Гәрәев Радик Арыҫлан улы

(Радик Арыҫлан улы Гәрәев битенән йүнәлтелде)

Гәрәев Радик Арыҫлан улы (23 март 1956 йыл29 октябрь 1996 йыл) — башҡорт опера һәм эстрада йырсыһы (баритон), музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, шул иҫәптән 1990—1995 йылдарҙа театр директоры, бер үк ваҡытта 1991—1995 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) халыҡ артисы. Халыҡ-ара сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты.

Радик Арыҫлан улы Гәрәев
Тыуған ваҡыты:

23 март 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Яңауыл ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

29 октябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (40 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

опера йырсыһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1989||
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
||

Биографияһы

үҙгәртергә

Радик Арыҫлан улы Гәрәев 1956 йылдың 23 мартында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Яңауыл ҡасабаһында[1] тыуған[2].

Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Йортта һәр ваҡыт музыка яңғырай: ата-әсәһе, ағай-апайҙары башҡорт, татар һәм рус телдәрендә популяр совет эстрада йырҙарын да, халыҡ йырҙарын да башҡара. Радик һәр бер көйҙө тиҙ арала эләктереп ала, телдән-телгә еңел күсә, хатта милли башҡарыу оҫталығы — ике тауышта тамаҡ менән йырлау оҫталығын да үҙләштерә (әйткәндәй, Салауат Юлаев һүҙҙәренә Ишмулла Дилмөхәмәтов импровизацияһындағы "Уралым"ды башҡарғанда ул ошо алымды ҡуллана)[3].

Ун биш йәшендә музыка училищеһына, артабан Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә һәм уны 1983 йылда тамамлай. Гәрәевтың матур тауышы, сәхнә өсөн яратылған төҫ-ҡиәфәте, эшһөйәрлеге иғтибарһыҙ ҡалмай. Икенсе курс студенты сағында уҡ уны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә саҡыралар, һәм ул ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй.

Уның опера репертуарында Онегин (П. И. Чайковский — «Евгений Онегин»), Жермон (Джузеппе Верди — «Травиата»), Фигаро (Джоаккино Антонио Россини — «Севильский цирюльник»), Аҡсәсән (Заһир Исмәғилев — «Урал илселәре»), Моралес (Жорж Бизе — «Кармен») партиялары ныҡлы урын ала.

Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм ярата. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль мәҙәниәте, тыумыштан килгән һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте менән айырылып торған.

1990—1995 йылдарҙа Раджик Гәрәев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры вазифаһын башҡара, опера солисы булараҡ та сығыш яһай. Ошо ваҡытта театр сәхнәһендә «Шаляпин кисәләре» тип исемләнгән опера сәнғәте, Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет фестивалдәре үткәрелә.

Операла һәм концертта йырларға, опера фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ла, театрҙа барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм музыка авторы менән һөйләшергә лә барыһына ла өлгөрә ул.

1996 йылдың 29 октябрендә 41-се йәшендә генә вафат була.

Дискографияһы

үҙгәртергә

Альбомдары

үҙгәртергә

Мини-альбомдары

үҙгәртергә
  • Ты постучи скорей в мое окно (Анне Вески менән) (1987)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • 2016 йылдың 2 ноябрендә Яңауылда, йырсы белем алған мәктәп ихатаһында Радик Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Уның авторы — билдәле скульптор Хәлит Ғәлиуллин артистың микрофон тотоп йырлаған һынын һүрәтләгән[4].
  • 2012 йылдан Яңауыл ҡалаһында Радик Гәрәев исемендәге йырсылар асыҡ конкурсы үткәрелә[2].
  • Өфөлә йырсы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Композитор Рәшит Йыһанов, Радик Гәрәевҡа бағышлап, оркестр менән орган өсөн концерт дилогияһы ижад иткән.
  • Шағир Роберт Паль үҙенең «Уралым» шиғырын РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы иҫтәлегенә арнаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Печаль моя светла… Радик Гареев в воспоминаниях. — Уфа, 1997.

Һылтанмалар

үҙгәртергә