһә үҙенә 18-се номерҙы ала, үҙенең ҡулы менән 1 менән 8 араһына «+» йәбештерә. Һөҙөмтәлә уның номеры «1+8» һәм 9-ға тип тигеҙ килеп сыға.

Йыйылма командала үҙгәртергә

Чилиҙың йыйылма командаһы өсөн Саморано 20 йәшендә 1987 йылдың 19 июнендә Перу командаһына ҡаршы иптәштәрсә матчта сығыш яһай (3:1 иҫәбе менән чили командаһы еңеү яулай). Чили йыйылма командаһы составында Саморано күп тапҡырҙар Америка Кубогы призеры була, 1998 йылда Францияла бөтә донъя чемпионатының финал стадияһында ҡатнаша.

Самораноның Чили йыйылма командаһы өсөн һуңғы уйыны 2001 йылдың 1 сентябрендә Францияға ҡаршы уйыны була. Был уйында Чили уйынсылары еңеүсе була — 2:1.[4]

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Кобреандино

  • Чилиҙың Икенсе дивизионы чемпионы: 1985

Кобресал

  • Чили Кубогы эйәһе: 1987

Реал Мадрид

  • Испания чемпионы: 1994/95
  • Испания Кубогы эйәһе: 1993
  • Испания Суперкубогы эйәһе: 1993

Интернационале

  • УЕФА кубогы эйәһе: 1997/98

Америка

  • Мексика чемпионы: 2002 (Клаусура)

Шәхси ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Чили Кубогының иң яҡшы бомбардиры: 1987
  • Швейцария чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 1989/90
  • Чилиҙың иң яҡшы футболсыһы: 1992
  • Испанияның Ибероамериканан иң яҡшы уйынсыһына EFE трофейы эйәһе: 1993, 1995
  • Испания чемпионатының иң яҡшы бомбардиры (Пичичи трофейы): 1994/95
  • Испания чемпионатының иң яҡшы сит ил уйынсыһы: 1994/95
  • Көньяҡ Америка ЧМ-1988 һайлап алыу турнирының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе: 1997
  • Олимпия уйындарының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе: 2000 йыл Сидней
  • ФИФА 100 ағзаһы: 2004

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Iván Zamorano // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
  2. Iván Zamorano // FBref.com (билдәһеҙ)
  3. IVAN LUIS ZAMORANO // https://bdfa.com.ar/jugadores-27014.html (исп.)
  4. Иван Саморано победой попрощался со сборной

Һылтанмалар үҙгәртергә