Разволяев Иван Павлович

Советтар Союзы Геройы

Разволяев Иван Павлович (25 ғинуар 1915 йыл4 февраль 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының эскадроны командиры, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1944).

Разволяев Иван Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 ғинуар 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Ҡансура (станция), Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 4 февраль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Совет-поляк һуғышы (1939)[d] һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Павлович Разволяев 1915 йылдың 25 ғинуарында Кәнсер станцияһында (Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ.

Ҡыуандыҡ ҡалаһында 5 класс тамамлай. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем — тимер юлында, һуңынан — «Красный доброволец» колхозында эшләй.

Ҡыҙыл Армияла — 1936 йылдан. 1940 йылда Минск ҡалаһында кавалерия училищеһын, 1941 йылда — Һарытау бронетанк училищеһын тамамлай. Совет ғәскәрҙәренең Көнбайыш Украинаға һәм Көнбайыш Белоруссияға походында ҡатнаша (1939 йыл). Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1941 йылдан алып.

60-сы гвардия кавалерия полкы эскадроны командиры гвардия капитаны Иван Разволяев Польшаны азат иткән саҡта айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 18 ғинуарында Пилица йылғаһын боҙ өҫтөнән һәм, урыны менән кисеп, ҡаршы яҡ ярға сыға. Разволяевтың эскадроны беренселәрҙән булып Томашов (Томашув-Мазовецкий) ҡалаһына бәреп инә, Калиш — Едлец — Голухов шоссе юлын киҫеп, сигенгән дошманды юҡ итә һәм Едлец һәм Голухов тораҡ пункттарын яулап ала. Варшава шоссеһына сығып, Разволяевтың эскадроны дошманға сигенеү юлын тулыһынса киҫә. Әлеге алыштарҙа эскадрон яугирҙары 150-ләп немец гитлер һалдатын һәм офицерын юҡ итә, өс тиҫтә автомашина тартып алына.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 февралендәге Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Разволяев Иван Павлович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (5680-се) тапшырыла.

1947 йылда офицер—кавалерист Юғары офицер бронетанк мәктәбен тамамлай. 1954 йылдан алып майор И. П. Разволяев — запаста.

Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй, профилактика инструкторы вазифаһында эшләй — «Горизонт» производство берекмәһе объекттарын янғындан һаҡлай[1].

1981 йылдың 4 февралендә вафат була, Дондағы Ростовта ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Дондағы Ростовта Герой йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • И. П. Разволяевтың исеме 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Герои Советского Союза Ростовской области

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә