Ромашкин Владимир Иванович

Ромашкин Владимир Иванович (эрзя Йовлань Оло[1][2]) ( 6 сентябрь 1951 йыл, Мордовияның Дубен районы — 29 август 2002 йыл, Саранск) — мокша, каратай, тюрюха һәм эрзя халыҡтарының XX быуат аҙағындағы яңынан аяҡҡа баҫтырылған мәҙәниәтенең күренекле эшмәкәре, фольклорсы, музыкант, кинодокументалист. Милләте буйынса эрзә[2].

Владимир Ромашкин
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Ромашкин Владимир Иванович

Тыуған

6 сентябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

СССР, Мордва АССР-ы

Үлгән

29 август 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (50 йәш)

Үлгән урыны

Саранск

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Финляндия Финляндия
Эстония Эстония

Һөнәрҙәре

Йырсы, Музыкант, Бейеүсе, музыка продюсеры, кино-продюсер

Жанрҙар

Халыҡ музыкаһы, Джаз, Поп-музыка, Бейеү музыкаһы

Псевдонимдар

Йовлань Оло

Коллективтар

«Торама» төркөмө

Torama.RU
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Влади́мир Ива́нович Рома́шкин 1975 йылда Саранскиҙа Л. П. Кирюков исемендәге Саранск музыка училищеһының хор-дирижёр бүлеген (сәнғәт фәне ғалимы Н. И. Бояркин класы), 1980 йылда — Ҡаҙан консерваторияһының (педагог А. В. Булдакова класы) хор-дирижёр факультетын, 1986йылда МНИИЯЛИЭ эргәһендәге аспирантураны (фольклор һәм сәнғәт секторы) тамамлай. 1980—1989 йылдарҙа Мордовия тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтының фольклор һәм сәнғәт секторында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1986 йылда уның «Мордва-ҡатай традицион йыр сәнғәтенең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында» тигән монографияһы сыға[3][4]. Был хеҙмәтендә ул Татарстан АССР-ы ауылдарындағы каратай фольклорын тасуирлай. Һуңғараҡ Владимир Ромашкин сценарист һәм кинематографист булараҡ та үҙен һынап ҡарай, уның ҡатнашлығында «Каратайҙар» тигән документаль фильм төшөрөлә[5] «Истоки». «„Торама“ ни тураһында йырлай» музыкаль телефильмында төшә. 1990 йылдан В. Ромашкин Саранскиҙа Республика мәҙәниәт училещеһында музыка дисциплиналары буйынса уҡыта.

Владимир Ромашкин эшмәкәрлегенең иң билдәлеләренең береһе — «Торама» этномузыкаль төркөмөн төҙөүе[2], уның репертуарына эрзя телендә, мокша телендә башҡарылған каратай йырҙары индерелә. «Торама» репертуары мордва ерҙәрендә йәшәгән төрлө этнографик төркөмдәрҙең традицияларын берләштерә. Төркөм, башлыса, ғаилә ағзаларынан тора: Владимир Ромашкин улдары Виталий һәм Андрей сығыш яһауға йәлеп ителә.

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Владимир Ромашкин рус реконструкторлыҡ хәрәкәте менән берлектә «Од Вий» (Яңы көс) йәштәр хәрәкәтен етәкләй.

Владимира Ромашкиндың улдары мөһим роль уйнаған «Торама» концерттары менән сығыш яһауын һәм альбомдар сығарыуын дауам итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡабүләктәре

үҙгәртергә

«Торама» башҡарыуындағы моҡша һәм эрзя йырҙары үҙенсәлекле көскә эйә булып, тыңлаусыларҙың күңел торошона һәм физик хәленә ыңғай тәьҫир яһай. Моҡша һәм эрзя йырҙарын күп тауышҡа башҡарыу менән бер рәттән, ансамбль боронғо йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә күрһәтә һәм быға тамашасыларҙы ла йәлеп итә. Уларҙың сығышы мәлендә тел аңламау кәртәләре юҡҡа сыға, төрлө илдәр аудиторияһы Мордовияның йола донъяһына ылыҡтырыла.

"Торама"ның Финляндияла 1996 йылда донъя күргән беренсе компакт-дискыһы Европаның 36 иле буйлап тарала. Икенсе компакт-диск Эстонияла яҙҙырыла. Ул тағы ла ҙурыраҡ популярлыҡ яулай. Владимир Ромашкин туған мәҙәниәтен донъяның төрлө өлөштәренә алып бара, иң беренсе нәүбәттә, тыуған яғы менән бәйләнешен юғалтҡан ватандаштарына еткерергә тырыша. «Торама» үҙ эшмәкәрлеге ваҡытында Европаның күп кенә илдәрен һәм РФ-ны урап сыға. 1994 йылда төрөкөм «Рәсәй тауыштары» Бөтә Рәсәй конкрсында еңеү яулай. «Торама» шулай уҡ академик мөхиттә лә, беренсе сиратта, Владимир Ромашкин тырышлығы — тәрән белеме һәм ялан тикшеренеү эшендәге тәжрибәһе, төркөмдө Кастрен Йәмғиәте, Ян Сибелиустың Музыкаль Академияһы, Фин-Уғыр Йәмғиәттәре менән бәйләй. Торама сит илдәрҙә: Эстонияла, Финляндияла, Латвияла, Швецияла, Польшала, Англияла үткән фестиваль һәм концерттарҙа даими ҡатнашыуы менән дә популярлыҡ яулай. Милли һәм сәйәси ыҙғыштарҙан йыраҡ торған Йовлань Оло морва халҡы менән бер рәттән, үҙенең үҙенсәлекле мәҙәниәтен юғалта барған башҡа халыҡтар яҙмышы өсөн дә борсола.

Бынан тыш, Владимир — Мордовия Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фин-уғыр мәҙәниәтен үҫтергәне һәм донъяға таратҡаны өсөн — Изге Мария Тәреһе ордены кавалеры, «Од Вий» (Яңы көс) йәштәр хәрәкәтенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе.

2002 йылдың йәй башында билдәле музыкант үҙен насар тоя һәм дауаханаға эләгә. 29 август иртәһендә ул вафат була. 6 сентябрҙә Владимир Ромашкинға 51 йәш тулған булыр ине.

Владимир Ромашкин музейы

үҙгәртергә
 
В. И. Ромашкина исемендәге «Этно-Кудо» (Подлесная Тавла ауылы, Мордовия)

2006 йылдың 6 сентябрендә (музыканттың 55 йыллығы) Мордовияның Кочкур районы Подлесная Тавла ауылында В. И. Ромашкин исемендәге уникаль «Этно-Кудо» йорт-музейы асыла[7]. 1989 йылда әле ул ваҡытта бер кемгә лә билдәле булмаған йәш музыкант Подлесная Тавла ауылына килеп урынлаша, был ауылды, унда йәшәүсе ябай халыҡты һәм уратып алған тәбиғәтте тәү күреүҙән үк ярата. Аҙаҡ, билдәле фольклорсы булып киткәс, ошо ауылда этно-туристик маршрут булдырырға уйлай, сөнки ул ағасты һырлау эрзя традицияларын һаҡлаусы ауыл булараҡ билдәлелек ала[8]. «Торамась терди» боронғо эрзя һәм моҡша йырҙары фольклор фестивален үткәреү — йыл да ҡабатланған традицияға әйләнде[8] Владимир Иванович Ромашкиндың тыуған көнөнә арнала.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мордовия Республикаһының һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр донъяһы. // Подлесная Тавлаға сәйәхәт… 2017 йыл 3 август архивланған. (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 «Эрзянь Мастор» // Йондоҙ атылды — яҡтылығы ҡалды. Йовлань Олоның тормош һәм ижади юлы 2018 йыл 10 сентябрь архивланған. (рус.)
  3. Ромашкин В. И. Мордва-ҡатай традицион йыр сәнғәтенең ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында // Мордва яҙыусылары һәм композиторҙары ижадында фольклор/ Тр. МНИИЯЛИЭ. 8. 6 сығарылыш. — Саранск, 1986. (рус.)
  4. Merja SALO. Katoava mordvalainen identiteetti — karatait ja Saratovin alueen ersäläiset  (фин.)
  5. Музыкаль Мордовия // Мордва-каратайҙарҙың музыкаль фольклоры 2016 йыл 25 июнь архивланған. (рус.)
  6. Мордовия хәбәрҙәре// Мордовияла Владимир Ромашкинды иҫкә алдылар 2016 йыл 27 май архивланған. (рус.)
  7. Евдокимова Т. Уның «Торама»һы бөтә донъяға яңғырай// Алға. Атяш районы. — 14 сентябрь. — 4. б.
  8. 8,0 8,1 МОРДОВИЯЛА ЭТНОТУРИЗМ: ТУРИСТАРҒА МОТЛАҠ КҮРЕРГӘ КӘРӘКЛЕ БИШ УРЫН! 2019 йыл 26 май архивланған.