Ҡырағай Ялан — көнбайыштан Днестр һәм көнсығыштан Дон менән Хопёр араһында урынлашҡан Төньяҡ Ҡара диңгеҙ яны һәм Азов янындағы дала — сиге билдәләнмәгән һәм халыҡ аҙ йәшәгән тарихи өлкә.

Беренсе тарихи яҙма документтарға ярашлы, (Геродот һәм башҡа антик тарихсылар), Ҡара диңгеҙҙән (антик авторҙарҙа ул — Понтий диңгеҙе) төньяҡҡараҡҡы бөтә территорияла скифтар йәшәгән — әммә, территорияның аҙ халыҡлы булыуы һәм һаҡ ҡуйылған сиктәрҙең юҡлығы был биләмәләргә һәр төрлө күсмә халыҡтарға яу менән килергә мөмкинлек биргән. <!—Барыһынан да һуңыраҡ, күсмә походтар һәм Азиянан күсерелеү, ҡырым ерҙәрен баҫып алыу арҡаһында, ваҡыты-ваҡыты менән Ҡырағай Ялан ерҙәренә сығыу мөмкинлеге алған ҡырым татарҙары Ҡырымға килеп төпләнә. Ҡырағай Ялан өлкәһен кенәз Иван IIIгә бүләк итеү тураһында заманса сығанаҡтарҙың береһенә һылтанған төрлө һүҙҙәр ҙә йөрәй.[1], ләкин боронғо урыҫ, украин һәм сит ил йылъяҙмаларының береһендә лә бындай «бүләктәр» иҫкә алынмай, шуға ла әлеге заманса сығанаҡтың мәғлүмәттәре дөрөҫлөккә тап килә тип һанарға ярамай.-->

Ҡырағай Яландың далалары ер эшкәртеү, малсылыҡ һәм кәсеп итеү өсөн яйлы һанала, был иһә Боронғо Русь дәүләте заманында уҡ уларҙы үҙләштерә башлауға сәбәп була. Әммә быға боронғо замандаҙан был ерҙәр буйлап тулҡын-тулҡын булып үткән дала күсмә халыҡтарының (хазарҙар, печенегтар, ҡыпсаҡтар, татарҙар) һөжүм итеүҙәре ҡамасаулай. Уларҙан һаҡланыу өсөн, Киевтан, Черниговтан һәм башҡа урыҫ ҡалаларынан кенәз дружиналары ебәрелеп торор һәм ҡарауылсы постар төҙөлөр булған, ә аҙаҡ улар ҡасабаларға һәм ҡалаларға әйләнгән.

Ҡырағай Яландың бер өлөшө билдәле бер ваҡыттан алып, Дон казактары, Хопёр казактары, Днепровск казактары, болоховтар һәм башҡа казактарҙың хәрби берләшмәләре ҡулы аҫтында була. XVIXVII быуаттарҙа Мәскәү хөкүмәте татарҙарҙың ерҙәрҙе баҫып алыуына ҡаршы көрәше ваҡытында һөҙөмтәлерәк эш итер өсөн,Ҡырағай Ялан биләмәләренә үтеп инеп, үҙ эсенә ҡәлғәләрҙе, киҫентеләрҙе, ер яҫмаларҙы һәм урҙарҙы алған һаҡланыу ҡоролмаларын төҙөй һәм станица, ҡарауыл хеҙмәтен ойоштора[2]. Оборона һыҙыҡтарында хеҙмәттәге кешеләр урынлаша.

XVI быуаттың 60-сы йылдарында Орёл, Новосиль һәм Данков ҡәлғәләре барлыҡҡа килә. 80-се һәм 90-сы йылдарҙа ғәскәр башлыҡтары туҡталыштары урынында Ливны, Воронеж, Елец, Кромы һәм көньяҡ колониялаштырыуҙың алғы Белгород ҡәлғәләре төҙөлә. Тәбиғи, бындай урындарҙың барыһында ла йәшәргә килгән халыҡтың байтаҡ өлөшө башта йә хеҙмәттә булған, йә хөкүмәттең хәрби хеҙмәткә йәлеп ителгән кешеләренән тора; хөкүмәт уларҙан хәрби хеҙмәт менән бер рәттән, үҙ ерҙәрен һәм ҡаҙна ерҙәрен дә эшкәртеүҙәрен талап итә, шуның киреһе булған осраҡта, хөкүмәткә хәрби колонистарға Мәскәүҙән «икмәк хаҡы» ебәрергә кәрәк булыр ине. Бындай шарттарҙа көньяҡ ҡырыйҙағы хеҙмәттәге кеше менән ер эшкәрткән крәҫтиән һыҙаттарын берләштергән"ҡуралаштар" тибы барлыҡҡа килә. Бындай ҡуралаштарға эшкәртеү өсөн бүленгән биләмәләр оҙаҡ ваҡыт башҡа эш көсө күрмәй, бары тик үҙ хужалары ҡарамағында ғына була. Тик һуңғы осорҙа ғына, ҡуралаштар ерҙәренә крәҫтиән кешеләре күсенеп ултыра башлай; ни тиклем көньяҡҡараҡ, шул саҡлы был күсенеү һуңғараҡ була. XVII быуатта Русь еренә ҡырым-нуғай баҫҡыны арҡаһында иҫке (Тула) линияһы нығытмаһын төҙөкләндерергә һәм элекке көньяҡ сиктәрҙәге урыҫтарҙы һөжүмдәрҙән һаҡлау өсөн, яңыһын төҙөргә хәл ителә. XVI быуаттың 60-сы йылдарында булдырылған «тулы» ҡалалар «һыҙыҡ» эсенә инергә тейеш була. «Белгород һыҙығы» тип аталып йөрөтөлгән был яңы һыҙыҡты төҙөү 1636 йылда башлана һәм егерме йыл үткәс кенә тамамлана. Һыҙыҡ эсенә түбәндәге «ҡалалар» инә: Ахтырск, Алешня, Вольная, Хотмышск, Карпов, Болхов, Белгород, Короча, Яблонов, Яңы Оскол, Верхососенск, Усерд, Ольшанск, Острогожск, Коротояк, Урыв, Костенск-Воронеж, Орлов, Усмань, Козлов, Белоколодск, Сокольск (Доброе, Бельской, Чернавской). Артабан «һыҙыҡ» Тамбовҡа тейеп тора, унда ул ошо уҡ йылдарҙа төҙөлгән «Симбир һыҙығы» менән тоташа: Тамбов, Үрге Ломов һәм Түбәнге Ломов (икеһе лә 1636 г.), Инсар (1648), Саранск, Темар, Сурск, Аргаш, Погорелый, Корсунь, Урень, Тагай (Юшанск).

Колониялаштырыу шарттары был нығытылған оҙон сиктең бөтә һуҙымында ла бер төрлө булмай. Көнбайыш сиктә хөкүмәттең оборона сараларыәле генә төҙөлгән һыҙыҡты үтеп китеүсе ирекле колониялаштырыу барышы артынан өлгөрмәй. Ә көнсығыш өлөшөндә, киреһенсә, хөкүмәткә төньяҡтараҡ урынлашҡан ерҙәрҙән хәрби колонистар һыҙығына кешеләрҙе көсләп күсерергә тура килә. Мәҫәлән, Инсар — Темниковтан, Корсунь — Алатырҙан, Симбирск Тетюшиҙан күсеп килгән кешеләр менән тулылана.

Белгород һыҙығының көньяҡ сите үҙенең халыҡҡа йәһәт кенә тулыланыуы менән украиндарға бурыслы. XVII быуат башланыу менән үк украин халҡы Полтавщинаны тулыландыра башлай; польяк хөкүмәте, был колланизацияның бөтә төрҙәренә лә, Мәскәүҙәге кеүек үк, булышлыҡ итә: шуның менән татар далалары һәм ултыраҡ тормош алып барған халыҡ йәшәгән Днепрҙың уң яры араһында барьер булдырыла. XVII быуаттың ҡырҡынсы йылдарына Полтавщинаны колониялаштырыу дөйөм һыҙатта тамамлана.

Украина менән Рәсәйҙең берләшкәненән һуң 1660—1680 йылдарҙа украиндар тарафынан Ҡырағай Яландыүҙләштереү яңы көс менән тергеҙелә. Башланғыс осорҙа Сумы һәм Острогожск, Ахтырка һәм Харьков бөтә полктары менән урынлашалар; һуңғы осорҙа Суджа, Белополье, Волчанск, Тор, Золочев һәм Северск Донец кисеүендәге ҡайһы бер ҡалалар: Савинск, Бишкин, Балаклея, Андреевы Лозы барлыҡҡа килә. Был урындарҙа йәшәүселәрҙе һаҡлау өсөн. хөкүмәт Донец ағымы буйлап яңы оборона һыҙығын үткәрә, ләкин төҙөлөр-төҙөлмәҫтән ул көньяҡтан Изюмск слобода казак полкы менән ышыҡлана (1681): ошонда уҡ төрөктәр һәм урыҫтар тарафынан емерек хәленә килтерелгән һәм таланған Днепрҙың уң яҡ ярындағы урындарҙан кешеләр күсеп ултыра («ҡыуыу» тип аталған заманда).

XVII быуат аҙағына быуат уртаһында туҡтап торған урыҫ коллониялаштырыуы тағы ла алға китә. Элекке Воронеж губернаһы һәм Тамбов губернаһының төньяҡ-көнбайыш яртыһынан халыҡ көньяҡ-көнсығышҡа күсә башлай, был күсенеү шул дәрәжәгә барып етә, хатта хөкүмәт күсенеп йөрөүселәрҙе үткәрмәү сараһын күрә башлай. Артабан көнсығышҡа табан Пенза һәм Сызрань (1681—1685), араһында ҡарауыл һыҙығы булған урындар ғына түгел, ә был линиянан төньяҡта ятҡан ерҙәр ҙә хәүефһаҙ тип таныла, хатта унан көньяҡтараҡ һәм төньяҡтараҡ урынлашҡан элекке Саратовская губернаһында ла беренсе урыҫ кешеләре күренә башлай. Петре I һәм уның яҡын вариҫтары хакимлыҡ иткән осорҙа урыҫтарҙы был йүнәлештәргә күсереп урынлаштырыу дауам итә[3].

География

үҙгәртергә
 
XVII быуат баштарында Рәсәй батшалығының көньяҡ сиге буйындағы кеше йәшәмәгән урындар (Ляскоронский Василий Григорьевич, 1898)

Француз инженеры һәм хәрби картографы Гийо́м ле Вассе́р де Бопла́н (франц. Guillaume Le Vasseur de Beauplan) төҙөгән Речь Посполитая картаһында (1648 йылда) беренсе тапҡыр (Loca deserta) Причерноморьеның кеше йәшәмәгән урын тигәндең синонимы рәүешендә Ҡырағай Ялан — пол. Dzike Polie, атамаһы ҡулланыла. Ҡырағай Яландың сиктәре һәр ваҡыт тиерлек бәхәс тыуҙыра һәм уны бөтәһе лә ҡабул иткән тип әйтеп булмай. Голланд кешеһе Николас Пискаторҙың (Висхерҙың) II (1697 г.) картаһында «Dikia Pole» атамаһын Северск Донецтың һул яры тип йөрөтә. 1701 йылдың 3 сентябрендә 26 ваҡ биләмәле чембар дворяндары «Бөйөк батшаға баш эйҙек… ә Саранск өйәҙендә буш ятҡан урмандар һәм ерҙәр һәм һәр төрлә урындар бер кемгә лә биләмә итеп тә, оброк һалымы итеп тә бирелмәгән, һәм был ерҙәргә бер кем дә хужа түгел. Бөйөк батшаға Ҡырағай Яландың буш ятҡан ерҙәрен күрһәтелгән көндә оклады һалымы түләү шарты менән, таратыуын һорарға. …».

Ҡырағай Ялан сиктәрендә хәҙерге көндә Украинаның Луганск, Донецк, Днепропетровск, Запорожье, Кировоград, Николаев, Одесса, Полтава, Сумск, Харьков һәм Херсон өлкәләре, Молдова Республикаһының Приднестровьеһы һәм Рәсәй Федерацияһының Белгород, Липецк, Тамбов, Пенза, Воронеж, Саратов, Волгоград һәм Ростов өлкәләре урынлашҡан.

Топонимика

үҙгәртергә

Иҫке Русь һәм Ҡырағай Ялан сиктәре араһындағы райондарҙа ҡалалар һәм йылғалар атамаһы (топонимдары һәм гидронимдары) урыҫ халҡы бөтөнләй булмаған Ҡырағай Яланда йөҙәр йылдар буйы һаҡланып килгән. Мәҫәлән, XIII быуатта татарҙар тарафынан яндырылған боронғо урыҫ ҡалалары булған Змиёв һәм Донец үҙ атамаларын яҙма хәтирәләр араһындағы 450 йыл эсендә үк һаҡлаған булғандар (1185 йылда — Игорь полкы тураһында һүҙ, Ипатьев йылъяҙмаһы — һәм 1627 йылда — өсөнсө редакция Ҙур Һыҙма Китабы)[4], Змиев ҡаласығына һәм Донец ҡаласығына әйләнгән[5]. Филарет Гумилевский) буйынса, Харьков йылғаһы үҙенең атамаһын XII быуаттан алып, XVII быуат баштарына тиклем һаҡлап ҡала[4]

  Удам буйлап һул яҡтан өҫкә, Хорошев ҡаласығынан өҫкәрәк, биш саҡрымда, Донец ҡаласығы. Донец йылғаһы үҙ атамаһын 400 йылдан ашыу һаҡлап килә. XVI быуатта таланған ҡалаларҙың емеректәре— Хорошев ҡаласығы  

табылған[4],

  . Донец ҡаласығынан өҫтәрәк уң яҡта, Уда йылғаһына , Харьков шишмәһе ҡоя, ул ҡаласыҡтан бер саҡрым алыҫлыҡта; ә Харьковҡа Лопина шишмәһе ҡоя. Салтов ҡаласығы, Чугуев ҡаласығы, Змиев ҡаласығы  

 — XVIXVII быуаттарҙа ла Хорошево өлкәһе нә әйләнеп, үҙ исемдәрен алмаштырмайҙар.< ref name="kharkovhistory1905">Д. Багалей, Д. Миллер. 250 йыл йәшәгән Харьков ҡалаһы тарихы. Монография.. — «Паровая М. Зильберберг һәм С-вья пар типографияһы һәм литографияһы », 1905. — Т. 1.</ref>, Салтов[6], Чугуев[6] Змиё. Харьков ҡаласығы кешеләр килеп йәшәү ваҡытынан шунда уҡ Харьков булып китә[6], ҡала башҡа бер генә сығанаҡта ла икенсе төрлө аталмай[7].

Шулай уҡ ҡарарға

үҙгәртергә
  • Гайворонский Олекса Ике материк хакимдары. — Киев-Бахчисарай, том 2, 2009 й. ISBN 9789662260038
  • Добролюбский, Андрей Олегович|Добролюбский А. О. Х-ХVIII быуаттарҙа Причерноморье көнбайышы далаларының күсмә халыҡтары (тарихи-архиологик тикшеренеү). —тарих фәндәре докторы дисс…. авторефераты — СПб., ИИМК РАН, 1991. — 34 б.
  • Докучаев Денис Николас Висхерҙың карталар тупланмаһы. — «Музей донъяһы», № 11/ 2015 г.
  • Каргалов, Вадим Викторович|Каргалов В. В. Дала сиктәрендә. — М., Наука, 1974.
  • Каргалов, Вадим Викторович|Каргалов В. В. 16-сы быуаттың беренсе яртыһында Рәсәй дәүләтенең көньяҡ сиктәрен. — Л., 1977.
  • Козубский К. Э. Атаман Харько һәм уның мираҫы. — «Казак Архивы», № 5/ 2003 й.
  • Кудряшов, Константин Васильевич|Кудряшов К. В. Ҡыпсаҡ далаһы: Тарихи география очерктары. — М.: ОГИЗ-Географгиз, 1948. — 162 б.
  • Новосельский А. А. XVII быуатта Мәскәү дәүләтенең татарҙар менән көрәше. —СССР фәндәр академияһы нәшриәте , Мәскәү-Ленинград, 1948 г.
  • Папков, Андрей Игоревич|Папков А. И. Рәсәй батшалығы һәм Речь Посполита украин ерҙәре сиктәре (XVI быуат аҙағы — XVII быуаттың беренсе яртыһы) 2017 йыл 8 май архивланған. / Ғилми. ред. А. Л. Хорошкевич. — Белгород: Константа, 2004. — 352 б. — ISBN 5-902711-02-9.
  • Бутенко Ю. А. Тәүге осор урта быуаттар дәүере Ҡырағай Яланы ( б.э.V быуат уртаһы - XI быуат уртаһы) / Ю. А. Бутенко. — Харьков: Литера Нова, 2014. — 560 с. — 1500 экз. — ISBN 978-966-1553-33-9.
  • Солодкин Я. Г. «Ҡырағай Ялан» топонимының барлыҡҡа килеүе // Үҙәк Черноземье һәм Рәсәйҙең көнбайышында тарихи демография һәм тарихи география проблемалары: Юғары уҡыу йорттары араһындағы конференция йыйынтығы. — Брянск: Брянск дәүләт пед.университеты нәшриәте, 1996. — С. 23-25.
  • Ульянова Вера Крәҫтиәндәр «тарханлаған» ауыл. — «Музей донъяһы», № 11/ 2015 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Белгород (ҡала тарихы буйынса очерктар), Белгород, А. Иванчихин, 1957, 3.б.
  2. Платонов С. Ф. Урыҫ тарихы буйынса тулы лекциялар курсы. СПб, 1997, 209 б., 210.
  3. Рәсәйҙе колонизациялау // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. 4,0 4,1 4,2 1?36 йылда дәүләттең бөтә сите буйлап эшләнгән Мәскәү дәүләтенең һыҙмаһы Ҙур Һыҙма Китабы / Сербина, К.Н.. — М.—Л.: АН СССР, 1950. — 232 с.
  5. Рыбаков Б. А. Боронғо Русь мәҙәниәте тарихы. — М., 1984. — 240 б.
  6. 6,0 6,1 6,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; kharkovhistory1905 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Ҡайһы бер авторҙар (В. В. Морачевский, К. Э. Козубский һ.б.), 1626 йылдағы 1-се Харьков ҡалаһының исеме атаман Харько нигеҙ һалғанлығына тоташтырып, "Харьков"тың топоним һәм гидронимының боронғолоғон кире ҡаға

Ҡалып:Украина темаларҙа Ҡалып:Приднестровье темаларҙа