Ҡаһым түрә (опера)

башҡорт операһы, уны 1999 йылда композитор Заһир Исмәғилев Ишмулла Дилмөхәмәтов либретттоһына яҙа

Ҡаһым түрә — башҡорт операһы, уны 1999 йылда композитор Заһир Исмәғилев Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһына яҙа.

Опера
Ҡаһым түрә
Композитор

Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Либретто авторы

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы

Либретто теле

башҡортса‎

Жанр

историческая драма[d]

Күренештәр

2 Акт

Яҙылған йылы

1999

Беренсе постановка

4 октябрь 2002

Һүрәтләү

үҙгәртергә

«Ҡаһым түрә» операһы башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың һуңғы хеҙмәте. Әҫәрҙә 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәре башлығы Ҡаһым Мырҙашевтың Кутузов менән бергә Наполеонды ҡыуып, Парижды алыуы һәм ҡайтыу юлында һәләк булыуы һүрәтләнә.

Опера 2 акттан һәм 4 картинанан торған музыкаль драма.

«Ҡаһым түрә» операһының премьераһы 2002 йылдың 4 октябрендә Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында була. Операла күләмле сәхнә сығыштары ҙур урын алып тора; башҡорт музыка фольклоры киң ҡулланыла — алты көй, шул иҫәптән «Ҡаһым түрә» йыры ингән. Операның заманса ҡуйылышында С. Прокофьевтың «Һуғыш һәм солох» («Война и мир») операһынан музыка фрагменттары ҡулланыла. «Ҡаһым түрә» операһы шулай уҡ «Новая опера» (2004) театры сәхнәһендә ҡуйылды.

Дирижер — А. А. Людмилин;
Ҡуйыусы режиссёр — И. Ә. Ғәбитов;
Балетмейстер — * Ш. А. Тереғолов;
Хормейстер — Э. Х. Ғәйфуллина;
Ҡуйыусы рәссам — Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы Рифхәт Арыҫланов.

Төп партияла С. Ф. Сөләймәнов (Насир), Р. Ф. Көсөков (Кутузов), А . С. Хамбалеева (Зәлифә), Г. Н. Коробов (француз офицеры), шулай уҡ:

Ҡатнашыусылар Башҡарыусылар
Илмырҙа Х. А. Ижболдин
Хангилде, Абдулла М. С. Шәрипов
Ҡаһымдың әсәһе Л. Ғ. Әхмәтйәнова
Сафия О. И. Хөснөтдинова
Буранбай Р . А. Хәбибуллин

Операның сюжеты бер яу ваҡиғаһын һәм башҡорт полководецы Ҡаһымдың үлемен сағылдыра.

Опералағы ваҡиға 1812 йылдағы Ватан һуғышының Рәсәйҙәге осорон һүрәтләй. Наполеонға ҡаршы һуғышта башҡорт полководецы Ҡаһым (Ҡаһым Мырҙашев) та ҡатнаша. Ҡаһым Мырҙашев (Ҡаһым түрә) ысынбарлыҡтағы персонаж. Ул Ноғай даруғаһы Юрматы улусының Айыусы ауылында тыуған, Петербург хәрби академияһын тамамлай һәм 22 йәшендә полковник дәрәжәһен ала. Башҡорттар уны Ҡаһым түрә тип йөрөтә.

Әҫәрҙең тәүге өлөшөндә Ҡаһымдың йыры яңғырай. Уның ҡатыны ҡәйнәһенә улының ҡайтыуы тураһында хәбәр итә. Ҡыуаныслы яңылыҡ бөтә ауылды урап сыға. Ауылдаштары Ҡаһым менән осрашыуға ашыға. Улар француздарға ҡаршы яуға саҡырыуҙы хуплай. Айырылышыуҙы һиҙенгән Сафия ҡайғыра. Ҡаһым уны һөйөүен белдерә.

Ҡаһымдың атаһы менән әсәһе улдары менән ғорурлана. Атаһы уны Ватанға намыҫлы хеҙмәт итергә саҡыра. Әсәһе, бәләне һиҙемләп, улын яуға ебәргеһе килмәй. Ҡаһым етәкселегендәге ғәскәрҙе ауылдаштары ҡеүәтләп оҙата.

Француз армияһы ҡыйратыла, Париж алына. Башҡорт ғәскәре ҡайтыр юлға сыға. Ял мәлендә Ҡаһым үҙен ҡапыл насар тоя башлай. Хәле насарая барған Ҡаһым үҙен ағыулағандарын белә. Уның һуңғы һүҙҙәре туған Уралына йүнәлтелә, халыҡты татыулыҡта килешеп йәшәргә саҡыра.

Һылтанмалар

үҙгәртергә