Сәғитов Тайфур Барый улы

Сәғитов Тайфур Барый улы (15 апрель 1936 йыл — 26 апрель 2018 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1963 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1965 йылдан — КПСС, 1980 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1985).

Тайфур Сәғитов
Исеме:

Сәғитов Тайфур Барый улы

Тыуған көнө:

15 апрель 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Аҙнағол ауылы

Вафат булған көнө:

26 апрель 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (82 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

Наградалары:

БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986)


Биографияһы

үҙгәртергә

Тайфур Барый улы Сәғитов 1936 йылдың 15 мартында Белорет районы Аҙнағол ауылында тыуған.

Шундағы башланғыс кластарҙан һуң Сермән мәктәбендә уҡый. Урта белем алғас, уны «Белорецкий рабочий» гәзитенә эшкә саҡыралар. Аҙаҡ Өфөгә килеп, «Ленинсы» гәзитендә корректор, тәржемәсе, әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1958 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә. Йәш белгес 1964—66 йылдарҙа «Белорецкий рабочий» гәзитендә һәм Белорет районының башҡорт телендә нәшер ителгән «Урал» гәзитендә эшләй.

1967 йылдан журналист хеҙмәтен «Совет Башҡортостаны» гәзитендә дауам итә.

1980 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Башҡорт, рус һәм тағы бер нисә телдә яҙыусының ике тиҫтәнән артыҡ китабы баҫылып сыға.

Әҙип оҙайлы ауырыуҙан һуң 2018 йылдың 26 апрелендә Өфөлә вафат була[1].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Рәхмәт һеҙгә кешеләр. Очерктар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 100 б.
  • Күңел түре. Хикәйәләр, повестар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 168 б.
  • Һабантуй. роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 486 б.
  • Икмәктең валсығын да әрәм итмә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 20 б.
  • Хлеба береги кусок! Очерк. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. — 20 с.  (рус.)
  • Һабантуй. роман. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 336 б.
  • Аманат. Поэма-эссе.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. — 264 б.
  • Ҡаһармандар эҙенән. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 96 б.
  • Грани. Публицистические очерки. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1992. — 156 с.
  • Феномен. — Уфа, 1992. —
  • Батырша. Трагедия. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 80 б.
  • Һәйкәл. Публицистика. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. —
  • Һайланма әҫәрҙәр.Өс томда. — Өфө: том 1. 1994. 640 б. том 2. 1998. 752 б.
  • Иман. Роман.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. — 336 б.
  • С думой о Салавате. Очерк. — Уфа: Китап, 1997. — 60 с.
  • Күп яҡлы Ғәйетбай.— Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1998. — 144 б.
  • Наука. Общество. Нация./Бесседа с акад. Р. И. Нигматуллиным/. Уфа. Гилем, 1998. — 112с.
  • Разговор писателя с ученым. 275 лет Российской Академии наук: Уфа: Гилем, 1999. со автор Р. Нигматуллин.
  • Нинел. Роман. — Өфө: Китап, 2000. — 214 б.
  • Президент и писатель. Неожиданная книга-исповедь. Уфа: Китап, 2002. — 304 с.
  • Если бы не Вы, Тагир агай... Очерк. Уфа, 2003. — 304 с.
  • Сиң. Память судьбы. Уфа. Башкирское книжное издательство. 2006. — 552 с.

Лаҡаптары

үҙгәртергә
  • Бөгөн гәзит шәп сыҡҡан[2].

Фоторәсемдәр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2018)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә