Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы

йырсы

Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1 апрель 1972  йыл) — йырсы. 1993 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Амангилдина Римма Зәйнетдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Хәлил, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Биографияһы үҙгәртергә

Римма Зәйнетдин ҡыҙы Амангилдина 1972 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1]Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуған.

1993 йылдаӨфө сәнғәт училищеһын (Ф. Ф. Сәғитова класы), 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1993 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башлай һәм шунда дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә эшләй.

Вокал партиялары үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ йырҙары «Зәлифәкәй», «Сәлимәкәй», «Һырдарья», «Түңәрәккәй күл», «Уйнат гармундарыңды»; Хөсйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Таһир Кәримов, Салауат Низаметдинов, Нариман Сабитов, Роза Сәхәүетдинова, Артур Туҡтағолов һәм башҡа авторҙарҙың йырҙарын һәм романстарын башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә