Зарипова Рина Баян ҡыҙы
Зарипова Рина Баян ҡыҙы (12 (19) март 1941 йыл — 10 ғинуар 2008 йыл) — журналист, уҡытыусы, тәржемәсе. 1973—2002 йылдарҙа «Татарстан яшьләре» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), «Бәллүр каләм» («Гәлсәр ҡәләм») журналистар бәйгеһе лауреаты (2001).
Зарипова Рина Баян ҡыҙы | |
Рéна Бая́н ҡыҙы Зари́пова | |
Исеме |
Рéна Бая́н ҡыҙы Ағýмова |
---|---|
Тыуған көнө | |
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Зарипова Рина Баян ҡыҙы Викимилектә | |
Биографияһы
үҙгәртергәРина Баян ҡыҙы Зарипова (шулай уҡ Зарифова; ҡыҙ фамилияһы Ағумова) 1941 йылдың 12 мартында Татар АССР-ының Меңнәр ауылында уҡытыусылар Мәсрүрә Зарифуллина менән Фәтхелбаян Ағумов ғаиләһендә тыуған. Документтарҙа тыуған көнө 19 март итеп теркәлгән. Ғаиләлә барлығы 8 бала була. Атаһы Фәтхелбаян яғынан Рина Зарипова журналист Әлфиә Самат, яҙыусы Фәйрүзә Мөслимова, уҡытыусы Тәҡи Зәкиев менән туғандаш.
Фәтхелбаян Ағумов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ғаилә Меңнәр ауылынан һуң ваҡытлыса Кәзкәйгә, унан Яңы Әлемгә күсенә. Был ауылда Рина беренсе ике класын тамамлай. Бынан һуң ғаилә Иҫке Солтанғолға, Шәрип һәм ахырҙа Юғары Гәрәйгә күсенә. Бында Рина ун йыллыҡ мәктәп тамамлай.
1960 йылда Алабуға педагогия институтының урыҫ-татар филология факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшыра. 1965 йылда институтты тамамлай. Лайыш районы Татар Сараланы урта мәктәбенә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы институт тарафынан ебәрелә.
Физика уҡытыусыһы Заһит Зариповҡа өйләнә. Һуңыраҡ ғаилә Ҡазанға күсенә, Рина Зарипова 1969 йылдың 20 февраленән "Татарстан яшьләре" газетаһына тәржемәсе булараҡ эшкә алына. 1973 йылда хаттар бүлеген етәкләй башлай һәм был вазифаны 2002 йылға тиклем башҡара.
1995 йылдың 13 февралендә матбуғат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн ТР президенты указы менән Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен ала. 2001 йылда журналистарҙың "Бәллүр каләм" бәйгеһендә лауреат премияһына лайыҡ була.
Пенсияға сығыу менән 2002 йылдан Рина Зарипова яҙмалары "Татарстан яшьләре", "Татар иле", "Ватаным Татарстан", "Шәһри Казан", "Мәгърифәт", "Молодежь Татарстана" гәзитләрендә, "Идел" журналында басыла.
2003 йылда Зариповтар ғаиләһенә арналған "Адәм белән Хәва" ("Әҙәм менән Хауа") тапшырыуы "Яңа гасыр" (Яңы Быуат) телеканалының эфирында сыға.
Яман шеш табылыу сәбәпле ғүмеренең һуңғы йылдарында Рина Зарипова ике операция кисерә. 2008 йылдың 10 ғинуарында онкология ауырыуынан Ҡазанда донъя ҡуя. Ҡаланың Мамадыш трактындағы мосолман зыяратында ерләнә.
Татарстан яшьләре
үҙгәртергәРина Зарипова "Татарстан яшьләре"нең хаттар бүлеге етәксеһе булараҡ ошо бүлек менән тығыҙ бәйләнгән популяр сәхифәләрҙе лә алып бара.
"Серҙәш" сәхифәһе
үҙгәртергәРина Зарипованы "Татарстан йәштәре"ндәге "Серҙәш" сәхифәһе менән Татар Сараланы уҡыусылары таныштыралар. Был журналист Суфия Әхмәтова тарафынан асылған сәхифәлә газета уҡыусылары төрлө серҙәре менән бүлешәләр һәм ауыр һорауҙарын сисеүҙә ярҙам итеү маҡсаты менән газетаға һәм башҡа уҡыусыларға хаттар юллайҙар.
"Үҙенең 40 йыллыҡ тарихында "Серҙәш" кемдәр өсөн генә дуҫ, иптәш, серҙәш булмағандыр, кемдәрҙе генә ашығыслыҡ менән хата аҙым яһауҙан һаҡлап ҡалмағандыр. Бөтөнөһө тураһында яҙа башлаһаң, газета биттәре етмәс. Хәйер, газетаның күпйыллыҡ төпләмәләре быға шаһит", — Рина Зарипова, "Татарстан яшьләре", март 2005[2]
1969 йылдың 20 февраленән Рина Зарипова "Татарстан яшьләре"ндә эшләй башлай. Башта тәржемәсе вазифаһын үтәй, хаттар бүлеге мөдире журналист Суфия Әхмәтованың булышсыһы була. Суфия Әхмәтованың пенсияға китеүе менән, 1970 йыл дауамында хаттар бүлеге һәм был сәхифә менән күп кенә шәхестәр етәкселек итәләр: Фәрит Хәкимйәнов, Ғәлиә Раимова, Фәрит Ғәлиев һ.б. Шунан һуң хаттар бүлеге һәм "Серҙәш" сәхифәһе Рина Зарипова ҡарамағына күсә.
"Шәмбе" сәхифәһе
үҙгәртергәГазетаның "Шәмбе" сәхифәһе ҙур шәхестәргә арналған, күп осраҡта йырҙар ноталары менән уҡыусылар теләктәре буйынса баҫылып барған. Уҡыусыларҙың йыш Сара Садыҡова йырҙарын һорап хаттар ебәргәнгә күрә, Рина Зариповаға күренекле композитор менән күп тапҡыр күрешергә тура килә, һәм был уларҙы дуҫлаштыра.
"Үҙең менән аралашҡан кешеләрҙең бөйөклөгөн йәшәй-йәшәй күберәк аңлайһың икән ул", — Сара Садыҡова турында Рина Зарипова, "Татарстан яшьләре", декабрь 2004[3]
"Ғаилә йылыһы" китабы
үҙгәртергә1982 йылда Татарстан китап нәшриәтендә Рина Зарипованың төрлө йылдарҙа уҡыусылар хаттары буйынса яҙылған мәҡәләләргә нигеҙләнгән китабы баҫтырыла. Китап ғаилә темаһы менән тығыҙ бәйләнгән әхлаҡ, тәрбиә, социаль проблемаларын асыҡлай, һәм һәр бүлексә авторҙың нәтижәһе менән тамамлана.
Ғаиләһе
үҙгәртергәИре — Заһит Саҙрислам улы Зарипов — оҙаҡ йылдар Ҡазан авиация институтында дөйөм һәм ҡулланма физика өлкән уҡытыусыһы һәм инженер булып эшләгән. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 13 февраль 1995 — Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
- 2001 — "Бәллүр каләм" бәйгеһендә лауреат
- 2005 — "Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлегенә" медаль
Яҙмалары
үҙгәртергәМәҡәләләр
үҙгәртергә- Зарипова Рина (Ғинуар 2003). «И, гомер агышлары [И, ғумер ағыштары]» (tt) (Идел-Пресс) (10319 /11).
- Зарипова Рина (Март 2005). «Меңнәрнең серен сыйдырган "Сердәш" [Меңдәрҙең серен һыйҙырған "Серҙәш"]» (tt) (Идел-Пресс) (10658 /38).
- Зарипова Рина (Декабрь 2004). «Онытылмас хатирәләр [Онотолмаҫ хәтирәләр]» (tt) (Идел-Пресс) (10612 /70).
- Зарипова Рина (Ноябрь 2004). «Шифалы "канэчкечләр" [Шифалы "ҡанэскестәр"]» (tt) (Идел-Пресс) (10597 /55).
- Зарипова Рина (Февраль 2003). «Тирән мәгънәле беркатлылык [Тәрән мәғәнәле берҡатлылыҡ]» (tt) (Идел-Пресс) (10327 /19).
- Зарипова Рина (Декабрь 2006). «Яңа ел - могҗиза, ә без романтиклар идек [Яңы йыл - мөғжизә, ә беҙ романтиктар инек]» (tt) (Идел-Пресс) (10929 /75).
Китаптар
үҙгәртергә- Рина Зарипова. Гаилә җылысы [Ғаилә йылыһы]. — Казан: Тат.кит.нәшр., 1982. — 56 с.
- Тәүбә: очерклар җыентыгы [Тәүбә: очерктар йыйынтығы] / төз. Я. М. Абдулкадыйрова, Р. Б. Зарипова. — Казан: Тат.кит.нәшр., 1991. — 136 с. — ISBN 5-298-00662-0.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://cemetery.kzn.ru/burials/210126
- ↑ Меңнәрнең серен сыйдырган «Cердәш» 2021 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Онытылмас хатирәләр 2021 йыл 27 февраль архивланған.