Платонов Георгий Фёдорович

Платонов Георгий Фёдорович (4 апрель 1923 йыл16 октябрь 2022 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының эскадрон командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). Полковник (2000).

Платонов Георгий Фёдорович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 4 апрель 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Хвалынск[d], Һарытау губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 октябрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (99 йәш)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Георгий Фёдорович Платонов 1923 йылдың 4 апрелендә хәҙерге Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында тыуған.

Ҡыҙыл Армия сафтарында 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көнбайыш һәм 1-се Белорус фронттарында һуғыша; 1942 һәм 1943 йылдарҙа яралана. Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Чернигов исемендәге 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 62-се гвардия кавалерия полкының эскадроны командиры.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указына ярашлы командованиеның немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Георгий Федорович Платоновҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.

Капитан дәрәжәһендә 1946 йылда запасҡа сығарыла. Хвалынск сауҙа селтәрендә эшләй, Центросоюздың юғары сауҙа мәктәбен тамамлай. 1951 йылда КПСС-ҡа инә[1].

1952—1968 йылдарҙа Совет Армияһында, урындағы хәрби идара органдарында хеҙмәт итә; подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.

Һарытауҙа йәшәй. 2000 йылда "полковник" хәрби дәрәжәһе бирелә. 2022 йылдың 16 октябрендә вафат булды[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Румянцев Н. М. Люди легендарного подвига. — Саратов, 1968.
  • Слава башкирских конников. — Уфа: Китап, 2005.
  • Чуниха. А Я помню...Платонов Георгий Фёдорович (рус.) // Арсенал-Коллекция. — М., 2015. — № 4. — С. 60-64.

Һылтанмалар

үҙгәртергә