Эдит Пиаф

(Пиаф Эдит битенән йүнәлтелде)


Эди́т Пиа́ф (франц. Édith Piaf, ысын исеме Эди́т Джова́нна Гассио́н, Édith Giovanna Gassion; 19 декабрь1915 йыл, Париж — 10 октябрь 1963 йыл, Грас, Франция) — Франция йырсыһы, актриса.

Эдит Пиаф
Édith Piaf
Төп мәғлүмәт
Исеме

франц. Édith Giovanna Gassion[1]

Тулы исеме

Эдит Джованна Гассион

Тыуған

19 декабрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

Париж, Франция

Үлгән

10 октябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (47 йәш)

Үлгән урыны

Грас, Франция

Ил

Франция Франция

Һөнәрҙәре

йырсы, актриса

Әүҙем йылдары

1935—1963

Жанрҙар

шансон

Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биография

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә

Эдит Пиаф имештер Бельвилдә урам фонаре аҫтында тыуған, тиһәләр ҙә, был ысынбарлыҡҡа тура килеүе шикле[2]. Эдиттың әсәһе Лина Марса псевдонимы менән сығыш яһаған һәләтһеҙ генә актриса Анита Майяр була. Атаһы — урам акробаты Луи Гассион. Беренсе донъя һуғышы башында уҡ ул үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Тәүге тапҡыр 1915 йылдың ахырында ғына ҡыҙын күреп китер өсөн ике көнлөк ял ала.

Ике йылдан Луи Гассион ҡатыны уны ташлап, ҡыҙын үҙенең ата-әсәһенә ҡалдырып киткәнен ишетә. Эдит ҡот осҡос шарттарҙа йәшәй. Әбейҙең ейәнсәренә ваҡыты етмәй, һәм үҙен борсомаһын өсөн ул балаға һөт урынына һыу ҡушылған шарап эсерә. Луи ҡыҙын Нормандияға, фәхешхана тотҡан үҙ әсәһе янына алып ҡайтып китә.

Шунан Эдиттың тома һуҡыр булыуы асыҡлана. Баҡһаң, тыуғас уҡ уның күҙенә кератит төшә башлай, әммә әсәһе яғынан өләсәһе быны күрмәгән дә ахыры. Бер өмөт тә ҡалмағас, өләсәһе Гассион һәм фәхешхана ҡыҙҙары Эдитты Лизьеға изге Терезаға алып китә. Бында тотош Франциянан йыл да меңдәрсә кеше ғибәҙәт ҡылырға килә торған була. 1921 йылдың 19 авгусында юлға сығалар, ә 1921 йылдың 25 авгусында Эдит күрә башлай. Был саҡ уға 6 йәш була. Тәүге күргән нәмә — пианино клавишалары була. Әммә күҙҙәренә ҡояш нуры ғына тулмай уның. Эдитҡа ғашиҡ булған бөйөк француз шағиры Жан Кокто уны «күҙле һуҡыр» тип атай.

Тиҙҙән яратҡан өләсәһе хәстәрлеге менән Эдит мәктәпкә китә, әммә ата-әсәләр балаларын фәхешханала йәшәгән ҡыҙ менән уҡытҡыһы килмәй. Ҡыҙға мәктәпте ҡалдырырға тура килә. Атаһы уны Парижға алып китә һәм урам майҙандарында акробатик номерҙар менән сығыш яһай, ә 9 йәшлек ҡыҙын йырлата. Эдит «Жуан-ле-Пен» кабареһына эшкә алынғансы урамда йырлап тамаҡ туйҙыра. 15 йәше тулғанда Эдит атай бер инәй башҡа һеңлеһе Симона менән таныша. Был ғаиләлә Симонанан башҡа ла ете бала була, бик ауыр йәшәйҙәр; әсәһе ҡыҙына 11 йәшенән аҡса килтерә башларға бойора. Эдит һеңлеһен үҙе янына ала, әммә был аталарына оҡшамай, һәм ҡыҙ өйҙән сығып китә[3].

1932 йылда Эдит магазин тотҡан Луи Дюпон (франц. Louis Dupont) менән таныша, бер йылдан 17 йәшлек Эдиттың Марсель (франц. Marcelle) исемле ҡыҙы тыуа. Мәгәр Луи ҡатынының күп ваҡытын эшкә бағышлауын яратмай һәм унан китергә ҡуша. Эдит риза булмай, улар айырылышалар. Башта ҡыҙы үҙе менән була, әммә бер эштән ҡайтҡас, баланы тапмай. Луи Дюпон ҡатынының кире ҡайтырына өмөт тотоп, баланы алып киткән була. Европала «испанка» ҡотора, Эдиттың ҡыҙы ауырып, хастаханаға эләгә. Уның янына йөрөй торғас, Эдит үҙе лә ауырып китә. Ул саҡта ауырыуҙы дауаларлыҡ дарыуҙар булмай. Һөҙөмтәлә Эдит һауыға, ә Марсель вафат була (1935). Ул Пиафтың берҙән-бер балаһы була.

1935 йылда, Эдитҡа егерме тулғанда, «Жернис» кабареһы (франц. le Gerny’s) хужаһы Луи Лепле (франц. Louis Leplée) Елисей яландарында күреп ҡала һәм үҙенең программаһында ҡатнашырға саҡыра. Ул Эдитты бик күп сәхнә серҙәренә, оҫталығына өйрәтә. Тап Лепле Эдитҡа Пиаф исеме ҡуша (Париж аргоһында «сыпсыҡ» тигәнде аңлата).

Урамдарҙа йыртыҡ туфли кейеп йырлай ине бит: «Сыпсыҡ кеүек тыуҙы, сыпсыҡ кеүек йәшәне, сыпсыҡ кеүек үлде». «Жерниста» афишаларҙа уның исеме «Кескәнтәй Пиаф» тип яҙыла, тәүге сығыштары уҡ уңыш яулай. 1936 йылдың 17 февралендә Эдит Пиаф «Медрано» циркында танылған йырсылар Морис Шевалье, Мистингетт, Мари Дюба менән рәттән ҙур концертта сығыш яһай. Радио-Ситиҙа ҡыҫҡа ғына йыры уға дан килтерә — тыңлаусылар шылтырата башлай, Кескенә Пиафтың тура эфирҙа яңынан сығыш яһауын талап итәләр[4].

Әммә бәхете асылып өлгөрмәй, яңы фажиғә: Луи Леплены башына атып үлтерәләр. Енәйәтте Эдит Пиафтан да күрәләр, сөнки уға әҙ генә аҡса васыят ителгән була. Гәзиттәр утҡа май һибеп ебәрәләр, кабареға йөрөүселәр Эдитҡа дошман кеүек ҡарай башлайҙар.

Яңынан уңыш

үҙгәртергә

Тиҙҙән Эдит шағир Раймон Ассо менән таныша, тап ул артабанғы тормошона бик ҙур үҙгәрештәр индерә. Донъяға «Бөйөк Эдит Пиаф» булып танылыуында уның йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Ул Эдитты һөнәренең нескәлектәренә генә түгел, тормошта кәрәк булған күп төрлө зауыҡҡа ла өйрәтә:уның ярҙамында ҡатын үҙ-үҙен тоторға, кейем һайларға һәм башҡа шундай нәзәкәтлектәргә өйрәнә.

Раймон Ассо «Пиаф стилен» барлыҡҡа килтерә, Эдиттың тауышын асырлыҡ йырҙар яҙа. «Минең легионерым» йырының көйөн Маргерит Монно яҙа, һуңғараҡ ул йырсының яҡын әхирәтенә лә әүерелә. Һуңғараҡ Пиаф Монно менән яңы йырҙар яҙа, улар араһында — «Бәләкәс Мари», «Янымда Иблис» һәм «Мөхәббәт гимны»[4].

Тап Раймон Ассо Эдиттың Париждың иң данлыҡлы «АВС» мюзик-холында сығыш яһауына өлгәшә. Бында сығыш яһау «оло диңгеҙгә» сығыу тип һанала. «Эдит Пиаф» исеме менән сығыш яһарға ла ул тәҡдим итә. «АВС» сәхнәһендәге сығышынан һуң пресса: «Кисә „АВС“ сәхнәһендә Францияның бөйөк йырсыһы донъяға килде» тип яҙа. Иҫ китмәле тауышы, драматик һәләткә эйә булыуы, эшһөйәрлеге һәм ныҡышлығы уны бейек күтәрә.

Икенсе донъя һуғышы

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышы башланғас, йырсы Раймон Ассонан китә. Был ваҡытҡа ул данлыҡлы француз режиссёры Жан Кокто менән осраша, ул Эдитҡа үҙенең ҙур булмаған пьесаһында уйнарға тәҡдим итә. Пьеса уңыш яулай. Тәүге тапҡыр ул 1940 йылда ҡуйыла. Кинорежиссёр Жорж Лакомб уның буйынса фильм төшөрә. 1941 йылда «Сеналағы Монмартр» тигән фильм донъя күрә, унда Эдит төп ролде уйнай.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Эдиттың ата-әсәһе вафат була. Германия менән һуғыш ваҡытында Пиаф француз хәрби әсирҙәре алдында сығыш яһап, концерттан һуң автографтар менән әсирлектән ҡасыр өсөн кәрәкле нәмәләр тапшыра. Быны яҡташтары бик юғары баһалай. Ул һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн дә концерттар ҡуя. Оккупация осоронда Эдит Пиаф немец офицерҙары һәм хәрби әсирҙәр менән «иҫтәлеккә» фотоға төшә. Парижда был фотоларҙы концлагерҙан ҡасҡан әсирҙәргә паспорт эшләргә файҙаланалар.

Эдит башлап йырлаусыларҙан — Ив Монтанға, «Компаньон де ла Шансон» ансамбленә, Эдди Константенға, Шарль Азнавурға һәм башҡа талант эйәләренә юл асыусы була.

Һуғыштан һуңғы йылдар уның иҫ китмәле уңыш йылдары була. Уны Париждың ярлы урамдарында ла, нәзәкәтле сәнғәт белгестәре лә, эшселәр ҙә, Англияның буласаҡ королеваһы ла яратып тыңлай. Был осорҙа ул Алжирҙан килгән данлыҡлы боксер 33 йәшлек Марсель Сердан менән таныша. 1949 йылдың октябрендә Сердан Нью-Йорктан гастролдә йөрөп ятҡан Пиаф янына оса[4]. Самолёт Атлантик океан өҫтөндә Азор утрауҙары янында емерелә, һәм Сердан һәләк була. Пиаф ауыр депрессияға бирелә һәм морфий менән йыуана башлай.

1950 йылда «Плейель» залында йырлап, яңы ҙур уңышҡа өлгәшә.

Халыҡтың яратып тыңлауына ҡарамаҫтан йыр менән генә йәшәгән ҡатын яңғыҙлыҡҡа дусар була. Эдит быны үҙе лә яҡшы аңлай.

37 йәшендә Пиаф яңынан ғашиҡ була һәм хатта шағир һәм йырсы Жак Пилсҡа кейәүгә лә сыға, әммә йәнә айырыла.

1952 йылда Эдит рәттән ике тапҡыр автокатастрофаға осрай. Икеһендә лә ул Шарль Азнавур менән була. Һынған ерҙәре һыҙлауынан ҡотолдорор өсөн уға морфий ҡаҙайҙар һәм йырсы йәнә наркотиктарға өйрәнеп китә.

1954 йылда Эдит Пиаф «Әгәр миңә Версаль тураһында һөйләһәләр» тигән фильмда Жан Маре менән бергә төшә.

Һуңғы йылдары

үҙгәртергә
 
Пер-Лашез зыяратында Эдит Пиаф ҡәбере

1958 йылда Эдит «Олимпия» концерт залында сығыштар яһай башлай. Халыҡ уның концерттарына ябырылып йөрөй. Америка буйлап 11 айлыҡ турне, йәнә «Олимпия», Франция буйлап турне. Туҡтауһыҙ көсөргәнешле сығыштар, сәфәрҙәр уның һаулығын ҡаҡшата. 1961 йылда, 46 йәшендә Эдит Пиаф үлемесле ауырыуға дусар булғанын белә.

Мәгәр 47 йәшендә Пиаф яңынан ғашиҡ була: 27 йәшлек грек егете Теоны ул сәхнәгә сығарып, Сагапо тигән псевдоним бирә (грекса «һине шундай ныҡ яратам»). Тео тик грек сиркәүендә генә никахланырға теләй, шуның өсөн Пиаф хатта рим католиклығынан сығып, православиеға күсә. Ғүмеренең ахырына тиклем уның менән йәшәй. Сагапо Пиафтан ете йыл ҡалып, авиакатастрофала һәләк була.

1962 йылдың 25 сентябрендә «Иң оҙон көн» фильмының премьераһы айҡанлы Эдит Эйфелевой башняһына күтәрелеп йырлай. Бар Париж уны һоҡланып тыңлай.

1963 йылдың 18 мартында Пиаф һуңғы тапҡыр концерт бирә. Зал аяғүрә баҫып биш минут буйы алҡышлай.

1963 йылдың 10 октябрендә Эдит Пиаф баҡыйлыҡҡа күсә. Грасс ҡалаһынан уның кәүҙәһен йәшерен рәүештә Парижға килтерәләр һәм 11 октябрҙә генә рәсми рәүештә вафатын хәбәр итәләр (шуның өсөн датаны бутап яҙып ҡуйғылайҙар). Шул уҡ көндө, 1963 йылдың 11 октябрендә Пиафтың дуҫы Жан Кокто ла вафат булып ҡала. Пиафтың үлемен кисерә алмаған тигән фекерҙәр ҙә ишетелеп ҡала.

Пер-Лашез зыяратындағы йыназаға 40 меңдән ашыу кеше йыйыла; ҡәберҙе сәскәләргә күмәләр — кешеләр хатта сәскәләрҙе тапап йөрөргә мәжбүр булалар.

Эдит Пиафҡа һәйкәл Париждағы Пиаф (Place Edith Piaf) майҙанында ҡуйылған .

Ғүмеренең һуңғы йылдарында Эдит Пиаф «Минең тормошом» тигән китап яҙа.

Фильмография

үҙгәртергә
  • 1936 — / La garçonne
  • 1941 — Монмартр на Сене / Montmartre-sur-Seine
  • 1945 — Звезда без света / Etoile sans lumière
  • 1947 — Девять парней, одно сердце / Neuf garçons, un coeur
  • 1950 — Париж всегда поет /Paris chante toujours
  • 1954 — Если мне расскажут о Версале / Si Versailles m'était conté
  • 1954 — Французский канкан French cancan
  • 1959 — Любовники завтрашнего дня / Les amants de demain

Фильмдар

үҙгәртергә
Атамаһы Йыл Режиссёр Эдит Пиаф ролендә Иҫкәрмәләр
«Пиаф» 1974 Ги Казариль Бриджит Арьель Эдит Пиаф биографияһы нигеҙендә
«Эдит һәм Марсель» 1983 Клод Лелуш Эвелин Буи Эдит Пиаф һәм танылған боксер Марсель Сердан мөхәббәте
«Алһыу төҫлө тормош» 2007 Оливье Даан Марион Котияр Эдит Пиаф биографияһына нигеҙләнгән

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә

Автобиографиялар

үҙгәртергә
  • Édith Piaf, Au bal de la chance, Archipoche,‎ 2007, 224 p. (présentation en ligne)
  • Édith Piaf, Ma vie. Union générale d'éditions, Paris, 1963.
  • Édith Piaf, Mon amour bleu, Grasset et Fasquelle, 2011.

Һылтанмалар

үҙгәртергә