Хәбибуллин Руслан Әмин улы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы
(Руслан Хәбибуллин битенән йүнәлтелде)

Хәбибуллин Руслан Әмин улы (27 март 1966 йыл) — опера йырсыһы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Асыҡ республика вокалистар конкурсы лауреаты (Өфө, 1997).

Хәбибуллин Руслан Әмин улы
Тыуған

27 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йырлау тауышы

баритон

Хеҙмәттәшлек

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалар
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Руслан Әмин улы Хәбибуллин1966 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуа. Тиҙҙән ғаилә БАССР-ҙың Ҡариҙел районы Магинск ауылына күсә. Руслан ошонда урта мәктәпте тамамлай. Артабан Латыш ССР-ының Рига ҡалаһында Балтик буйы сик буйы округының Йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә.

1994 йылда хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын «яңғыҙ йыр» специальносы (педагогы доцент Л. А. Кәримова) буйынса тамамлай.

1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһында эшләй, 2008 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта.

Вокаль партиялары

үҙгәртергә
  • Папагено (В.-А. Моцарт, «Тылсымлы флейта»)
  • Фигаро (Дж. Россини, «Севилья цирюльнигы»)
  • Белькоре (Г. Доницетти, «Мөхәббәт эсемлеге»)
  • Малатеста (Г. Доницетти, «Дон Паскуале»)
  • Моралес (Ж. Бизе, «Кармен»)
  • Валентин (Ш. Гуно, «Фауст»)
  • Марулло (Дж. Верди, «Риголетто»)
  • Жермон (Дж. Верди, «Травиата»)
  • Шарплес (Дж. Пуччини, «Мадам Баттерфляй»)
  • Марсель, Альциндор (Дж. Пуччини, «Богема»)
  • Ризничий (Дж. Пуччини, «Тоска»)
  • Тонио (Р. Леонкавалло, «Паяцтар»)
  • Генрих Айзенштайн (И. Штраус, «Ярғанат»)
  • Граф Данило (Ф. Легар, «Шаян тол ҡатын»)
  • Эдвин (И. Кальман, «Сильва»)
  • Онегин (П. Чайковский, «Евгений Онегин»)
  • Елецкий, Нарумов (П. Чайковский, «Пики дамаһы»)
  • Роберт (П. Чайковский, «Иоланта»)
  • Мизгирь (Н. Римский-Корсаков, «Ҡарһылыу»)
  • Хикәйәләүсе бесәй (П. Вальтгардт, «Бесәй йорто»)
  • Трубадур, Сыщик, Шут (Г. Гладков, «Бремен музыканттары»)
  • Аҡмулла, Ғәйнетдин (З. Исмәғилев, «Аҡмулла»)
  • Төхбәт (З.Исмәғилев, «Урал илселәре»)
  • Буранбай (З.Исмәғилев, «Ҡаһым түрә»)
  • Пугачёв (З.Исмәғилев, «Салауат Юлаев»)
  • Аҡһаҡал (Салауат Низаметдинов, «Ай тотолған төндә»)
  • Шәкерт, Шағир, Хәйәм (С.Низаметдинов «Memento»)
  • Мәһәҙи (С.Низаметдинов, «Нәҡи»).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002)
  • Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалсылар конкурсының I премияһы лауреаты (Өфө, 1997)

Һылтанмалар

үҙгәртергә