Садыҡова Сара Ғариф ҡыҙы

Садыкова Сара Ғариф ҡыҙы (татар. Sara Ğarif qızı Sadıyqova, Сара Гариф кызы Садыйкова; 1 ноябрь 1906 йыл — 7 июнь 1986 йыл) — совет татар композиторы, йырсы һәм актриса. Татар ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге профессиональ композитор. Татар АССР-ының халыҡ (1977) һәм атҡаҙанған (1939) артисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984). Татар АССР-ының Ғ. Туҡай исемендәге Татар Дәүләт премияһы лауреаты (1990, үлгәндән һуң).

Садыҡова Сара Ғариф ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1 ноябрь 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Ҡазан, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 июнь 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (79 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Балалары Альфия Айдарская[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы, композитор
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Садыҡова Сара Ғариф ҡыҙы Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Сара Ғариф ҡыҙы Садыҡова 1906 йылдың 1 ноябрендә Ҡазан ҡалаһында тыуған. Тыуған саҡта бирелгән исеме — Бибисара. Ата-әсәһе — Ғариф һәм Бибиғәйшә Садыҡовтар, ҡартатаһы Әхмәтша Биш балта биҫтәһендәге пристандә казначей булып хеҙмәт итә.

Сара Ғариф ҡыҙы Фатиха Айытованың татар ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡый, артабан Ҡазан педагогия техникумында белем ала.

1922—1928 йылдарҙа П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында (яңғыҙ йырлау класы) һәм 1934—1938 йылдарҙа (татар опера студияһы) уҡый. Уҡытыусылары араһында — Цыбущенко Мария Григорьевна.

1930—1934 йылдарҙа Ҡазанда Татар дәүләт академия театры труппаһында эшләй. .

1938—1948 йылдарҙа — Татар опера һәм балет театры солисы.

Файл:СадыковаСГ памятник Татаркладбище Казань.jpg
Сра Садыҡованың ҡәберлеге. Ҡазан татар зыяраты

1986 йылдың 7 июнендә Ҡазанда вафат була. Татар зыяратында ерләнгән.

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • 400-гә яҡын йыр
  • 18 спектаклгә музыка
  • «Мөхәббәт йыры» (971) һәм «Кейәүҙәр» (1972) икеһе лә Р. Гөбәйҙуллин менән берлектә)

Театрҙағы ролдәре үҙгәртергә

  • «Сания» (Ғ. Әлмөхәмәтов, В. Виноградов, С. Ғәбәши операһы);
  • «Ҡасҡын» (Ә. Фәйзи һәм Н. Жиһанов) — Райхан;
  • «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи);
  • «Башмағым», «Илдар» һәм «Ҡандракүл йылғһы буйында» (С. Сәйҙәшев һәм К. Тинчурин);
  • «Яллаусы» (С. Сәйҙәшев һәм Т.Ғиззәт);
  • «Аршын мал алан» (Ул Ғаджибәков) — Асия.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1939)
  • Татар АССР-ының халыҡ артисы (1977)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1984)
  • Татар АССР-ының Ғ. Туҡай исемендәге Татар Дәүләт премияһы лауреаты (1990, үлгәндән һуң)

Ҡазандағы һәйкәл тарихы үҙгәртергә

1997 йылдаТатарстан Министрҙар кабинеты композиторға һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Скульпторы — Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рада Ниғмәтуллина. 2007 йылда һәйкәл әҙер була, әммә ул әлеге көнгә тиклем ҡуйылмаған, сөнки, скульптор фекеренсә, һәйкәл урыны дөрөҫ һайланмаған.

Композиция тасуирламаһы: «скульптор фекере буйынса, Сара Садыкова пианиноға саҡ ҡына терәлеп тора, уны татар риүәйәте мотивтары буйынса яҙылған „Ете асҡыс“ йыры персонаждары — ете ҡыҙ уратып алған. Ансамбль — ағастар араһында, уның итәгендә — эскәмйәләр, концерттар ойоштороу өсөн ҙур булмаған сәхнә урынлашырға тейеш. Әлбиттә, бөтә ансамбль йәшеллеккә күмелергә тейеш».

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

  • Таланты өсөн Донбасс шахтерҙары Сараға «татар һандуғасы» исемен бирәләр.
  • Ире менән бергә Политехник музейында Владимир Маяковскийҙы тыңлайҙар.
  • Муса Йәлил менән таныш була.
  • 1925 йылда «Сания» (С Ғәбәши, В.Виноградов, Ғ. Әлмөхәмәтов музыкаһы, либретто авторы — Ф. Әмирхан) тәүге татар операһында төп партия махсус Сара Садыҡова тауышы өсөн яҙыла.
  • Мәскәү художество академия театрының 35-йыллыға айҡанлы тантанала, Станиславский үтенесе буйынса, йырлай һәм К. С. Станиславскийҙан ҙур баһа ала, ул уның ҡулын үбеп: «Һеҙҙе ҙур киләсәк көтә» тип әйтә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Беренсе ире — Айдарский Ғәзиз (1898—1933 йй.), актер һәм режиссер, Мәскәү дәүләт музыкаль-драма театрына нигеҙ һалыусы. 1920—1921 йылдарҙа — Халыҡ Комиссариатының сәнғәт бүлеге мөдире, беренсе татар театры бинаһы төҙөлөшө начальнигы һәм асығыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса йәмәғәт эшмәкәре, Камал драма театры артисы. 1922—1926 йылдарҙа Гитис-та уҡый. Ҡазан театр техникумында уҡыта. Уның вафатына некрологты Муса Йәлил яҙа.

Икенсе ире — Юлий Станиславович Крещелюнас, музыкант.

Ҡыҙы — Әлфиә Айдарская (1925 йылдың 25 майында тыуған), балет артисы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы. 1941—1963 йылдарҙа Татар опера һәм балет театрында бейей.

Ейәне — Вячеслав Грекулов, музыкант.

Хәтер үҙгәртергә

  • Татарстандың Апас районы ауылында музей һәм мәктәп уның исемен йөрөтә[2], йырсының ҡартатаһы Әхмәтша әлеге ауылдан.
  • Ҡазанда һәм Апас ҡасабаһында (Татарстан) Сара садыҡова урамдары бар
  • Сара Садыҡова исемендәге концерт залы (Яр Саллы, Татарстан Республикаһы)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France Sara Garifovna Sadykova // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Музей Сара Садыковой. Официальный сайт администрации Апастовского муниципального района. 2019 йыл 16 апрель архивланған.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Г. Зайнашева. Песня — её крылья. — «Азат хатын», 1965, № 1.
  • Я. Нурлыгаянов. Родник мелодий. — «Казан утлары», 1973, № 2.
  • К. Тимбикова. О песне. — «Азат хатын», 1979, № 3 (на татарском языке).

Һылтанмалар үҙгәртергә