Пулькин Григорий Степанович

Советтар Союзы Геройы

Пулькин Григорий Степанович (25 ғинуар 1916 йыл — 12 ғинуар 1945 йыл) — совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Артиллерия батареяһы тимерсеһе (1939—1940), рядовой; артиллерия взводы, батареяһы, артиллерия дивизионы командиры (1941 йылдан), гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1940). Башҡортостанда тыуғандар араһынан был юғары исемгә беренсе лайыҡ булыусы.

Пулькин Григорий Степанович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1916
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы
Вафат булған көнө 12 ғинуар 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Вафат булған урыны Польша
Ерләнгән урыны Польша
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Григорий Степанович Пулькин 1916 йылдың 25 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Петропавловка ауылында тыуған. Милләте рус. 1929 йылда башланғыс мәктәптең дүрт синыфын тамамлаған һәм 1937 йылға тиклем ябай колхозсы булып эшләй.

Ҡыҙыл Армия сафына 1937 йылда Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

Совет-фин һуғышы тамамлағандан һуң Г. С. Пулькин уҡыуын һәм Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеүен дауам итә. 1941 йылдың июнендә ул ваҡытынан алда Икенсе Ленинград артиллерия училищеһын, ә 1943 йылда — Ленин орденлы һәм Ҡыҙыл Байраҡлы Юғары артиллерия мәктәбен тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Григорий Пулькин Калинин һәм 1-се Украина фронттары составында Көньяҡ-Көнбайыш, Төньяҡ-Көнбайыш һәм Смоленск йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнаша. Гвардия рядовойынан алып гвардия капитаны дәрәжәһенә, артиллерия дивизионы командиры вазифаһына тиклем хәрби хеҙмәт юлы үтә.

1945 йылдың 12 ғинуарында гвардия капитаны Г. С. Пулькин Польшаны азат иткәндә һәләк була. Келецкий воеводалығы Стопницкий өйәҙендә Борек урманының төньяҡ-көнсығыш ситендә ерләнә[1][2].

Ленин ордены, миҙалдар менән наградлана.

Батырлығы

үҙгәртергә

«28-се артиллерия полкының артиллерия батареяһы тимерсеһе (7-се армияның 19-сы уҡсылар корпусы) ҡыҙылармеец Г. С. Пулькин 1939 йылдың 23 декабрендә Карел муйынындағы Пэрк-Ярви тимер юл станцияһы янында алыш ваҡытында тиңһеҙ батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Артиллерия батареяһына финдарҙың һөжүмен кире ҡаҡҡан саҡта тимерсе Пулькин, орудиеларҙың береһенең бөтә һуғышсыларҙың да сафтан сыҡҡанын күреп ҡала. Улар тере ҡалған расчет командиры Григорий Лаптев менән икәүһе генә, дошманды тура наводкаға тотоп, алышалар. Дошман һалдаттары флангтарҙан һәм тылдан батареяны урап үтеп, припастар менән йәшниктарҙы яндырғас та, күҙәтеү пунктынан батарея командиры етәкләгән ярҙам килеп еткәнсе, Пулькин һөжүм итеүселәргә ҡаршы винтовканан атыуын һәм гранаталар ташлауын дауам итә, артабан ҡул һуғышына күсә. Яҡынса 5 сәғәт дауам иткән ошо алышта Г. С. Пулькин орудиенан 100-ҙән ашыу фин һалдатын ҡыйрата, бер нисәүһен ҡул һуғышында юҡ итә, шулай уҡ әсирлеккә ала».

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 15 ғинуарындағы Указы менән артиллерия батареяһына аҡ финдарҙың атакаларын кире ҡаҡҡан саҡта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн Григорий Степанович Пулькинға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, һәм уға Ленин орденын менән «Алтын Йондоҙ» миҙалын (212-се һанлы) тапшырыла. Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр араһынан ул — беренсе Советтар Союзы Геройы.

Пулькин Григорий Степановитың батырлығы тураһында беренсе булып фронт корреспонденты, шағир Александр Твардовский һөйләй. Ул «Григорий Пулькин» исемле шиғыр яҙа, ул 1940 йылдың ғинуарында «На страже Родины» гәзитендә баҫылып сыға һәм яҙыусының әҫәрҙәр йыйынтығына индерелә.

  • Геройҙың тыуған яғында — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Петропавловка ауылында уға бюст ҡуйылған.
  • Садовка ауылында Григорий Степанович Пулькинға һәйкәл ҡуйылған.
  • Стәрлетамаҡ ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында Григорий Степановичтың дошман ярсығы менән үтәнән-үтә тишелгән орден кенәгәһе һәм уның фотопортреты һаҡлана[3].
  • Петропавловка ауылында Геройҙың йорто һаҡланған, унда уның ҡустыһы йәшәй, ә колхоз идараһы бинаһында иҫтәлекле мемориаль таҡташташ ҡуйылған.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Григорий Пулькин А. Т. Твардовскийҙың поэмаһындағы Василий Теркиндың йыйылма образының прототиптарының береһе[4].

А. Т. Твардовский Григорий Степанович Пулькин менән Карел муйынында совет-фин һуғышы осоронда таныша. Уға «тимерсе Пулькиндың үҙенсәлекле тере һөйләшеү манераһы» оҡшап ҡала. Үҙенең хаттарында Твардовский бер нисә мәртәбә тимерсе-артиллерист Пулькинды иҫкә ала[5].

  • Руководство для бойца пехоты. Библиотечка ВИК РККА[6].
  • Герой Советского Союза Г. Лаптев. Жаркая схватка // Бои в Финляндии: Воспоминания участников. Ч. 1. — 2-е изд. — М.: Воениздат, 1941. — С. 245—250.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Славный сын Башкирии(недоступная ссылка).
  4. Род. Пулькин Григорий Степанович, выпускник 1941 года — Календарь артиллериста — Клуб выпускников Коломенского (Михайловского) Артиллерийского училища. Дата обращения: 24 февраль 2013. Архивировано 22 март 2013 года.
  5. БАШвестЪ - Первая интернет-газета Республики Башкортостан. Дата обращения: 24 февраль 2013. Архивировано 22 март 2013 года. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  6. Руководство для бойца пехоты. Дата обращения: 24 февраль 2013. Архивировано 22 март 2013 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә