Саломея Нерис
Саломея Нерис (лит. Salomėja Nėris, ысын фамилияһы — Бачинскайте, ире буйынса Бучене; 17 ноябрь 1904 йыл — 7 июль 1945 йыл) — Литва ССР-ының халыҡ шағиры (1954 — үлгәндән һуң). Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1947 — үлгәндән һуң).
Саломея Нерис | |
Salomeja Neris | |
Исеме: |
Саломея Бачинскайте |
---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы, Польша батшалығы, Сувалки губернаһы, Киршяй ауылы |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Йүнәлеше: |
социалистик реализм |
Жанр: |
шиғыр, поэма |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
Литва теле |
Дебют: |
«Иртә менән» шиғыр йыйынтығы (1927) |
Премиялары: | |
Наградалары: | |
Биографияһы
үҙгәртергәСаломе́я Нери́с 1904 йылдың 17 ноябрендә Рәсәй империяһы Сувалки губернаһы Волковыш өйәҙе (хәҙерге Литва Мариямполе өйәҙе Вилкавиш районы) Киршяй ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].
Альвит урта мәктәбендә, 1918 йылдан Мариямполе гимназияһында, 1919 йылдан Вилкавишкис гимназияһында уҡый. 1924 йылда Каунас ҡалаһындағы Литва университетының теология һәм фәлсәфә бүлегенә уҡырға керә; литва әҙәбиәтен, немец теле һәм әҙәбиәтен, психология һәм педагогиканы өйрәнә.
1928 йылда Литва университетын тамамлағас, Лаздияй гимназияһында немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. 1931 йылдан Каунаста йәшәй; дәрестәр бирә, литва әкиәттәре баҫмаларын мөхәррирләй, һул һәм коммунистик яҡлы яҙыусылар менән яҡынлаша.
1928 йылда рөхсәтһеҙ эшләгән Литва йәштәренең коммунистик союзы менән бәйләнешкә инә, 1931 йылда Коминтерн элемтәсеһе (псевдонимы «Вирвича», лит. Virvyčia) булып китә, 1934—1936 йылдарҙа рөхсәтһеҙ эшләгән «Жямайтиёс теса» коммунистик гәзит менән бәйләнеш каналын тәьмин итә. 1936—1937 йылдарҙа Париждағы Литва һәм Польша коммунистар партиялары етәкселәре менән Коминтерндың элемтәсеһе була[2].
1934—1936 йылдарҙа Паневежис ҡыҙҙар гимназияһында уҡыта. 1936 йылдың аҙағында архитектор һәм скульптор Бернардас Бучасҡа кейәүгә сыға һәм 1937 йылға тиклем Парижда йәшәй. Ҡайтҡас Каунаста гимназияла эшләй. Саулюс исемле ул үҫтерә. 1940 йылда Халыҡ сеймының башҡа депутаттары — яҙыусылар Людас Гира, Юстас Палецкис, Пятрас Цвирка һ.б. менән бергә тулы хоҡуҡлы тип аталған делегация составына инә. Был делегация СССР Юғары Советы алдында Литваны Советтар Союзы составына ҡабул итеүҙе һорай. 1941 йылда СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Трибунанан үҙенең «Сталин тураһында поэма»һын уҡый. Коммунистар партияһын һәм Совет власын данлаған шиғырҙар, «Большевик юлы» (1940, В. И. Ленин хаҡында)[1] һәм «Дүртәү» (1926 йылда атылған дүрт Литва коммунистары хаҡында) поэмалар яҙа.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Нерис һәм уның улы башта Пензаға, аҙаҡ Өфөгә эвакуациялана. Өфөлә 1941 йылдың декабренән 1942 йылдың июненә хәтлем йәшәй[3]. Бер нисә тапҡыр фронтҡа барып литва частары алдынжа үҙенең шиғырҙары менән сығыш яһай.
1945 йылдың 7 июлендә бауыр яман шешенән ауырып Мәскәүҙә дауаханала вафат була, Каунаста ерләнә. Саломеяның улы скульптор Саулюс Бучас 2007 йылдың 20 февралендә үлә[4].
Ижады
үҙгәртергәСаломея Нерис ижадының стиле — неоромантизм[1]. 1921 йылда шиғырҙар яҙа башлай.
Тәүге шиғырҙарын Liūdytė һәмJuraitė псевдонимдары аҫтында баҫтыра, 1923 йылдан — Salomėja Nėris. Шағирә ҙурлығы буйынса Литва икенсе булған Вилия йылғаһының литваса атамаһын Neris әҫәби исем итеп һайлаған. Әммә 1940 йылда ул үҙенең Паневежис ҡыҙҙар гимназияһы уҡыусыларынан хат ала, бында уны туған иленең һатлыҡйәне тип атайҙар һәм унда айырым әйткәндә ошолай һүҙҙәр була: «Һин башҡаса беҙҙең өсөн изге булған йылға исеме — Нерис тип үҙеңде атай алмайһың»[5]. Бынан һуң Саломея После этого Саломея «e» өҫтөнә диакритик билдә өҫтәй һәм уның әҙәби исеме ошолай була — Nėris, был инде башҡа үҙендә бер ниндәйҙә патриотик мәғәнәгә эйә булмай. Һәм сәйер ишетелә башлай, сөнки «nėris» литва телендә «тимерсе» тигән мәғәнәгә тура килә.
«Иртә менән» (лит. «Anksti rytą»; 1927), «Ҡомдағы эҙҙәр» (лит. «Pėdos smėly»; 1931), «Ватылыусан боҙ буйлап» (лит. «Per lūžtantį ledą»; 1935), «Полынью зацвету» (лит. «Diemedžiu žydėsiu»; 1938), «Йырла, йөрәк, тормошто!» (1943) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы.
А. С. Пушкин, И. С. Тургенев, Максим Горький, В. Г. Короленко, С. Я. Маршак, А. А. Ахматова һ.б. яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен литва теленә тәржемә итә.
Саломея Неристың шиғырҙары бер нисә тапҡыр рус теленә тәржемә ителә, тәржемәселәр араһында Анна Ахматова, Новелла Матвеева, Давид Самойлов, Юнна Мориц, Юрий Левитанский, Георгий Ефремов була. Шағир әҫәрҙәрен башҡорт теленә Әхтәм Ихсан, Ғәйнан Әмири, Әсхәл Әхмәт-Хужа һ.б. тәржемә иткән[3].
Бүләктәре һәм премиялары
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергә- Каунаста, 1938—1941 йылдарҙа шағир йәшәгән йортта, 1962 йылдан Саломея Нерис мемориаль музейы (Майронис исемендәге Литва әҙәбиәт музейының филиалы) эшләй[6].
- Мәскәү[7], Каунас, Вильнюс (лит. Salomėjos Nėries gatvė) һәм Клайпеда[8] урамдарының береһенә уның исеме бирелгән.
- 1946 йылда Вильнюстағы урта мәктәпкә (хәҙер гимназия) Саломея Нерис исеме бирелгән (лит. Vilniaus Salomėjos Nėries gimnazija). 1974 йылда мәктәп алдында Саломея Нерис һәйкәле ҡуйыла (архитекторҙары Гядиминас Баравикас һәм Гитис Рамунис, скульпторы Владас Вильджюнас).
- 1954 йылда шағиргә бағышланған СССР почта маркаһы сыға.
- «Salomeya Neris» йөк ташыу пароходы (ИМО номеры — 5307984) шағирә хөрмәтенә аталған, 1970-се йылдарҙа Итуруп утрауының (Курил утрауҙары) Кит бухтаһында пароход һай урынға ултыра, аҙаҡ уның корпусы был бухтала 6-сы пирстың нигеҙенә ята[9].
Китаптары
үҙгәртергә- Anksti rytą. Kaunas, 1927. 77 p.
- Pėdos smėly. Kaunas: Sakalas, 1931. 61 p.
- Mūsų pasakos / sp. paruošė S. Nėris. Kaunas: Spindulys, 1934. 160 p.
- Per lūžtantį ledą. Kaunas: Sakalas, 1935. 48 p.
- Diemedžiu žydėsiu. Kaunas: Sakalas, 1938. 69 p.
- Eglė žalčių karalienė. Kaunas: Valst. l-kla, 1940. 107 p.
- Poema apie Staliną. Kaunas: Spaudos fondas,1940. 16 p.
- Rinktinė. Kaunas: Valst. l-kla, 1941. 192 p.
- Dainuok, širdie gyvenimą: eilėraščiai ir poemos. Kaunas: Valst. l-kla, 1943. 39 p.
- Lakštingala negali nečiulbėti. Kaunas: Valst. grož. lit. l-kla, 1945. 109 p.
- Eglė žalčių karalienė. Kaunas: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1946. 96 p.
- Poezija: 2t. Kaunas: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1946.
- Našlaitė. Kaunas: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1947. 48 p.
- Žalčio pasaka. Chicago, 1947. 112 p.
- Rinktinė. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1950. 276 p.
- Eilėraščiai. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1951. 84 p.
- Poema apie Staliną. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1951. 36 p.
- Pavasario daina. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1953. 38 p.
- Poezija. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1954. 500 p.
- Baltais takeliais bėga saulytė. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1956. 164 p.
- Raštai: trys tomai. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1957.
- Rinktinė. Kaunas: Valstybinė pedagoginės literatūros leidykla, 1958. 112 p. (Mokinio biblioteka).
- Širdis mana — audrų daina. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1959. 474 p.
- Eglė žalčių karalienė: poema pasaka. Vilnius: Valst. grož. lit. l-kla, 1961. 51 p.
- Pavasaris per kalnus eina: eilėraščiai. Vilnius: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1961. 511 p.
- Kur baltas miestas: rinktinė. Vilnius: Vaga, 1964. 143 p.
- Rinktinė. Kaunas: Šviesa, 1965. 90 p. (Mokinio biblioteka).
- Laumės dovanos. Vilnius: Vaga, 1966. 25 p.
- Poezija: 2 t. Vilnius: Vaga, 1966
- Keturi: poema. Vilnius: Vaga, 1967.
- Poezija. Vilnius: Vaga, 1972. 2 t.
- Negesk žiburėli. Vilnius: Vaga, 1973. 151 p.
- Širdis mana — audrų daina. Vilnius: Vaga, 1974. 477 p.
- Kaip žydėjimas vyšnios: poezijos rinktinė. Vilnius: Vaga, 1978. 469 p.
- Poezija: rinktinė. Vilnius: Vaga, 1979. 827 p.
- Mama! Kur tu?: poema. Vilnius: Vaga, 1980. 38 p.
- Nemunėliai plauks. Vilnius: Vaga, 1980. 201 p.
- Negesk, žiburėli: eilėraščiai ir poemos. Vilnius: Vaga, 1983. 103 p.
- Raštai: 3 t. — Vilnius: Vaga , 1984.
- Prie didelio kelio: eilėraščiai. Vilnius: Lietuvos rašytojų s-gos l-kla, 1994. 96 p.
- Tik ateini ir nueini: rinktinė. Vilnius: Alma littera, 1995. 220 p.
- Eglė žalčių karalienė. Vilnius: Lietus, 1998. 126 p.
Рус телендә
үҙгәртергә- Мой край. Каунас, 1947
- Избранное. Вильнюс, 1950.
- Стихотворения и поэмы. М., 1953
- Стихи. М., 1961.
- У родника. Вильнюс: Vaga, 1967.
- Лирика. М.: Художественная литература, 1971. 230 с.
- Сквозь бурю. Вильнюс, 1974.
- Ветер новых дней: стихотворения. М.: Художественная литература, 1979. 334 с
- Соловей не петь не может: стихи. Вильнюс: Vaga, 1988. 160 с (Литовская поэзия).
- Эгле, королева ужей: поэма / пер. M. Петров. Vilnius: Vyturys, 1989. 62 p.
- Blue sister, river Vilija = Сестра Голубая — Вилия. Москва: Радуга, 1987. 261 c. (рус һәм инглиз телдәрендә)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Алексеева Н. А. Нерис // Большая Российская энциклопедия / Председатель Науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред. С. Л. Кравец. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2013. — Т. 22. Нанонаука — Николай Кавасила. — С. 496—497. — 767 с. — 26 000 экз.
- ↑ По данным Архива Коминтерна (Российский государственный архив социально-политической истории, фонд 495 и последующие)
- ↑ 3,0 3,1 Әхмәҙиев Р. Б. НЕРИС (Бачинскайте‑Бучене) Саломея // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ In memoriam Saulius Bučas 2010 йыл 4 март архивланған. (лит.)
- ↑ Rasyk.lt: Apie S. Nėries gyvenimo vingius ir jos gyvenimo meiles
- ↑ ДОМ-МУЗЕЙ САЛОМЕИ НЕРИС 2014 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Саломеи Нерис улица (10 декабря 1974 года) 2013 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ S. Nėries gatvė
- ↑ Строительство пирса на Итурупе под угрозой из-за сидящего на мели «Каракумнефти»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Korsakas K. Literatūra ir kritika. Vilnius, 1949.
- Kubilins V. Salomėjos Nėries lyrika. Vilnius, 1968.
- Sauka D. Salomėjos Nėries kūriba. 1924—1940. Vilnius, 1957.
- Venclova A. Salomėja Nėris. 1904—1945. // Nėris S. Poezija. T. 1. Kaunas: Valstybinė grožinės literatūros leidykla, 1946.
- Viktorija Daujotytė. Salomėja Nėris: Fragmento poetika. Vilnius: Lietuvos rašytojų sąjungos leidykla, 2005. ISBN 9986-39-345-0.
- Aleksandras Žalys. Salomėja Nėris — mūsų dvasios poetė. Klaipėda: Klaipėdos universiteto leidykla, 2005. ISBN 9955-18-015-3.
- Зелинский К. Саломея Нерис и литовская литература. // Литература народов СССР. М., 1957.
- Роставайте Т. Поэтесса литовского народа Саломея Нерис. М., 1955.