Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы

Рәсәй федерацияһының Дәүләт премияһы рус. Госуда́рственная пре́мия Росси́йской Федера́циифән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөш, етештереүҙәге бик юғары һөҙөмтәләр өсөн 1992 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан бирелә торған премия.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы
Нигеҙләү датаһы 1992
Дәүләт  Рәсәй
Награда тапшырыусы Рәсәй Президенты
Алыштырған СССР дәүләт премияһы
Башланыу датаһы 1992
Пиктограмма
Лауреаттар категорияһы Категория:РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
 Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы Викимилектә

Фән һәм технологиялар өлкәһендәге Дәүләт премияларына, Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияларына, Гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Дәүләт премияларына лайыҡ булған кешеләргә «Фән һәм технологиялар өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты», «Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты» һәм «Гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты» тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, аҡсалата бүләк, диплом, Дәүләт премияһы лауреаты почёт билдәһе һәм уның таныҡлығы тапшырыла. Лауреаттың почёт билдәһенә өҫтәп Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты фрак билдәһе бирелә.

Дәүләт премиялары тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан тапшырыла. Традиция буйынса тантана 12 июндә — Рәсәй Көнөндә үтә[1]

Тарихы үҙгәртергә

1992—2003 үҙгәртергә

Фәнни-техник прогресс ҡаҙаныштарын дәүләт кимәлендә дәртләндереү маҡсатында РФ Президентының 1992 йылдың 5 июнендәге 282-рп һанлы бойороғо[2] менән 1992 йылға — 18, ә 1993 йылдан — ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен үткәреүгә бүленгән бюджет ассигнованиелары сиктәрендә һәр береһе 100 мең һум күләмендә Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендәге 20 Дәүләт премияһы булдырыла.

Ошо уҡ ҡарар менән Рәсәй Фәндәр Академияһы президенты Ю. С. Осипов рәйеслегендә Рәсәй Федерацияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премиялары буйынса комитет составы, шулай уҡ Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премиялары тураһындағы Положение раҫлана.

Комитет һайлап алыу турын һәм премияларға дәғүә иткән эштәрҙе ҡарауҙы тормошҡа ашыра. Дәүләт премияларын биреү тураһындағы комитеттың ҡарарҙары Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары менән раҫлана.

Премия лауреаттарына СССР Дәүләт премияһы лауреатына бирелгән кеүек миҙал өлгөһөндә күкрәккә таға торған миҙал тапшырыла, миҙалдың планкаһы Рәсәй триколоры төҫөндә эшләнә.[3].

Комитет Составы үҙгәртергә

Президиум үҙгәртергә

  1. Осипов Юрий Сергеевич — Рәсәй Фәндәр академияһы президенты, академик, Комитет Рәйесе
  2. Андреев Александр Федорович —РФА-ның вице-президенты, академик, Комитет Рәйесе урынбаҫары
  3. Коптюг Валентин Афанасьевич — РФА-ның вице-президенты, Рәсәй Фәндәр академияһының Себер бүлексәһе рәйесе, академик, Комитет рәйесе урынбаҫары
  4. Журавлев Владимир Григорьевич — Комитеттың ғилми секретары урынбаҫары, Комитеты рәйесе урынбаҫары
  5. Буслаев Юрий Александрович— РФА-ның физика-химия һәм органик булмаған материалдар технологияһы бүлеге академик-секретары, академик
  6. Гончар Андрей Александрович — РФА-ның вице-президенты, академик
  7. Емельянов Станислав Васильевич — РФА-ның информатика, иҫәпләү техникаһы һәм автоматлаштырыу бүлексәһе академик-сәркәтибе, халыҡ-ара ғилми-тикшеренеү институты идаралығы генераль директоры, академик
  8. Иноземцев Владимир Григорьевич — мәскәү тимер юл транспорты инженерҙары институты ректоры, РФА-ның ағза-корреспонденты
  9. Ковальченко Иван Дмитриевич — РФА-ның Тарих фәндәре бүлексәһе академик-секретары, академик
  10. Жариков Вилен Андреевич — Бүлек РФА-ның Геология, геофизика, геохимия һәм тау фәндәре бүлексәһе академик-секретары
  11. Маслов Виктор Павлович — Мәскәү электрон машиналар эшләү институтында кафедра мөдире, академик
  12. Романенко Геннадий Андреевич — РФА-ның вице-президенты, Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе президиумы рәйесе, академик,
  13. Романенко Геннадий Алексеевич — Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы президенты, Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы,
  14. Савельев Виктор Сергеевич — Рәсәй дәүләт медицина университеты кафедраһы мөдире, РФ һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы, РАМН академигы
  15. Селезнев Игорь Сергеевич — МКБ"Радуга" генераль конструкторы, РСПП вице-президенты
  16. Складнев Николай Николаевич —В. А. Кучеренко исемендәге Үҙәк ғилми-тикшеренеү һәм проект-эксперименталь төҙөлөш конструкциялары һәм ҡоролмалар проблемалары институты директоры, РФА-ның ағза-корреспонденты
  17. Шорин Владимир Павлович —РФ ЮС халыҡ мәғарифы һәм фән буйынса комитет рәйесе, академик.

Ағзалары үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премиялары буйынса комитет составында 51 ағза.

2004 йылдан алып премия тапшырыу тәртибе үҙгәртергә

2004 йылда бирелгән Дәүләт премияларынан башлап[4] Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияларын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре билдәләнә:

Билдәләнгән
  • Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар өлкәһендә өс Дәүләт премияһы (2006 йылдан — дүрт[5]);
  • Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә өс Дәүләт премияһы;
  • Рәсәй Федерацияһының гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштар өсөн Дәүләт премияһы (2005 йылдан башлап).
  • Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ һаҡлау һәм хәйриә эшмәкәрлеге өлкәһендә юғары ҡаҙаныштар өсөн ике Дәүләт премияһы (2016 йылдан башлап)

Һәр премия күләме миллион һум тәшкил иткән[6]. Премиялар ошо премия лауреаттарының артабанғы ғилми һәм ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү, яңы фәнни асыштар һәм ижади ҡаҙаныштар өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында бирелә. 2020 йылдан Дәүләт премияһының күләме 10 миллион һум тәшкил итә.

Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар өлкәһендәге Дәүләт премияһы Ватан һәм донъя фәнен ярайһы ныҡ байытҡан һәм фәнни-техник прогресты үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаған күренекле эштәре, асыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелә.

Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы Ватан һәм донъя мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән, айырыуса әһәмиәтле әҙәби әҫәрҙәр һәм ижади эштәр булдырған Рәсәй Федерацияһы граждандарына бирелә.

Гуманитар эшмәкәрлек өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн РФ Дәүләт премияһы әүҙем мәғрифәтселек, тыныслыҡҡа саҡырып емешле эшмәкәрлек алып барған, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе раҫлауға, йәмғиәтте туплауға һөҙөмтәле булышлыҡ иткән һәм Рәсәйҙә йәмәғәтселектә киң танылыуға өлгәшкән кешеләргә бирелә. Дәүләт премияһының был төрө шәхсән йүнәлешле һәм һәр ваҡыт бер генә кешегә тапшырыла, Дәүләт премияһының был төрөн ҡабаттан бер үк кешегә биреү рөхсәт ителмәй.

Хәйриә эшмәкәрлеге һәм хоҡуҡ өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштар өсөн РФ Дәүләт премияһы 2015 йылда булдырылған. Декабрь айында тапшырыла.[7]

Дәүләт премияларын биреү тураһында тәҡдимдәр Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса совет һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет тарафынан тәҡдим ителә.

Дәүләт премияһы шәхси характерҙа һәм, ҡағиҙә булараҡ, бер дәғүәсегә бирелә. Әгәр ҡаҙанышта бер нисә кеше хәл иткес роль уйнаһа, Дәүләт премияһы өс кешенән артмаған дәғүәселәр төркөмөнә бирелеүе мөмкин. Был осраҡта Дәүләт премияһы лауреаттары араһында аҡсалата бүләк, диплом, маҡтау билдәһе һәм уға таныҡлыҡ һәр лауреатҡа тапшырыла.

Айырым осраҡтарҙа ғына, яңы, айырыуса әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшһә, Дәүләт премияһы лауреаттарға ҡабаттан тапшырыла ала.

Үлгәндән һуң Дәүләт премияһын тапшырыу рөхсәт ителә. Мәрхүмдең дипломы һәм почёт билдәһе уның ғаиләһенә иҫтәлек булараҡ тапшырыла йәки ҡалдырыла, ә аҡсалата бүләк мираҫ буйынса тапшырыла.

Рәсәй Федерацияһының Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Дәүләт премияһы үҙгәртергә

1996 йылдан шулай уҡ Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Рәсәй Дәүләт премияһы («1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының Еңеүен мәңгеләштереү тураһында» ғы Федераль закон) тапшырыла[8].Премия тураһындағы положение Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһының Советтар Союзы Маршал Г. К. Жуков исемендәге Дәүләт премияһы тураһында» ғы Указы менән раҫланған[9]. Премия Рәсәй Федерацияһы граждандарына йыл һайын 300 000 һум күләмендә ошо маҡсаттарҙа тапшырыла: хәрби фәндәр өлкәһендә; ҡоралдар һәм хәрби техника булдырыу өлкәһендә; әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ батырлығының бөйөклөгөн һәм күренекле совет полководецтарының ролен, яугирҙәрҙең һәм партизандарҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы, Ватанды һаҡлаусыларҙың дуҫлыҡ, берҙәмлек һәм хәрби туғанлыҡ күрһәтеүен асҡан әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәренә[10]. «Рәсәй Федерацияһының Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты» исеме билдәләнгән тәртиптә Еңеү көнө алдынан бирелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. День России 12 июня отмечается по всей стране 2013 йыл 29 июль архивланған.
  2. Распоряжение Президента РФ № 282-рп от 5 июня 1992 года
  3. Государственная премия за 2003 год
  4. Указ Президента Российской Федерации № 785 от 21.06.2004 года (в редакции от 30.08.2004 № 1131, от 10.09.2005 № 1061, от 16.11.2006 № 1296, от 14.02.2007 № 165) 2009 йыл 28 март архивланған.
  5. Указ Президента Российской Федерации № 1296 от 16.11.2006 2014 йыл 16 ғинуар архивланған.
  6. в ред. Указа Президента РФ от 16.11.2006 № 1296
  7. Государственная премия за 2017
  8. Федеральный закон от 19.05.1995 г. № 80-ФЗ «Об увековечении Победы советского народа в Великой Отечественной Войне 1941—1945 годов», ст. 4
  9. Указ Президента Российской Федерации от 28.10.1996 г. № 1499 «О Государственной премии Российской Федерации имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова»
  10. Указ Президента Российской Федерации «О Государственной премии Российской Федерации имени Маршала Советского Союза Г. К. Жукова» (В редакции указов Президента Российской Федерации от 21.06.2002 г. N 642; от 30.12.2009 г. N 1513)

Һылтанмалар үҙгәртергә