Познер Владимир Владимирович

совет һәм Рәсәй тележурналисы

Познер Владимир Владимирович (1 апрель 1934 йыл) — совет һәм Рәсәй тележурналисы, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Телевидение академияһының беренсе президенты (1994—2008).

Владимир Познер
Исеме

Владимир Жеральд Дмитрий Дюбуа-Перде Нибуайе[1]

Тыуған көнө

1 апрель 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2] (90 йәш)

Тыуған урыны

Париж, Франция

Гражданлығы

Франция Франция[3][4]
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ[5][4]
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Атаһы

Владимир Александрович Познер

Әсәһе

Жеральдин Люттен

Тормош иптәше

Валентина Чемберджи
Екатерина Орлова
Надежда Соловьева

Балалары

1-се никахтан
ҡыҙы: Екатерина Чемберджи
ейәндәре: Маша, Коля, Гоша
2-се никахтан
үгәй улы: Пётр Орлов

Наградалары һәм премиялары
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Почёт ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Почётлы легион ордены кавалеры
Сайт

pozneronline.ru

 Познер Владимир Владимирович Викимилектә
(аудио)
(аудио)
В. Познер тауышының аудиояҙмаһы
noicon
2013 йылдың 31 декабрендә яҙылған
Помощь по воспроизведению

Биографияһы

үҙгәртергә

Ата-әсәһе, тормошоноң башы

үҙгәртергә

Владимир Владимирович Познер 1934 йылдың 1 апрелендә Францияның баш ҡалаһы Парижда 1922 йылда Рәсәйҙән эмиграцияға киткән Владимир Александрович Познер (1908—1975)[6] һәм француз Жеральдин Люттен (1910—1985)[7] ғаиләһендә тыуған. Атаһы исеме хөрмәтенә уға Владимир исемен ҡушалар. рус һәм француз шағиры Владимир Соломонович Познер Владимир Владимирович Познерҙың ике туған ағаһы.

Владимир Познерға биш йәш тулғансы ата-әсәһенең рәсми ниҡахы булмай. Уны барлығы өс айлыҡ сағында әсәһе АҠШ-ҡа алып китә. Унда Владимирҙың өләсәһе һәм әсәһенең бер туған һеңлеһе, әсәһенең яҡын туғандары, дуҫтары йәшәгән була. Бер аҙ ваҡыт үткәс, Владимирҙың әсәһе Жеральдин АҠШ-тың Paramount Pictures[8] кинокомпанияһының Франция бүлегенә монтажсы булып эшкә урынлаша. 5 йылдан һуң, 1939 йылда, «Metro-Goldwyn-Mayer» кинокомпанияһының Европа филиалында эшләгән Владимир Александрович Познер, АҠШ-ҡа барып, ҡатыны Жеральдина менән улы Владимирҙы Францияға алып ҡайта.

1940 йылда, Франция немец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынғас, Познерҙарҙың ғаиләһе АҠШ-ҡа ҡаса. 1945 йылда Америкала Владимир Познерҙың ҡустыһы Павел тыуа.

Владимир Александрович Познер Советтар Союзының ялҡынлы патриоты булған. 1940 йылда Литва СССР составына ингәндән һуң, В. Познерҙың атаһы яғынан ҡартатаһы Александр Познер СССР гражданлығы ала һәм СССР Юғары Советы указы нигеҙендә Владимир Александрович Познер ҙа СССР гражданлығына эйә була[9]. Ул 1943 йылда АҠШ-тың Хәрби департаменты кинематографияһында рус секцияһының башлығы булып эшләй башлай. Ошо ваҡытта ул совет разведкаһы менән хеҙмәттәшлеге башлана.[10]

Икенсе донъя һуғышы тамамланыу менән СССР һәм АҠШ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең насарланыуы, илдә «маккартизм осоро» башланыу арҡаһында һәм Познерҙарҙы ФБР-ҙың көслө күҙәтеүгә алыуы сәбәпле, ғаилә АҠШ-ты ташлап китергә мәжбүр була. Башта Познерҙар Францияға ҡайтырға уйлай, әммә донос нигеҙендә Франция дәүләт органдары өлкән Познерҙы илгә индерергә баш тарта.[11] Познерҙар Берлингә күсеп килә. Бында Владимир Александрович «Совэкспортфильм» компанияһында эшләй башлай. 1950 йылда Владимир Познер совет паспорты ала[12][13].

1952 йылда Познерҙар ғаиләһе Советтар Союзының баш ҡалаһы Мәскәүгә күсенеп ҡайта.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
Комментарийҙар
Сығанаҡтар
  1. Первый канал, 14.04.2015
  2. http://www.goodreads.com/book/show/3040071-eyewitness
  3. Гуленок, 2010
  4. 4,0 4,1 Вольский, 2011
  5. Лицкевич, 2010
  6. Краткая биография В. А. Познера
  7. «Тур де Франс»-2, просмотр с 07:20
  8. Познер, 1999a
  9. Владимир Познер. Архив программы «Мишанина». Радиостанция «Серебряный Дождь» (5 июль 2015). — «…был указ Верховного совета СССР о том, что все латыши, литовцы или эстонцы, живущие за рубежом и их взрослые дети, могут автоматически получить советский паспорт, о чем мой отец мечтал. И он его получил. Я могу потом продолжить эту историю, но скажу, что его отца расстреляли немцы». Дата обращения: 16 август 2015.
  10. NSA, 1957
  11. Познер, 1999b
  12. Кудимов, 1987
  13. Раззаков, 2000

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Видео



  Был кеше тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ
Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырырға кәрәк.