Екатеринбург губернаһы

Екатеринбург губернаһы — РСФСР-ҙың 19191923 йылдарҙағы административ-территориаль берәмеге. Үҙәге — Екатеринбург.

Екатеринбург губернаһы
Нигеҙләү датаһы 15 июль 1919
Рәсем
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Екатеринбург
Административ-территориаль берәмек РСФСР
Халыҡ һаны 1 970 000 кеше (1920)
Алмаштырылған Урал өлкәһе
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 3 ноябрь 1923
Майҙан 189 400 км²
 Екатеринбург губернаһы Викимилектә

Уралда губерна сиктәрен үҙгәртеү идеяһы XX быуат башында уҡ барлыҡҡа килә. 1914 йылға Рәсәй империяһында Урал һыртының көнсығыш яғында урынлашҡан Пермь губернаһы өйәҙҙәренән, Тобольск һәм Ырымбур губернаһының ҡайһы бер өйәҙҙәренән Екатеринбург губернаһы төҙөү проекты әҙерләнгән булған. Реформаны үткәреүгә тәүҙә Беренсе донъя һуғышы, һуңынан Октябрь революцияһы ҡамасаулай. Әммә 1917 йылдың аҙағында уҡ яңы революцион хөкүмәт тарафынан административ-территориаль бүленеш реформаһы тураһындағы мәсьәлә күтәрелә башлаған. Уны тормошҡа ашырыу буйынса эш крәҫтиән, батрак һәм һалдат депутаттарының урындағы советтарына йөкмәтелгән.

1918 йылдың апрелендә Пермь ҡалаһында крәҫтиән, эшсе һәм һалдат депутаттарының берләштерелгән съезында Пермь губернаһының Пермь һәм Екатеринбург округтарына бүленеүе тураһында ҡарар ҡабул ителә. Һуңғыһына Екатеринбург, Шадрин, Ҡамышлы, Верхотур, Ирбит, Красноуфимск өйәҙҙәре һәм Көңгөр өйәҙенең Серебрянский районы индерелгән.

Пермь губернаһы бүленеүе тураһында рәсми рәүештә 1919 йылдың 15 июлендә генә иғлан ителә. Административ-территориаль бүлеүҙә үҙгәрештәр «Пермь губернаһын ике үҙ аллы — Пермь һәм Екатеринбург губерналарына бүлеү» ҡарарында теркәлгән. Башта Екатеринбург губернаһы 6: Верхотур, Екатеринбург, Ирбит, Ҡамышлы, Красноуфимск һәм Шадрин өйәҙҙәренә бүленә.

1920 йылда Верхотур өйәҙенән Алапаев, Надеждин, Түбәнге Тагил өйәҙе, Екатеринбург, Ҡамышлы һәм Шадрин өйәҙҙәренән Каменск өйәҙе барлыҡҡа килә. 1922 йылда Алапаев, Каменский һәм Надеждин өйәҙҙәре бөтөрөлә.

XX быуаттың 20-се йылдарында ҡыҙылдар тарафынан Көнбайыш Себер ихтилалы — РСФСР-ҙағы крәҫтиәндәрҙең, казактарҙың, эшсе һәм ҡала интеллигенцияһының большевиктарға ҡаршы сығышы баҫтырыла.

3 ноябрҙә губерна 1923 йылда бөтөрөлә. Ул яңы ойошторолған Урал өлкәһе ҡарамағына күсерелә.

Екатеринбург губерна башҡарма комитеты рәйестәре

үҙгәртергә
Новоселов Степан Андреевич (1919—1920)
Лукоянов Михаил Николаевич (1920—1921)
Новоселов Степан Андреевич (1922—1923)

Административ-территориаль бүленеше

үҙгәртергә
Өйәҙ Өйәҙ ҡалаһы Гербы



өйәҙ ҡалаһы
Майҙан,



кн.2
Улус һаны
1 Верхотур Верхотурий 60 117 22
2 Екатеринбург Екатеринбург 291 28 65
3 Ирбит Ирбит 119 10 39
4 Ҡамышлы Ҡамышлы 411 15 39
5 Красноуфимск Красноуфимск 485 24 39
6 Түбәнге Тагил Түбәнге Тагил 31
7 Шадрин Шадринск 18 036 55
  • Декреты советской власти. Т. 1: 25 октября 1917 г. — 16 марта 1918 г. М.: Госполитиздат, 1957.
  • Каплюков В., Яркова Е. «Рабочие и крестьяне в стенах ЧК вместо наказания получали тёплое слово и освобождённые уходили по домам». Из истории становления органов госбезопасности на Среднем Урале. 1919—1920 гг. // Веси. Провинциальный литературно-художественный, историко-краеведческий журнал [г. Екатеринбург]. 2014. № 8 (104). Октябрь. «Средний Урал». С. 56—66. [1] 2017 йыл 3 март архивланған.
  • Коржихина Т. П. Советское государство и его учреждения: ноябрь 1917 г. — декабрь 1991 г.: Учеб. для вузов по спец. «История». — М., 1994.
  • Яркова Е. И. К вопросу о дате образования Екатеринбургской губернии // Материалы межрегиональной научно-практической конференции «Административно-территориальные реформы в России. К 225-летию учреждения Пермского наместничества». Пермь: Изд-во «Пушка», 2006. С. 146—149.
  • Яркова Е. И. Екатеринбургская губерния: территория и население // Четвёртые Татищевские чтения. Тезисы докладов и сообщений. Екатеринбург, 18—19 апреля 2002 г. Екатеринбург: ИИиА УрО РАН, 2002. С. 230—234.
  • Яркова Е. И. Реформирование административно-территориальной структуры Екатеринбургской губернии в 1919—1923 гг. // Урал индустриальный. Бакунинские чтения. Материалы VIII Всероссийской научной конференции. Екатеринбург, 27—28 апреля 2007 г. Екатеринбург: Изд-во «АМБ», 2007. Т. 2. С. 294—298.
  • Яркова Е. И. «Дела обстоят очень плохо…» Крестьянское восстание 1920 года в Красноуфимском уезде // Ретроспектива. 2008. № 4. С. 21—24. [2] 2022 йыл 3 март архивланған.
  • Яркова Е. И. Административно-территориальные реформы 1919—1923 гг. на Среднем Урале в материалах региональных и федеральных архивов // Материалы межрегиональной научно-практической конференции «История Свердловской области в архивных документах». Екатеринбург, 21 марта 2014 г. Екатеринбург: Управление архивами Свердловской области, 2014 С. 49—http://www.cdooso.ru/phocadownload/userupload/editions/mat-conf-so-v-arch-doc-yarkova.pdf(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә