Ҡансыра, Ҡансура (рус. Канчерово) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тимер юл станцияһы.

Ҡансура
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1] һәм Орск өйәҙе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 50 кеше (2010)
Почта индексы 462205
Карта

Географияһы үҙгәртергә

Тимер юл станцияһы Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 15 километр алыҫлыҡта көнбайыш — төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Климаты үҙгәртергә

Уртаса-континенталь климатлы. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, бер үк ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы ярайһы тотороҡло, уның уртаса 150 көн дауамында ята[2].

Тарихы үҙгәртергә

Станция яҡында урынлашҡан Башҡорт Ҡансыраһы (рус. Башкирское Канчерово) ауылы буйынса аталып йөрөй. Станцияға 1910-сы йылдарҙа тимер юлы үткәргәндә нигеҙ һалына[3]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауыл Советы составында булған, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округына ингән.

Этимологияһы үҙгәртергә

Ҡансыра атамаһы Ҡансура тигән антропонимдан килеп сыҡҡан. Башҡорт Ҡансыраһы ауылы Ҡансыра (Ҡансура, Ғәбйәлил) тигән варианттарҙа документтарҙа тәүге тапҡыр 1773 йылда[4][5] телгә алына.

Ҡансура — хан+сура һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән; батыр, ҡыйыу, шулай уҡ хаким тигән мәғәнәләргә эйә[6]

Халҡы үҙгәртергә

2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 100 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 82 %) , 2010 йылда — 50[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  4. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  5. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  6. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 70-се бит
  7. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.