Меңнәр (Татарстан)
Меңнәр (Меңләр) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Аҡкүҙ ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Меңнәр татар. Меңнәр | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
270 человек (2002) |
Милли состав |
татарҙар[1] |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423744 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Сөн йылғаһы буйында, Башҡортостан Республикаһы менән сигендә, Аҡтаныш ауылынан көньяҡҡа табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәМеңнәр — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Байсар улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
1905 йылда мәсет (1836 йылдан билдәле), мәктәп, тирмән, икмәк магазины теркәлгән[1][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 156 типтәр (сығышы менән йәнәй ырыуынан), 15 башҡорт, 4 татар; 1859 йылда — 215 башҡорт һәм керҙәштәр (типтәрҙәр); 1870 йылда — 505 башҡорт; 1902 йылда — 761 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
440 | 505 | 551 | 699 | 761 | 821 | 818 | 692 | 624 | 380 | 367 | 516 | 434 | 279 | 270 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].