Сазандарян Татевик Тиграновна
Татевик Сазандарян Тиграновна (опера йырсыһы; 2 сентябрь 1916 йыл — 6 октябрь 1999 йыл) — СССР-ҙың опера йырсыһы (меццо-сопрано), педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1956). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1951).
Биографияһы
үҙгәртергәТатевик Тиграновна Сазандарян 1916 йылдың 20 авгусында (яңы стиль буйынса 2 сентябрҙә) Хндзореск ауылында (хәҙерге Сюникская өлкәһе, Әрмәнстан) тыуған.
Концерт эшмәкәрлеген 1933 йылда башлай.
1937 йылда Мәскәүҙә Әрмән ССР-ы мәҙәниәт йорто эргәһендәге вокаль-драма студияһын тамамлай. Ошо уҡ йылдан — А. А. Спендиаров исемендәге Әрмән опера һәм балет академия театры солисы.
1960 йылда Ереван консерваторияһын тамамлай[2].
Концерт репертуарында вокаль классикаһы, хәҙерге заман композиторҙары әҫәрҙәре.
СССР ҡалалары һәм сит илдәр: Иран, Ливан, Швеция, Тунис, Венгрия, Сүриә (1956), Бельгия (1958, 1962), Греция (1959), Чехословакия (1960), Франция (1963) буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
1961 йылдан алып Ереван консерваторияһында уҡыта (1970 йылдан — профессор, 1977—1979 йылдарҙа — яңғыҙ йыр кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта Ереван художество-театр институтында яңғыҙ йырлау кафедраһы мөдире (1972—1977).
1949 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1958—1962).
Ире — Акоп Сергеевич Ханджян. Скрипкасы һәм йәмәғәт эшмәкәре, бер нисә ғилми хеҙмәт авторы, Әрмән ССР-ының сәнғәт эштәре буйынса идаралығы начальнигы.
Татевик Сазандарян 1999 йылдың 6 октябрендә вафат була[3]. Ҡала Пантеонында ерләнгән.
Опера партиялары
үҙгәртергә- «Алмаст» А. А. Спендиаров — Алмаст
- «Аршак II» Т. Г. Чухаджян — Парандзем
- «Давид-бек» А. Т. Тигранян — Тамар
- «Героиня» А. Л. Степанян — Назели
- «Саят-Нова» А. Г. Арутюнян — Анна
- «Царская невеста» Н. А. Римский-Корсаков — Любаша
- «Князь Игорь» А. П. Бородин — Кончаковна
- «Аида» Дж. Верди — Амнерис
- «Самсон и Далила» К. Сен-Санс — Далила
- «Молодая гвардия» Ю. С. Мейтус — Уля Громова
- «Царь Эдип» И. Ф. Стравинский — Иокаста
- «Кармен» Ж. Бизе — Кармен
- «Орлиная крепость» А. А. Бабаев — Шушан
- «В лучах солнца» А. Г. Тер-Гевондян — Берберо
- «Евгений Онегин» П. И. Чайковский — Ольга
- «Фауст» Ш. Гуно — Зибель.
Фильмография
үҙгәртергә- 1941 — Әрмән киноконцерты (ҡыҫҡа метражлы) — Алмаст.
- 1954 — Әрмәнстан сәнғәт оҫталарының концерты — төп роль.
- 1977 — «Татевик Сазандарян» документаль фильмы («Ереван» студияһы).
Награда һәм премиялары
үҙгәртергә- Әрмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (4.03.1944)[4]
- Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (26.11.1947)[5]
- Әзербайжан ССР-ының халыҡ артисы (1947)[6]
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1956)
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1951) — «Героиня» опера спектаклендә Назель партияһын башҡарған өсөн
- Әрмән ССР-ының дәүләт премияһы
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (4.11.1939)
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1.09.1986)
- Изге Месроп Маштоц ордены (1997)
- Миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергәӘрмәнстанда Татевик Сазандарян исемендәге Республика вокалсылар конкурсы уҙғарыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Армянская советская энциклопедия, том 10 (әрм.) — Т. 10. — Б. 111.
- ↑ Театральная Энциклопедия. драма опера балет оперетта цирк эстрада драматург режиссёр
- ↑ http://megabook.ru/article/САЗАНДАРЯН%20Татевик%20Тиграновна
- ↑ Хронография Еревана = Երևանի տարեգրությունը. — Ер.: Музей истории города Еревана, 2009. — С. 95. — 240 с.
- ↑ Хронография Еревана = Երևանի տարեգրությունը. — Ер.: Музей истории города Еревана, 2009. — С. 100. — 240 с.
- ↑ Литературный конкурс произведений о музыке «Бекар» 2014 йыл 22 февраль архивланған.