Рудольф Джулиани

америка сәйәси эшмәкәре, 1994-2001 йылдарҙа Республика партияһынан Нью-Йорк ҡалаһының мэры.

Рудольф Уильям Луис «Руди» Джулиани (ингл. William Louis Giuliani; 28 май 1944 йыл) — Америка сәйәси эшмәкәре, 1994—2001 йылдарҙа Республика партияһынан Нью-Йорк ҡалаһының мэры.

Рудольф Джулиани
ингл. Rudolph Giuliani
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Rudolph William Louis Giuliani
Тыуған көнө 28 май 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[2][3][4] (80 йәш)
Тыуған урыны Бруклин[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Әсәһе Helen Giuliani[d]
Хәләл ефете Judith Giuliani[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле американский вариант английского языка[d]
Һөнәр төрө адвокат, сәйәсмән, яҙыусы, эшҡыуар
Биләгән вазифаһы мэр Нью-Йорка[d], Прокурор Южного округа Нью-Йорка[d] һәм United States Associate Attorney General[d]
Уҡыу йорто колледж Манхэттен[d]
Школа права Нью-Йоркского университета[d]
Bishop Loughlin Memorial High School[d]
Нью-Йоркский университет[d]
Ғилми дәрәжә бакалавр искусств[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республиканская партия[d]
Участвовал в выборах 2008 Arkansas Republican primary[d]
Сәләмәтлек торошо коронавирусная инфекция COVID-19[d][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 593 008 һәм 533 000 ± 999[6]
 Рудольф Джулиани Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғаиләһе һәм белеме

үҙгәртергә

Рудольф Джулиани 1944 йылдың 28 майында Нью-Йорк ҡалаһының Бруклин районында католиктар ғаиләһендә тыуған, Италиянан килгән эмигранттарҙың ейәне. Атаһы — Гарольд Джулиани, сантехник булып эшләгән, 1934 йылдың май айында ул һөт һатыусыны ҡораллы талауҙа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм йыл ярым ғүмерен төрмәлә үткәрә, әммә етлеккән дәүерендә бындай криминаль эштәрҙә телгә алынмай. Улының һүҙҙәренә ҡарағанда, атаһы уның аңына ла мафияға дошмансыл ҡараш һеңдергән. Әсәһе — Һелен, ҡыҙ фамилияһы ' Аванзо — бухгалтер булып эшләй. Уның дүрт бабаһы полицейский, ә береһе — янғын һүндереүсе булған.

Рудольф Джулиани Бруклинда епископ Лафлин исемендәге урта мәктәбен (1961), Бронкста Манхэттен-колледжын (1965), Нью-Йорк университетының хоҡуҡ мәктәбен (1968, дипломында тик «бик яҡшы» билдәләре генә) тамамлай.

Сәйәси карьераһының башы

үҙгәртергә

Йәш сағында Нью-Йорка традиция буйынса өҫтөнлөклө булған Демократик партия яҡлылар рәтендә булған. 1970-се йылдар уртаһында бойондороҡһоҙ булып теркәлгән, ә 1980 йылдың декабрендә, Рональд Рейган президент һайлауҙарында еңгәндән һуң бер ай үткәс, рәсми рәүештә республикансы булып киткән.

1980 йылда, прокурор булараҡ, Джозеф Бонанноны — "Бананлы Джо"ны — нью-йорк мафияһы боссын, «5 ғаилә» башлыҡтарының береһен ғәйепләүсе ролендә сығыш яһаған.

Нью-Йорк мэры

үҙгәртергә

1989 йылда Республика партияһынан тәүге тапҡыр Нью-Йорк мэры вазифаһына кандидатура булараҡ тауышҡа ҡуйыла, әммә демократ Дэвид Динкинстан бер аҙға ҡалыша (51 %-ҡа ҡаршы 49 %). 1993 йылда ул мэр һайлауҙарында үҙ кандидатураһын икенсе тапҡыр тәҡдим итә һәм был юлы — 46 %-ҡа ҡаршы 49 % менән Динкинсты еңә, һәм был вазифаны биләгән икенсе республикансы була. Һайлау кампанияһын енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, һалымдарҙы ҡыҫҡартыу һәм тормош кимәлен күтәреү лозунгыһы аҫтында үткәргән. 1997 йылда, Рут Мессинджерҙы 18 пункт буйынса еңеп — 41 %-ҡа ҡарата 59 % йыйып, икенсе мөҙҙәткә һайлана

Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш

үҙгәртергә

Үҙҙәренең яуалылыҡҡа тарттырылмауын тойған криминаль элементтарҙың тағы ла ауыр енәйәттәр ҡылыуын арттырмау маҡсатында (әгәр бер нисә ватыҡ тәҙрәгә иғтибар итмәгәндә, енәйәтселәр тотош бинаны емереүе мөмкин), ваҡ енәйәттәр менән көрәшергә кәрәк тигән һығымтаға килтергән «ватылған тәҙрәләр» теорияһына таянып, енәйәтселек менән әүҙем көрәш башлай. Был йүнәлештә иң беренсе уңышлы акцияларҙың береһе булып "таҙартыусы"ларға (en:Squeegee man) ҡаршы — ҡыҙыл утҡа туҡтаған йәки ағымда хәрәкәт иткән машиналар водителдәренән автомобиль тәҙрәләренең ел быялаларын сифатһыҙ һәм «мәжбүри» йыуған өсөн аҡса таптырған кешеләргә ҡаршы көрәштән башлаған. Джулиани һуңынан бындай "таҙартыусы"лар һаны 180 тирәһе булған тип хәтерләгән. Уларға шундуҡ урам хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф тураһында белдереүҙәр тотторғандар. Шул уҡ ваҡытта был кешеләрҙең ҡайһы берҙәренә алдараҡ эшләнгән енәйәттәре өсөн ғәйепләү ордерҙары тапшырылғаны асыҡланған:

Бер ай ҙа үтмәне, беҙ был проблеманың ҡырҡыулығын күпкә кәметеүгә өлгәштек. Хәл күҙгә күренеп яҡшырған. Кемдәр ситтән килеп ҡаланың артабан үҫешенә һәм яңы хеҙмәт урындарына аҡса һалған, шул кешеләргә һәм Нью-йорк халҡына был эш оҡшаны. Бәхәсһеҙ, был беҙҙең тәүге уңышыбыҙ булды.

Джулиани ҡаланың ҡайһы бер билдәләнгән нөктәләрендә урам криминаль әүҙемлеген күҙәтеүгә алырға ҡушҡан, ә уларҙы иҫкәртеү өсөн яуаплылыҡты район полиция начальниктарына йөкмәткән — Нью-йорк полицияһы эшмәкәрлегенә CompStat программаһын индереүҙе ойошторған. CompStat полицияға енәйәтселек үҫеше тенденцияһын башланғыс кимәлендә, әлегә ул ҙур проблемаға әйләнмәҫ борон, ҡырҡа бөтөрөүгә ярҙам иткән. Был программа 1996 йылда Гарвард университеты янындағы Джон Кеннеди исемендәге дәүләт идаралығы мәктәбенең дәүләт идара итеү өлкәһендәге иң яҡшы яңылыҡ өсөн тигән наградаһына лайыҡ булған. Был программа АҠШ-тың күп кенә ҙур ҡалалары һәм сит илдәр тәжрибәһенә индерелгән.

Джулиани һәм ҡала полицияһының әүҙем эшмәкәрлеге ҡалала енәйәт кимәленең ҡырҡа кәмеүенә килтергән. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, енәйәттәрҙең дөйөм кимәле 50—67 %-ҡа, үлтерештәр һаны — 64—70 %-ҡа кәмегән. Бер үк ваҡытта полиция тарафынан табель ҡоралы ҡулланыу һаны — 1997 йылдағы 419 осраҡтан 2001 йылдағы 175 осраҡҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта Джулианиҙың мэр вазифаһында эшләгән дәүере афроамерикан общинаһы яғынан, үҙҙәренә ҡарата ҡаты мөнәсәбәттә булыуында, шулай уҡ мэрҙың власҡа һис һүҙһеҙ буйһоноуға нигеҙләнгән идара итеү стиле менән ризалашмаған йәмәғәтселектең либераль ағзалары тәнҡитләнгән.

Социаль-иҡтисади өлкәлә

үҙгәртергә

Рудольф Джулиани Нью-Йоркта эшһеҙҙәр һанын байтаҡҡа ҡыҫҡарта алған. Ил буйынса уртаса иҡтисади үҫеш темптарынан юғарыраҡ үрҙәргә өлгәшеү иҫәбенә яңы эш урындары булдырылған. 1994 йылда ҡалалағы һәр етенсе кеше (1 млн 112 мең 490 кеше) эшһеҙлек буйынса пособие алған булһа, һигеҙ йыл үткәс — 113 497 кеше генә алған. Ҡала хакимиәте 23 һалымды — шул иҫәптән корпорация статусына эйә булмаған шәхси бизнесҡа, ҡунаҡхана ҡуртымына, 110 долларҙан кәм хаҡҡа һатылған әйбергә һалымдарҙы (бөтә һалымдың дөйөм суммаһы $8 миллиардҡа) кәметкән йәки юҡҡа сығарған. Бюджет дисциплинаһын ҡәтғиләштереү ҡала бюджеты дефицитын бөтөрөүгә генә түгел, хатта байтаҡ профицитҡа (2001 финанс йылында ул $2,9 миллиард тәшкил итә) алып килгән. Ҡаланы тышҡы төҙөкләндереү буйынса эштәр үткәрелгән, атап әйткәндә, бер нисә йәмәғәт урыны сүп-сарҙан таҙартылған, ҡалала 2038 акр майҙанда яңы парктар барлыҡҡа килгән. Ҡала мөлкәтен файҙаланыу оптималләштерелгән — 1994 йылда ҡалала 1862, 2000 йылда — 633 буш бина булған.

Был саралар комплексы һөҙөмтәһендә Нью-Йорктың имиджы ғына яҡшырмаған, ҡалаға килеүсе туристар һаны ла һиҙелерлек артҡан (1994 йылда 25,8 миллиондан 2000 йылда 37,4 миллионға саҡлы).

Ҡалала яҡлауға беренсе сиратта мохтаж балаларға ярҙам иткән балалар эштәре буйынса идаралыҡҡа нигеҙ һалынған. Компьютер технологиялары ярҙамында балаларға һаулыҡ һаҡлау программаларына инергә ярҙам иткән HealthStat тип аталған инновацион система булдырылған. Джулиани хакимиәте етемдәрҙе уллыҡҡа алыуға дәртләндереү кеүек маҡсатлы сәйәсәт үткәргән, һәм ул әһәмиәтле уңыштарға килтергән — 1992 йылда 1784 бала, 2000 йылда — 3148 бала уллыҡҡа алынған. Мәғариф өлкәһендә класс бүлмәләренә һәм китапханаларға 7 мең компьютер урынлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған «Аҡыллы мәктәптәр» программаһы эшләй башлаған. уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу программаһы, һәр класта 300 китаптан торған кескәй китапханалар һ. б. булдырылған. Әммә башҡа өлкәләрҙәге кеүек, был өлкәлә Джулианиға уңыш йылмаймаған.

Джулиани менән Арафат

үҙгәртергә

1995 йылда Джулиани Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының илле йыллыҡ тантанаһына бағышланған саралар үткәреү маҡсатында «Нью-Йорк ҡунаҡтарҙы ҡабул итә» комитетын етәкләй. Был сараға фәләстин делегацияһына, Куба, Ираҡ, Иран, Ливия, Төньяҡ Корея, Сомали һәм Югославия вәкилдәренә саҡырыу ебәрергә баш тартҡан. Әммә фәләстин лидеры Ясир Арафат Линкольн-үҙәктә ойошторолған тантаналы концертҡа килә. Концерт башланыр алдынан Джулиани хеҙмәткәрҙәренә бойороҡ бирә: «Сығарып ырғытығыҙ. Ул саҡырыуһыҙ килгән». Протест белдереүгә ҡарамаҫтан, фәләстин лидеры Арафат залды ташлап китергә мәжбүр була. Джулиани, фәләстин лидерын 1985 йылда итальян лайнеры "Акилле Лауро"ны баҫып алыуҙа һәм шул арҡала америка турисын үлтереүҙә ғәйепләгәнлектән, террорсы тип һанаған, шуға Арафатҡа кире мөнәсәбәттә була: «Мин бер ҡасан да американдарҙы үлтергәндәрҙе онотмайым. Операция тураһында бойороҡ биргән кеше Ясир Арафат, һәм ул шуның өсөн тулыһынса яуаплы».

11 сентябрҙә

үҙгәртергә

2001 йылдың 11 сентябрендәге фажиғәнән һуң, Рудольф Джулиани донъя күләмендә танылыу алған. Бөтә донъя сауҙа үҙәгенә террорсылар һөжүм итеү сәбәпле, ул ҡотҡарыу эштәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. Бынан тыш, Нью-Йорк халҡына мөрәжәғәт итеп, радио аша ихлас сығыштары кешеләрҙең кәүгәгә бирелмәүенә булышлыҡ иткән, хәл властар контроленә алынғанлығына ышандырған. Мэрҙәң һуңғараҡ иҫләүенсә, уға ҡасандыр атаһы кәңәше тыныслыҡ һаҡларға ярҙам иткән:

Атайым миңә иң яҡшы кәңәш биргән икән: «Әгәр ҙә һиңә ҡурҡыныс янаһа, һәм һинең тирә-яғыңда кәүгә ҡупһа, барыһы ла ҡурҡыштан ҡысҡырһа, үҙеңде тынысланыр. Үҙеңә шулай тип әйт: „Мин тыныс, мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым“. Әгәр кешенең йортта янғын сыҡһа, һәм кешеләр ҡурҡыуҙан бары тик утты ғына күрһә, тыныслығын юғалтмаған кеше запас сығыу юлын таба».

Time журналы уны «Йыл кешеһе — 2001» тип таныған. Ошо уҡ журнал: «Джулианиға ул беҙгә, беҙ үҙебеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ ышанғаны һәм уның һоҡланғыс ҡыйыулығы, тәүәккәллеге өсөн рәхмәт», — тип билдәләй. (Журнал мәғлүмәттәре буйынса, аҙналыҡтың уҡыусыларынан ике кандидатураға — Джулиани менән Буш исемдәренә иң күп тәҡдимдәр килгән. Бен Ладен өсөнсө урында булған. Ҡарарҙы аңлатып, Time журналының баш мөхәррире Джеймс Келли, 11 сентябргә фажиғәһе менән бәйле Джулиани тапҡырлығының асылыуы «шул иҫәптән президентты ла (Буш) ҡыҫтырып, беҙгә айырыуса тәьҫир итте»)[7]. 11 сентябрҙән һуң килгән көрсөк барышында атҡарған ғәмәлдәре өсөн Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II 2002 йылдың февралендә Джулианиға почётлы рыцарь титулын тәғәйенләгән.

11 сентябрҙән һуң Джулианиҙың сәғүд батша улы Әл-Вәлидтең ҡаза күреүселәр фондына тапшырған $10 миллион һумлыҡ чегын кире ҡағыуы шаҡтай билдәлелек алған. Әл-Вәлид был бүләк тураһында үҙенең матбуғат релизында АҠШ-ты «Яҡын Көнсығыштағы сәйәсәтен ҡайтанан ҡарарға һәм фәләстин яғынан талаптарға тигеҙлек һаҡлап ҡарауға» саҡырған була. Мэр «беҙгә уларҙың ҡанлы аҡсалары кәрәкмәй», -тип кире ҡағыуын ҡазала һәләк булғандарҙың туғандары хуплай.

Джулианиҙы тәнҡитләүселәрҙең раҫлауынса, Нью-Йорк мэры эшләргә тейешле Ғәҙәттән тыш хәлдәр офисының штаб-фатиры (ингл. Office of Emergency Management), Джулианиҙың ҡарап еткермәүе арҡаһында һаҡланылған бункерҙа түгел, ә 7 WTC-тең 23 -сө ҡатында урынлашҡан булған. Шуға ла мэрға террористик һөжүм һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан. Донъя Сауҙа Үҙәгенең емереклектәрендә күп ваҡытын үткәрергә тура килгән дә инде.

2001 йылдан һуң

үҙгәртергә

2001 йылдың ноябрендә Джулиани яңы мэрҙы һайлауҙарҙа ҡатнашмаған, сөнки закон буйынса өсөнсө мөҙҙәткә һайланыу хоҡуғына эйә булмаған. Әммә ул үҙенең вариҫы булып республикансы Майкл Блумберг ҡалыуында мөһим роль уйнаған.

2002 йылда Джулиани хәүефһеҙлек һәм инвестициялар өлкәһендә консультациялар менән шөғөлләнеүсе Giuliani Partners фирмаһын төҙөгән. 2004 йылда Giuliani Partnersта элек шул уҡ исем аҫтында билдәле бухгалтерия компанияһының өлөшө булған Ernst & Young Corporate Finance инвестициялар банкын һатып ала. Банктың исеме Giuliani Capital Advisors тип үҙгәртелә. 2005 йылда ул исемен һуңынан Bracewell & Giuliani тип үҙгәрткән элекке Bracewell & Patterson техас юридик фирмаһының нью-йорк бүлексәһе партнёры һәм етәксеһе була.

2004 йылда Джулиани президент вазифаһына һайланыу өсөн барған көрәштә Джордж Буш кандидатураһын хуплай. 2007 йылдың февралендә ул үҙенең 2008 йылғы президент һайлау кампанияһында ҡатнашыу ниәте тураһында белдерә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең сәйәси ҡарашы буйынса күпселек республикансы һайлаусыларҙан саҡ ҡына һулдараҡ торған — Джулиани, шәхси ҡоралға эйә булыуҙы контролдә тотоу өсөн сығыш яһаған, (үҙе католик сиркәүгә ҡарауына, абортҡа кире ҡарашта торған шәхси мөнәсәбәтенә ҡарамаҫтан) бер енесле граждан союздар булыуы, эмбриондарҙың олон күҙәнәктәрен тикшереү һәм аборттар мөмкин булыуына ҡаршы түгеллеген белдергән. 2008 йылдың 29 ғинуарында Флорида штатындағы мөһим "праймериз"да бары тик өсөнсө урынды биләгән, шунан һуң ул һайлау кампанияһында ҡатнашмаясағын һәм президент вазифаһына сенатор Джон Маккейнды кандидатураһын үткәреүҙә ярҙамын туҡтатыуын белдергән. Көньяҡ Флорида университеты профессоры политолог Сьюзан Макмэнэстың һүҙҙәре буйынса:

президент кампанияһын алып барыу стиле лә Джулианиҙы бик күптәрҙән айыра. Ул бер бер тапҡыр ҙа «бысраҡ» тактика ҡулланмаған. Үҙен дәғүәселәренә ҡарата бик юғары намыҫлы" тотҡан. Артабан көрәшеүҙән баш тартыуы хаҡында белдереп, бик күп Джулиани яҡлылар уның артынан Маккейн лагерына барасағын белгәнлектән, ул сенатор Маккейнды хуплай һәм был ярҙам бик мөһим була.

«Лидер» мемуарҙар авторы (урыҫ баҫмаһы — М., 2004). Рәсәйҙең «Известия» гәзитенә белдереп, былай тигән:

мин бәхетле кеше, минең геройҙарым күп. Был минең атайым, президент Рональд Рейган, британия премьеры Уинстон Черчилль Нью-Йорк ҡалаһының янғын һүндереүселәре. Мин унан өлгө алам, улар — минең көс сығанағым.

2011 йылдан 13-14 сентябрендә үткәрелгән һорау алыуға ярашлы, әгәр ҙә шул мәлдә[8], Барак Обама президент һайлауҙарында ҡатнашҡан булһа, Рудольф Джулиани еңгән булыр ине, ләкин ул һайлау алды бәйгеһендә ҡатнашмаған.

2016 йылғы президент һайлауҙарында кандидатураһын Дональд Трампхупланы. Сөнки уның боронғо дуҫы һәм яҡын ярҙамсыһы. Трамп һайлауҙа еңгәндән һуң, Рудольф Джулианиҙы, ихтимал, АҠШ дәүләт секретары вазифаһына кандидат булған, әммә һөҙөмтәлә был вазифаға ExxonMobil нефть компанияһы һәм СЕО директорҙар советы рәйесе Рекс Тиллерсон тәҡдим ителә.[9]. 2017 йылдың 12 ғинуарында Джулиани АҠШ президентының киберхәүефһеҙлек буйынса кәңәшсеһе буласаҡ тип иғлан ителә.[10].

Кинола һәм телевидениела

үҙгәртергә

Джулиани «Закон һәм тәртип» (11 миҙгеле (2000—2001), 1 серияһы) һәм «Грейвс» (1 сезон (2016) 1 серия) сериалдарында, бынан тыш, «Асыу менән идара итеү» фильмында үҙен-үҙе (камео) уйнай.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Джулиани өс тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны — Регина, ҡыҙ фамилияһы Перуджи, уның өс туған һеңлеһе. Улар 1968 йылда өйләнешә, 1982 йылда никах тарҡала. Икенсе ҡатыны — Донна, тыумыштан Кофновец, телерепортёр һәм актриса. Никах 1984 йылда теркәлә, 2002 йылда өҙөлә; никахтан улы Эндрю һәм ҡыҙы Кэролайн тыуған. Никахтарының һуңғы йылдарында ирле-ҡатынлы бер-береһе менән ҡаты конфликтта булған, һәм был матбуғатта әүҙем тикшерелгән. Конфликттың сәбәбе — мэрҙың үҙенең яңы һөйәркәһе Джудит менән асыҡтан-асыҡ йөрөүе.

Өсөнсө ҡатыны — Джудит, тыумыштан Стиш, фармацевтика компанияһы менеджеры. Никахтары 2003 йылда теркәлгән.

2000 йылда Джулиани, простата яман шеше менән сирләүе беленгәнлектән,[11], нур терапияһы интенсив курсын үткән. Дауаланғандан һуң, ул ҡабат әүҙем йәмәғәт-сәйәси эшмәкәрлегенә ҡайта. Әммә ауырыуы арҡаһында ул шул уҡ йылда Нью-Йорк штатынан АҠШ сенаторы вазифаһы өсөн көрәштән баш тарта (был ҡарарҙың ҡабул ителеүенә Джулианиҙың ғаилә проблемалары ла йоғонто яһағандыр тигән фекер бар).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә