Роля-Жимерский Михал
Роля-Жимерский Михал (пол. Michał Żymierski, төп фамилияһы — Лыжвиньский, пол. Łyżwiński, псевдонимы — Роля, пол. Rola, 4 сентябрь 1890 йыл — 15 октябрь 1989 йыл) — Польша хәрби етәксеһе, Польша маршалы, СССР-ҙың «Еңеү» ордены кавалеры.
Биографияһы
үҙгәртергәМихал Жимерский 1890 йылдың 4 сентябрендә Краковта тыуа. 1910 йылда Ягеллон университетының юридик факультетына уҡырға инә. 1911—1912 йылдарҙа — Австро-Венгрия армияһында ирекле хеҙмәт итеүсе сифатында хәрби хеҙмәт үтә, резерв офицерына имтихан тапшыра. 1914 йылда 1-се донъя һуғышы башланғас, Австро-Венгрия армияһы составындағы Поляк легионына инә. Көнсығыш фронтта һуғыша, подполковник ләрәжәһенә етә, полк командиры була.
1918 йылда, бойондороҡһоҙ Польша ойошторолғас, Польша армияһына инә. Полковник чинында пехота бригадаһы, артабан дивизия менән командалыҡ итә. Совет-поляк һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң Францияла Сен-Сирҙа хәрби академияла уҡый. Франциянан ҡайтҡас генерал дәрәжәһен ала. Польша армияһы генштабында хеҙмәт итә.
1926 йылда маршал Ю. Пилсудскийҙың хәрби түңкәрелешен хупламай, хатта маршал яҡлыларға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша һәм хәрби трибунал тарафынан 5 йылға хөкөм ителә, рядовойға төшөрөлә. 1931 йылда азат ителгәндән һуң, Польша коммунистар партияһының йәшерен ағзаһы була. 1938 йылда Францияға күсә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #140952217 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Michał Żymierski (pierwotnie Łyżwiński, także Rola-Żymierski, Żymirski) // Польский биографический онлайн-словарь (пол.)
- ↑ 3,0 3,1 Michal Zymierski // Munzinger Personen (нем.)
- ↑ 4,0 4,1 (unspecified title) — 1919.
- ↑ 5,0 5,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://bs.sejm.gov.pl/F?func=find-acc&acc_sequence=000050118&find_code=SYS&local_base=ARS10