Маликов Рәмил Фәрүҡ улы

ғалим-физик. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Б
(Рәмил Фәруҡ улы Маликов битенән йүнәлтелде)

Маликов Рәмил Фәрүҡ улы (20 ғинуар 1951 йыл) − ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).

Маликов Рәмил Фәрүҡ улы
Тыуған көнө 20 ғинуар 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө физик
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Ғилми дәрәжә фән докторы[d] һәм профессор[d]
Әүҙемлек урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты

1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — Һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институтының Мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры, 2006—2015 йылдарҙа мәғлүмәт һәм полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһы мөдире.

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәмил Фәруҡ улы Маликов 1951 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған.

Әсәһе башланғыс кластар уҡытыусыһы, атаһы — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, дүрт орден кавалеры була.

Мәктәпкә үҙ теләге менән алты йәштән уҡырға бара. Уны бигерәк тә математика ҡыҙыҡһындыра, мәктәп һәм олимпиадаларында ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.

Юғары белемде Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында ала. Мәктәптәге ҡыҙыҡһыныуы физика-математика факультетына алып килә. Студент сағында уҡ фәнни эштәр менән шөғәлләнә башлай.

1972 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң МДПУ-ға һәм Мәскәү өлкә педагогия институтына маҡсатлы урындарға аспирантураға тәҡдим итәләр. Экзамендарын һәйбәт тапшыра. Ләкин конкурс ҙурлыҡтан икенсе йылға ҡалдыралар.

Хеҙмәт юлын өлкән лаборант булып үҙе уҡып сыҡҡан белем учреждениеһының физика кафедраһында башлай.

1973 йылдың яҙында Совет Армияһына хеҙмәткә алына.

1974 йылдың сентябренән Башҡорт дәүләт педагогия институтында эшләй башлай. Теоретик һәм эксперименталь физика кафедраһында ассистент була.

1976 йылда һөнәри белеме буйынса А. И. Герцен исемендәге Ленинград дәүләт педагогия институтының аспиранты булып китә.

Теоретик физика кафедраһы ҡарамағындағы аспирантурала уҡый. Стажировканы билдәле ғалим, профессор, оптика һәм ҡаты матдәләр физикаһы буйынса белгес Евгений Дмитриевич Трифоновта үтә.

  • 1981 йылда «Ҡаты есемдәр физикаһы» буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
  • 1980−1997 йылдар эсендә башта теоретик һәм эксперименталь физика кафедраһы ассистенты була. Унан өлкән преподаватель, дөйөм физика кафедраһы доценты булып эшләй.
  • 90-сы йылдар башынан мәктәптәрҙең, вуздарҙың уҡыу процесына беренсе быуын информатика һәм илебеҙҙәге компьютер техникаһы киң индерелә башлай. Рәмил Фәруҡ улы дөйөмләштереү системалары, бухгалтер һәм педагогик программа саралары өсөн программа һәм методик тәьминәт әҙерләү процесына ҡушылып китә. Был практик эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә дөйөмләштерелгән, системалаштырылған уҡыу-методик әсбаптары сығарыла. Шул уҡ ваҡытта компьютер техникаһын ҡулланыу өлкәһендә уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү һәм уҡытыу буйынса эш алып барыла. Был йылдарҙа бөтә ил һәм беҙҙең республикала компьютер «ликбезы» була.
  • 1992−1995 йылдарҙа республикалағы мәктәптәр, лицейҙар, гимназиялар һәм башҡа уҡыу йорттары өсөн педагогик программа средстволары эшләү буйынса Үҙәк (1993 йылдан «Ғалим» предприятиеһе) етәксеһе булып эшләй.
  • 1995 йылда докторлыҡ диссертацияһына әҙерләнеү өсөн ижади ял ала һәм физика өлкәһендәге ғилми эшмәкәрлегенә ныҡлап тотона.
  • 1998 йылда математик модулләү һәм һыҙыҡлы булмаған спектроскопия өлкәһендә фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса Башҡорт дәүләт университетының математика советында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Был өлкәлә илебеҙҙә, шулай уҡ сит ил баҫмаларында уның 100-ҙән артыҡ фәнни эше баҫылған. Көслө нурланыш һәм ультраҡыҫҡа импульстарҙы когерентлы көсәйтеү күренештәре буйынса классик эштәрҙең авторҙарының береһе булараҡ илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә киң билдәлелек яулаған ғалимдарҙың береһе булып тора.
  • 1998 йылдан Р. Маликовтың ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — информатика һәм ҡатмарлы системаларҙы компьютерҙа моделләү.
  • 2000 йылда Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы Маликов Рәмил Фәруҡ улына дөйөм физика кафедраһы буйынса профессор исемен бирә.

Уның тарафынан информатика һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһе буйынса 30 фәнни эш, информатика һәм физика буйынса 2 монография, 15 уҡыу әсбабы һәм китап нәшер ителгән.

Мәғариф өлкәһендә эшмәкәрлеге өсөн Рәмил Фәруҡ улы Маликов Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы(1998), Рәсәй Федерацияһының Почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була. ВЛКСМ Өлкә комитетының һәм БДПУ-ның Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

  • 2003 йылдың майында Мәғлүмәт технологиялары үҙәгенә етәксе итеп тәғәйенләнә. Был структураны өр-яңынан булдырырға тура килә. 2006 йылға тиклем БДПУ-ның мәғлүмәт технологиялары Үҙәге директоры вазифаһын башҡара.
  • 2006—2015 йылдарҙа — мәғлүмәт һәм полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
  • 2015 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның «Системалы анализ һәм математик моделләү» фәнни-тикшеренеү лабораторияһы етәксеһе, мәғлүмәт системалары һәм технологиялары кафедраһы профессоры.

Ҡатыны Маликова Рәмилә Сәйфий ҡыҙы доцент, педагогик фәндәр кандидаты, 1953 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә тыуған. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетында география факультетын тамамлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Алкин ауыл мәктәбендә география уҡытыусыһы, унан Шишмә районында РОНО-ла методист булып эшләгән. 1981 йылдан 2018 йылға тиклем география кафедраһында Башҡорт дәүләт педагогия институтында (университетта) эшләй.

Ҡыҙы Әдилә Усманова (Маликова) 2001 йылда Дим районының 104-се урта мәктәбен тамамлай. 2006 йылда ул Башҡорт дәүләт университетының география факультетын уңышлы тамамлай.

2013 йылда ла аспирантураға һәм «ХХ быуатта Көньяҡ Уралда һәм Урал буйында физик-географик тикшеренеүҙәр» исемле кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Етәксеһе — география фәндәре докторы, профессор Айбулат Вәли улы Псәнчин. Әле Әдилә Усманова Башҡорт дәүләт университетының физик география, картография һәм геодезия кафедраһында эшләй, доцент.

Улы — Маликов Азат Рәмил улы Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетын тамамлаған. 2008—2019 йылдарҙа М.Кәрим исемендәге йәштәр театрында актер булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Монографиялары

үҙгәртергә
  • Маликов Р. Ф. Математическое моделирование кооперативных когерентных эффектов в спектроскопии. Монография. Уфа: Изд-во «Гилем», 2006. — 206 с.
  • Исхаков, А. Р., Маликов Р. Ф. Моделирование систем технического зрения в модифицированных дескриптивных алгебрах изображений: Монография . — Уфа: Изд-во БГПУ, 2015. — 160 с.

Дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары

үҙгәртергә
  1. Маликов Р. Ф., Сулейманов Р. Р. Информатика занимательная и не только…Методическое пособие для студентов и учителей. — Уфа, БГПИ, 2001. −112 с.
  2. Маликов Р. Ф., Сулейманов Р. Р. Информатика классная и внеклассная. Учебно-методическое пособие (исправл. и дополненное). 2-е изд., перераб. — Уфа: Изд-во Гилем, 2004. — 370с.
  3. Маликов Р. Ф., Практикум по компьютерному моделированию физических явлений и объектов . Учеб. пособие. — Уфа: Изд-во БашГПУ, 2004. — 235 с.
  4. Жданов Э. Р., Маликов Р. Ф., Хисматуллин Р. К. Компьютерное моделирование физических объектов и явлений методом Монте-Карло. Учеб. пособие. — Уфа, БГПУ, 2005. — 123 с.
  5. Маликов Р. Ф. Основы систем компьютерного моделирования. Учеб. пособие. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2008. — 279с.
  6. Маликов Р. Ф. Основы математического моделирования. Учеб. пособие. — М: Изд-во «Горячая линия -Телеком», 2010. — 348с.
  7. Маликов Р. Ф. Основы разработки компьютерных моделей сложных систем. Учеб. пособие. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2012. — 256с.
  8. Маликов Р. Ф. Практикум по имитационному моделированию сложных систем в среде AnyLogic: учебное пособие. — Уфа: Изд-во БашГПУ, 2013. — 295с.
  9. Абдрафиков М. А. и др. Управление программными проектами: теория и практика: учеб. пособие [Текст] / М. А. Абдрафиков, В. Е. Гвоздев, Р. Ф. Маликов, А. Р. Исхаков. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2015. — 128 с.
  10. Маликов Р. Ф. Практикум по дискретно-событийному моделированию сложных систем в расширенном редакторе GPSS World: практикум. — Уфа: Изд-во БашГПУ, 2017. — 280с.
  11. Маликов Р.Ф, Усманова А. Р. Путь карагай-кыпчаков из глубины веков до наших времен. — Уфа, 2020. — 150 с.

Фәнни мәҡәләләре

үҙгәртергә
  1. Маликов Р. Ф., Е. Д. Трифонов, А. И., Зайцев. Сверхизлучение протяженной системы // ЖЭТФ,1979, т.76. с.65-75.
  2. Маликов Р. Ф., В.А Малышев, Е. Д. Трифонов. О форме спектра сверхизлу¬чения // Оптика и спектр.1981.Т.50.С.406-410.
  3. Маликов Р. Ф., В.А Малышев, Е. Д. Трифонов. Влияние релаксации на дина¬мику кооперативного излучения протяженной системы. // Оптика и спектр., 1982, Т.53. С.652-659.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Почёт грамотаһы
  • БДПУ-ның Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008)

Һылтанмалар

үҙгәртергә