Гинц Петр
Гинц Петр (чех Petr Ginz; 1 февраль 1928 йыл — 28 сентябрь 1944 йыл) — йәһүд сығышлы чех үҫмере, Vedem журналының баш мөхәррире. 16 йәшендә Гинц Освенцим концлагерына ебәрелә, газ камераһында үлтерелә[8].
Гинц Петр | |
чех Petr Ginz | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Чехословакия |
Исем | Petr Ginz[2] |
Тыуған көнө | 1 февраль 1928[3][4][5][…] |
Тыуған урыны | Прага, Чехословакия[3][4] |
Вафат булған көнө | 29 сентябрь 1944 (16 йәш) |
Вафат булған урыны | концлагерь Освенцим[d], Билиц[d], Верхняя Силезия[d], Свободное государство Пруссия[d] |
Үлем сәбәбе | асфиксия[d] |
Атаһы | Otto Ginz[d] |
Әсәһе | Marie Ginzová[d] |
Бер туғандары | Chava Pressburger[d] |
Туған тел | чех теле һәм Эсперанто теле |
Место содержания под стражей | концлагерь Освенцим[d] һәм Терезиенштадт-гетто[d][6] |
Һөнәр төрө | Эсперантсы, яҙыусы |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы | 1945[7] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Гинц Петр Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәГинц Петр 1928 йылдың 1 февралендә Чехословакияның Прага ҡалаһында тыуған. Уның атаһы — Отто Гинц текстиль компанияһының экспорт бүлеге менеджеры (1896—1975), әсәһе — Мария Гинц, тыумыштан Доланска (1898—1990). 1930 йылда Петрҙың һеңлеһе Ева тыуа, һуңынан Прессбургер Хава исеменә алмаштыра. Гинцтың ата-әсәһе эсперанто өйрәнеү менән мауыға, һәм ул да иртә бала саҡтан ошо телде үҙләштерә.
Гинц яҙыусылар эшмәкәрлеге менән иртә шөғөлләнә башлай. 14 йәшкә тиклем ул роман жанрында биш әҫәр ижад итә, уларҙың тик Жюль стилендә яҙылған «Доисторический пришелец» китабы ғына килеп етә. Ҡулъяҙмаларҙың төп нөсхәһе Гинцтың үҙенсәлекле һүрәттәре менән биҙәлә. Уның Һеңлеһе һүҙҙәре буйынса, үҫмер ун өсөнсө йәштә көндәлек алып бара башлай.
Гинц, яртылаш йәһүд булараҡ, 14 йәшендә Терезиенштадт концентрацион лагерына оҙатыла. Унда ул, лагерь китапханаһына йөрөп, уҡыуын дауам итергә тырыша. Шулай уҡ ул Vedem даими журналының баш мөхәррире була. Vedem 2 йыл дауамында һәр йома нәшер ителә.
1944 йылдың 28 сентябрендә Петр Гинц Освенцим концлагерына (Генерал-губернаторлыҡ, Польша) оҙатыла һәм 28 сентябрҙә газ камераһында үлтертелә. Үҫмер концентрацион лагерға оҙатылыу алдынан үҙенең ҡулъяҙмалары һәм картиналарының күбеһе һеңлеһенә тапшыра, шуның арҡаһында улар һаҡланып ҡала. Гинцтың Айҙан Ергә күренеше һүрәте киң билдәлелек алған.
Хәтер
үҙгәртергә- Гинц исемен йөрөткән астероид 50413 Petrginz[en][9].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #52820028 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Database of victims — Прага: Terezín Initiative Institute.
- ↑ 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #131401807 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Database of victims — Прага: Terezín Initiative Institute.
- ↑ https://www.pamatnik-terezin.cz/prisoner/te-ginz-petr
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ Brown H. To the heights of space (инг.) // The Jerusalem Post : газета. — 2011.
- ↑ 50413 Petrginz (2000 DQ1) (ингл.). JPL Small-Body Database. Дата обращения: 25 май 2012. Архивировано 22 сентябрь 2012 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Heberer R. Children During the Holocaust (Documenting Life and Destruction: Holocaust Sources in Context). — AltaMira Press, 2011. — 556 p. — ISBN 978-0759119840.
- Ginz P. The Diary of Petr Ginz. — Grove Press, 2008. — 192 p. — ISBN 978-0802143600.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Документаль фильм сайтында Last of The Flight Petr Ginz 2011 йыл 15 июль архивланған. (инг.)
- Петр Гинц 2019 йыл 20 май архивланған. (инг.)) на сайте Яд ва-Шема