Ҡәҙим Аралбай

башҡорт шағиры
(Аралбаев Ҡ. Ә. битенән йүнәлтелде)

Ҡәҙим Аралбай (тулы исеме — Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы; 1 сентябрь 1941 йыл) — шағир, йәмәғәт эшмәкәре. 1993—2001 һәм 2009—2012 йылдарҙа «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, директоры. 2002—2008 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) һәм әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Ҡәҙим Аралбай
Ҡәҙим Аралбай
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 сентябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Таңатар, Яңы Ергән ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт aralbaev.ru

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы) Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта, һәм ул шул уҡ йылда «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. 1977−1981 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баш мөхәррир һәм директор була. Бер ни тиклем ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ҡәҙим Аралбайҙың «Утлы кисеүҙәр» (1975), «Батыр яраһы» (1980), «Аҡ тирмә» (1982), «Һөйөүем йондоҙо» (1986), «Әле һуң түгел» (1989), «Мәслихәт» (1991), «Рух яҙыуы» (1995), «Таналыҡ тауышы» (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.

  • Гонец: стихи, поэма. — М. : Сов. писатель, 1983. — 83 с.; Уфа : Башкирское книжное издательство, 1983 — 83 с.; Бельские просторы. — 2001. — № 8. — С. 48-54, № 7. — С. 57-61.
  • Хозяин горы: современная сказка. — Уфа: Китап, 1997. — 24 с. ; Наш современник. — 1977. — N 4. — С. 27-35.
  • Знаешь ли ты свои корни? : научно-методическое пособие по подготовке и проведению народного праздника «Шежере байрамы». — Уфа : Белая река, 2006. — С.
  • Голоса веков //? Антология поэзии Башкортостана. — Уфа : Китап, 2007. — 455 с.
  • Батыр яраһы: поэмалар, шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1980. — 104 б.
  • Аҡ тирмә: поэмалар, шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1982. — 110 б.
  • Һөйөүем йондоҙо: шиғырҙар, балладалар, поэмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1986. — 110 б.
  • Әле һуң түгел : шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшр., 1982. — 110 б.
  • Рух яҙыуы: шиғырҙар, ҡобайырҙар, робағиҙар, бәйеттәр, йырҙар. — Өфө: Китап, 1995. — 288 б.
  • Таңатар. Историко-краеведческое издание. Автор статей, составитель и редактор Кадим Аралбай. — Уфа: изд. Самрау, 2021. — 29 с.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар