Рәсәй көнө

(Рәсәй Көнө битенән йүнәлтелде)

Рәсәй көнө (2002 йылға тиклем — РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө) (рус. День России)— 12 июнь — Рәсәй Федерацияһының дәүләт байрамы.

Рәсәй көнө
Рәсем
Рәсми атамаһы День принятия Декларации о государственном суверенитете Российской Федерации һәм День России
Кем хөрмәтенә аталған Рәсәй
Нигеҙендәге текст Постановление СНД РСФСР от 25 мая 1991 года № 1337-I[d]
В память о Декларация о государственном суверенитете РСФСР[d]
Йылдың көнө 12 июнь
 Рәсәй көнө Викимилектә

12 июнь — РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнөндә 1992-нән йыл һайын билдәләнә[1] (1991 йылдан ял көнө булып тора[2]).

1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттарының беренсе съезында РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.

12 июнь, Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының «Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө» булараҡ, 1992 йылдың 11 июненән байрам датаһы тип ҡабул ителә. Ошо уҡ йылдың 25 сентябрендә Хеҙмәт тураһындағы закондар кодексына тейешле үҙгәрештәр индерелә. 1998 йылдың 12 июнендә Б. Н. Ельцин үҙенең телевизион мөрәжәғәтендә байрамдың исемен «Рәсәй көнө» тип алмаштырырға тәҡдим итә[3]. Рәсми рәүештә был исем 2002 йылда яңы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексын ҡабул итеү менән бирелә.

Рәсәй көнөндә Кремлдә Рәсәй Президенты Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияларын тапшыра. Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда байрам салюты менән тамамланған тантаналар үтә[4]

Рәсәй көнөндә Россотрудничество (Рәсәй хеҙмәттәшлеге) үҙенең сит ил вәкиллектәрендә тематик күргәҙмәләр, концерттар, лекциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр, ижади фестивалдәр ойоштора. Сараға Рәсәй тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған башҡа ил граждандары һәм граждандары саҡырыла[5][6].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • 12 июнде йыш ҡына «Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғо көнө» тип йөрөтәләр. 1991 йылдан 2016 йылға тиклем Левада-Үҙәк үткәргән социологик һорау алыу барышында 2003 йылда — респонденттарҙың 65 % (максимум), 2016 йылда 29 % (минимум) кеше байрамды ошо исем менән атай[7].
  • Ошо уҡ көндө 1991 йылда РСФСР Президентын һайлау үтә, Ельцин Борис Николаевич еңеп сыға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә