Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы

(Самат Ғәбиҙуллин битенән йүнәлтелде)

Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы (30 октябрь 1939 йыл — 21 март 1997 йыл) — журналист, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994), Баҙал әҙәби-ижади берекмәһенә нигеҙ һалыусы.

Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы
Тыуған көнө:

30 октябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Аҫҡар ауылы

Вафат булған көнө:

21 март 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (57 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Премиялары:

С. Мөхәмәтҡолов исемендәге премия (1994)

Биографияһы

үҙгәртергә

Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллин 1939 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуа.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1966 йылдан алып Нуриман районының «Красный Ключ» гәзитендә хәбәрсе, 1972 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
1976 йылдан Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» гәзите, 1979 йылдан «Ленинсы» гәзите хеҙмәткәре.
1980 йылдан Мәсетле районының «Коммунист» гәзитендә бүлек мөдире, 1981 йылдан алып Бөрйән районының «Таң» гәзитендә хеҙмәткәр, 1995 йылға тиклем яуаплы секретарь булып эшләй.

1997 йылдың 21 мартында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында вафат була.

Самат Ғәбиҙуллин башҡорт шиғриәтенә XX быуаттың 60-сы йылдарында килә. 1967 йылда уның «Тауыш килә тауҙарҙан» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. С. Ғәбиҙуллин шиғриәтенә ысынбарлыҡты яҡты тойоу, нескә лиризм хас. «Шаңдаҡ» (1971), «Күңелем бишеге» (1986) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәрендә шағир тыуған еренең күркәмлеген данлай, үҙ халҡының рухи ҡеүәтенә ышаныс белдерә. «Көнөбөҙ» (1996) китабына Ватаныбыҙ яҙмышы хаҡында борсоулы уйланыуҙарға ҡоролған поэтик әҫәрҙәре тупланған. Шағир ижадына тәрән фәлсәфәүи уйланыу, фекерләү хас. «Йәнтөйәгем — тауҙарҙа» исемле китабына иһә балалар өсөн ижад иткән шиғырҙары тупланған. Шағир йәш замандаштарын ата-бабалар тарихына тоғро булырға, рухи тамырҙарын онотмаҫҡа саҡыра.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Тауыш килә тауҙарҙан. Өфө,1967 й.;
  • Шаңдаҡ. Өфө, 1971 й.;[1]
  • Күңелем бишеге. Өфө, 1986 й.;
  • Сыңлар ҡылдарым. Өфө, 1990 й.;
  • Көнөбөҙ. Өфө, Китап, 1996 й.;
  • Шаңдаҡ. Өфө, Китап, 2009 й.;
  • Йәнтөйәгем — тауҙарҙа. Өфө, Китап, 2014 й.

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • РФ һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы;
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты.

Исемен мәңгеләштереү

үҙгәртергә
  • Бөрйән районының Аҫҡар ауылындағы урамға Самат Ғәбиҙуллин исеме ҡушылған;
  • Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы урамдарҙың береһенә Самат Ғәбиҙуллин исеме ҡушылған;
  • Бөрйән районының Аҫҡар урта мәктәбендә Самат Ғәбиҙуллин тормошо һәм ижадына аралған музей-кабинет асылған;
  • Бөрйән районының Самат Ғәбиҙуллин эшләгән «Таң» гәзите редакцияһы бинаһында шағирға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған;
  • 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы хакимиәте тарафынан Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия булдырылды.

Уның хаҡында

үҙгәртергә
  Атҡаҙанған исемдәргә ҡыҙыҡманы, премия-фәләнгә лә ымһынманы ул. Мәгәр 20 йыллап элек баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында гөрләп уҙған шиғриәт бәйгеһендә ҡалын свитер, аҡ быйма кейеп, илһамланып шиғырҙар уҡыны, ихлас алҡыштар ҡаҙанды. Беренсе приз өсөн төймәле телефон менән бүләкләүҙәренә эскерһеҙ ҡыуанғаны хәтерҙә. Ул саҡта заманса телефондар сауҙала һирәк ине: Бөрйәненә ҡайтҡас, «кеҫәле»ләр ике-өс хаҡҡа һатып алырға теләгәндәр икән, шағир, ғәҙәтенсә, ризаһыҙлыҡ ҡына белдергән. Оҙон-яҫы һөйләмәҫ ине шул хәбәрен.
Сабир Шәрипов
 
  • Таң гәзите, 2 апрель 2018. С. Ғәләүетдинов[2]
  • Аралбаев Ҡ. Ә. Шағир урамы. — «Ағиҙел» журналы, 2009 й., 10-сы һан;
  • Вәлитов З. З. Һүҙҙәрен тыны менән иретеп… — «Башҡортостан» гәзите, 1999 й., 30 октябрь;
  • Сәғитов Т. Б. Етемһерәп ҡалды Бөрйәне… — «Йәшлек» гәзите, 1997 й., 6 май;
  • Аҡбутина З. Һүҙҙең мәртәбәһен белеп… — «Йәшлек» гәзите, 2014 йыл, 31 октябрь.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә