Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы

йырсы, вокал буйынса педагог
(Сагитова Фарзана Фаткулловна битенән йүнәлтелде)

Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (20 апрель 1943 йыл) — йырсы, вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (2009). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призына республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).

Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Көҙән, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы, уҡытыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова (ҡыҙ фамилияһы Шәйәхмәтова) 1943 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙер Ишембай) районының Көҙән ауылында тыуған.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (М. Ғ. Мортазина класы) һәм 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Л. Г. Менабени класы) тамамлай.

19661969 йылдарҙа Ишембай ҡалаһының балалар музыка мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1974 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. 1981 йылдан яңғыҙ йырлау бүлеге мөдире булып эшләй, ә 1999 йылдан — вокал сәнғәте кафедраһы мөдире.

Фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы 14 фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы. Йырсы булрараҡ, уның репертуарында операларҙан ариялар, башҡорт, сит ил һәм ватан композиторҙарының йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙары бар.

Күп тапҡырҙар «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһенең[1][2], шулай уҡ «Йәйғор» фестиваленең жюри рәйесе була[3], Заһир Исмәғилев исемендәге музыкант-башҡарыусыларҙың I халыҡ-ара[4], «Мин сәнғәт донъяһына инәм»[5] һәм Рәсәйҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаған вокалсылар[6] конкурстарының һ. б. баһалама ағзаһы була.

Уҡыусылары

үҙгәртергә

Уҡыусылары араһында — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнәүи Сәлихов, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы А. Волкова, Башҡортостандың халыҡ артистары Рима Амангилдина һәм Фәдис Ғәниев, атҡаҙанған артистары Илһам Вәлиев, Минзифа Исҡужина, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Зөлфиә Шакирова, атҡаҙанған артистары Лилиә Букеева, Рөстәм Асаев һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Салауат Юлаев ордены (2018)[7][8].
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997)[9].
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983)[10].
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға республика йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970).
  • Лилиә Халикова: «Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы ҡулына эләгеүем менән бәхетлемен, ул һөнәр серҙәренә өйрәтте, музыкала ғына түгел, тормошта ла тәрбиәләне. Әле һаман тәрбиәләй… Концертмейстер Ирина Станиславовна Долматова менән миңә күп иғтибар, мөхәббәт бүлделәр, дәрестәрҙән һуң да, ял көндәрендә лә шөғөлләнделәр… Эйе, ауыр булды, бигерәк тә тауышты ҡуйғанда. Мин нисек эшләргә икәнен беләм, әммә килеп сыҡмай ҙа ҡуя… Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы ярҙам итте. Уның тауышты тойоу һәләте минең тауышымды ҡуйырға ярҙам итте, уның ярҙамы менән мин үҙемде ишеттем»[11].
  • Илһам Вәлиевты ла Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова үҙ класына ала, уға вокал дәрестәрен бирә. Педагогик тәжрибәһе, профессионаллеге менән студент йылдарында уның талантын һаҡлап, хәстәрләп тора.
  • Фәнәүи Сәлихов: «Күҙ алдына килтерегеҙ: миңә 21 йәш, ә вокалды ҡуйырға, фортепианола уйнарға өйрәнергә кәрәк. Педагогым Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитоваға сабырлығы өсөн рәхмәтлемен»[12].

Туғандары — Кәрим һәм Риф Шәйәхмәтовтар.

Тормош иптәше — Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы, «Башҡортостан» республика гәзитенең баш мөхәррире, БР мәҙәниәт министры була.

Улы — Салауат (Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары), Азамат (Өфө ҡала кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фондының генераль директоры).

Атаһы — Әхмәтзәки Вәлидиҙең[13] ике туған ағаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Билалова Г. Ирандыкские напевы.//«Абзелил» 2014 йыл 29 май архивланған.
  2. Близится конкурс исполнителей башкирской песни «Ирандык мондары» 2014 йыл 1 декабрь архивланған.
  3. Ничков А. Звонкий аккорд уходящего лета.// 2016 йыл 5 март архивланған.«Республика Башкортостан», 1 сентября 2011 года, № 168 (27403).
  4. Приказ Федерального агентства по культуре и кинематографии от 10.04.2007 № 240 2016 йыл 4 март архивланған.
  5. Сытин М. Молодежь Башкортостана входит в мир искусств. 2014 йыл 29 май архивланған.
  6. Санкт-Петербургская государственная консерватория имени Н. А. Римского-Корсакова.
  7. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. 08.06.2018 Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан 2018 йыл 14 июнь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2018)
  8. Список награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йыл 30 апрель архивланған.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июнь 2018)
  9. Указ Президента Башкортостана от 05.05.1997, № УП-262 «О присвоении почётного звания „Заслуженный деятель искусств Республики Башкортостан“ Сагитовой Ф. Ф.» 2014 йыл 29 май архивланған.
  10. Указ Президиума Верховного Совета Башкирской АССР от 21.02.1983 N 6-2/41 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник культуры Башкирской АССР“ преподавателям Уфимского училища искусств» 2014 йыл 29 май архивланған.
  11. " Лилия — цветок Башкирской Оперы — Журнал «Рампа» 2014 йыл 29 май архивланған.
  12. «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета 2016 йыл 4 март архивланған.
  13. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot 2021 йыл 1 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә