Генерал-губернаторлыҡ (Германия)

Генерал-губернаторлыҡ (нем. Generalgouvernement, укр. Генеральна губернія, пол. Generalne Gubernatorstwo) (1939—1945) — 1939 йылда нацистик Германия баҫып алған Польша территорияһындағы административ-территориаль берекмәһе. Польшаның ҡайһы бер төбәктәрен (Познань, Катовице, Поляк Поморьеһы) Өсөнсө рейх рейхсгау йәки ябай райондар сифатында үҙенә ҡушып ала һәм улар хатта Генерал-губернаторлыҡ составына индерелмәй.

Генерал-губернаторлыҡ
нем. Generalgouvernement
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1939
Рәсми тел Немец теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Өсөнсө рейх
Административ үҙәк Лодзь[d] һәм Краков
Административ рәүештә бүленә Краков дистрикты[d], Люблин дистрикты[d], дистрикт Радом[d], Варшава (дистрикт)[d] һәм Галиция дистрикты[d]
Валюта Поляк злотыйы[d], рейхсмарка[d] һәм Злотый Эмиссионного банка в Польше[d]
Сиктәш Өсөнсө рейх
Алдағы Польша Республикаһы[d]
Ҡулланылған тел поляк теле, Немец теле, украин теле һәм Идиш
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1945
Урынлашыу картаһы
Яуаплы Ганс Франк[d]
Карта
 Генерал-губернаторлыҡ (Германия) Викимилектә

карта Генерал-губернаторлыҡ картаһы, Германия, 1943
Генерал-губернаторлыҡтың административ бүленеше

Тарихы үҙгәртергә

Генерал-губернаторлыҡ Германия империяһы рейхсканцлеры Адольф Гитлерҙың 1939 йылдың 12 октябрендәге бойороғона ярашлы шул уҡ йылдың 26 октябрендә барлыҡҡа килә. 1940 йылдың 31 июлендә тиклем Generalgouvernement für die besetzten polnischen Gebiete («Оккупацияланған поляк өлкәләре өсөн Генерал-губернаторлыҡ») тип атала, ә аҙаҡ — Generalgouvernement.

Генерал-губернаторлыҡ дүрт округка бүленә: Краков округы, Варшава округы, Люблин округы һәм Радом округы. 1941 йылдың авгусында Генерал-губернаторлыҡ составына шулай уҡ Көнсығыш Галиция ерҙәре (бишенсе округ —Львов/Лемберг үҙәге менән бергә Галиция Дистрикты) индерелә, улар 1939—1941 йылдарҙа УССР составында булалар.

Генерал-губернаторлыҡтың баш ҡалаһы Краков була. Губернаторы — Ганс Франк (аҙаҡ Нюрнберг процесы хөкөм ҡарары буйынса язалана). Франктың урынбаҫары — Йозеф Бюлер (1948 йылда язалана).

Генерал-губернаторлыҡ территорияһында Германия ҡануниәте хөкөм итә, әммә ундағы халыҡтың күпселеге Германия граждандары статусына эйә булмай һәм күпселектә бөтә хоҡуҡтарҙан сикләнгән була. Нацистар ниндәй ҙә булһа марионетка поляк дәүләтен булдырырға тырышмай, хакимиәт тулыһынса немец була.

Халыҡ бер нисә категорияға бүленә, матди тәьмин итеү һәм гражданлыҡ хоҡуҡтар буйынса төрлө статусҡа эйә була; иң ҙур хоҡуҡҡа Германиянемецтары эйә була, улар артынан — урындағы немецтар (фольксдойче), ошо категориялы ғаиләләр ағзалары, украиндар, гурали-поляктар (уларҙы оккупанттар айырым халыҡ булараҡ иғлан итә— Goralenvolk), башҡа поляктар һәм, ниһайәт, йәһүдтәр.

Генерал-губернаторлыҡта бик күп нацистик концлагерҙары һәм үлем лагерҙары, шул иҫәптән Треблинка, Белжец, Собибор, Травники, Майданек һәм башҡалар, урынлашҡан була, унда 1942 йылдан алып йәһүдтәрҙе, шулай уҡ башҡа милләтле тотҡондарҙы, физик яҡтан юҡ итеү ойошторола. Поляктарҙың күпселеге ауыр эштәр башҡарыу өсөн Германияға сығарыла; ниндәй ҙә булһа ойошҡанлы уҡытыу йәки мәҙәни үҫешеү өсөн шарттар тыуҙырылмай. Планлы рәүештә немецләштереү ҡаралған «Ост» генераль планы әҙерләнә, ә һуңынан (СССР-ҙы еңгәндән һуң) поляктар мәжбүри рәүештә Рәсәйҙең Европа өлөшөнә һәм Себергә — һөрөлөргә; буш ҡалған территорияларҙы немец «колонистары» биләргә тейеш була.

СС оберфюреры финанстар министры Герман Сенковски етәкселегендәге Генерал-губернаторлыҡ злотыйҙың эмиссияһын үткәрә («Польшала эмиссия банкы»; банкноттарҙағы яҙыуҙар — поляк телендә) һәм немец телендә яҙылған «Герман рейхы. Генерал-губернаторлыҡ» почта маркаларын сығара.

1940—1941 йылда СССР-ҙа сығарылған карталарҙа (Германия һәм Советтар Союзы араһындағы һөжүм итмәү тураһындағы килешеүгә һәм «Дуҫлыҡ һәм сиктәре тураһында» килешеүгә ярашлы) Генерал-губернаторлыҡ «Германия дәүләт мәнфәғәттәре өлкәһе» тип исемләнә. Әлеге карталарҙа Германия дәүләт мәнфәғәттәре өлкәһе һәм Германия араһындағы сиктәр Беренсе донъя һуғышына тиклемге Германия империяһы менән Рәсәй империяһы һәм Австро-Венгрия дәүләт сиктәренә тап килә, әммә ысынбарлыҡтағы Генерал-губернаторлыҡ сиктәре менән тап килмәй.

Гитлерҙың шәхси бойороғо буйынса генерал-губернаторлыҡта поляктарҙы үлтереү ойошторола. 1940 йылдың 1 мартынан алып май аҙағына тиклем 3 мең тирәһе иң күренекле поляктар — ғалимдар, фабриканттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡулға алына. Улар барыһы ла Пальмирҙа, Варшава тирәһендә[1] атып үлтерелә. Гитлер әйткән:

  Нисек кенә рәхимһеҙ күренмәһен, поляк дворянлығы, һис шикһеҙ, юҡҡа сығырға тейеш. Уны бөтә ерҙә лә бөтөрөр кәрәк. (…) Бер ерҙә ике хужа була алмай һәм булмаясаҡ та. Шуға күрә поляк интеллигенцияһы вәкилдәре юҡҡа сығарылырға тейеш[2]  

1945 йылғы Висла-Одер стратегик һөжүм операцияһы барышында Ҡыҙыл Армия тулыһынса Генерал-губернаторлыҡ территорияһының көнбайыш өлөшөн баҫып ала. 1945 йылдың 19 ғинуарында 1-се Украин фронты ғәскәрҙәре Краков ҡалаһын яулай.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Алексеев В. М. Варшавского гетто больше не существует. 2007 йыл 28 июнь архивланған. — М.: Звенья, 1998. — С. 24. — ISBN 5-7870-00
  2. Уильям Ширер. Взлёт и падение Третьего рейха. Т. 2. / Пер. с англ. под ред. О. А. Ржешевского. — М.: Воениздат, 1991. — С. 328. — ISBN 5-203-00476-5

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Польшала немец хәрби хакимиәте
  • Польшаның немец оккупацияһы (1939—1945)
  • Галиция Дистрикты
  • Зәңгәр полиция

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡалып:Өсөнсө рейхтың административ-территориаль берәмектәре