Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы
Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы (7 сентябрь 1920 йыл — 1 октябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, кавалерия дивизияһының артиллерия-миномёт полкы командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
РСФСР СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 сентябрь 1920 |
Тыуған урыны | Томск, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 1 октябрь 1943 (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Лоев районы[d], Гомель өлкәһе, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәШамил Сәйет улы Рәхмәтулин 1920 йылдың 7 сентябрендә Томск ҡалаһында тыуған. Урта мәктәптең 10 класын тамамлай. 1939 йылдың авгусында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылда 1-се Мәскәү артиллерия училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша[1][2].
1943 йылдың сентябренән гвардия капитаны Шамил Рәхмәтулин — Үҙәк фронттың 61-се армияһы 7-се гвардия кавалерия корпусы 14-се гвардия кавалерия дивизияһы 146-сы гвардия артиллерия-миномёт полкы командиры. Днепр өсөн һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 30 сентябрендә Рәхмәтулин полкы Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Лоев ҡасабаһы эргәһендә Днепр йылғаһы аша сығып, уның көнбайыш ярында плацдарм яулай, немецтарҙың бик күп контратакаларын кире ҡаға. 1943 йылдың 1 октябрендә бер алышта Шамил Рәхмәтулин батырҙарса һәләк булған. Чернигов паркында Валдағы туғандаш ҡәберлегендә ерләнгән[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февраль Указы менән «командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец илбаҫарҙары менән көрәштә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия капитаны Шамил Рәхмәтулин үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була.[3] Яугир шулай уҡ Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ[1] ордендары менән бүләкләнә.
Ҡазан һәм Чернигов ҡалаларында урам һәм тыҡрыҡ Шамил Рәхмәтулиндың исемен йөрөтә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Рәхмәтуллин Шамил Сәйет улы . «Герои страны» сайты.
- ↑ Память народа
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому и сержантскому составу артиллерии Красной Армии» от 9 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 24 февраля (№ 11 (271)). — С. 1
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Герои Советского Союза — наши земляки. Книга 2. Казань, 1984.
- Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.
- Ханин Л. Герои Советского Союза — сыны Татарии. Казань, 1969.