Петрушевская Людмила Стефановна
Людмила Стефановна Петрушевская (26 май 1938, Мәскәү) — урыҫ прозаигы һәм шағирәһе, драматург, сценарист, тәржемәсе, төрлө музыкаль йүнәлештәрҙе башҡарыусы.
Петрушевская Людмила Стефановна | |
рус. Людмила Стефановна Петрушевская | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй[2] |
Тыуған көнө | 26 май 1938[3][4][5][…] (86 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Әсәһе | Валентина Николаевна Яковлева[d] |
Балалары | Фёдор Павлов-Андреевич[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | драматург, балалар яҙыусыһы, яҙыусы, сценарий яҙыусы, прозаик, шағир, йырсы, сказочник |
Эш урыны | Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсы[d] |
Уҡыу йорто |
Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | petrushevskaya.ru |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][6] |
Петрушевская Людмила Стефановна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҮҫмер йылдары
үҙгәртергә1938 йылдың 26 майында Мәскәүҙә хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Стефан Антонович Петрушевский, философ, марксистик-ленинизм этикаһы һәм фәнни атеизм проблемалары менән шөғөлләнә; әсәһе — Яковлева Валентина Николаевна[7].
Тел белгесе, СССР-ҙың ҡайһы бер халыҡтары өсөн яҙмалар ижад итеүсе Н. Ф. Яковлевтың ейәнсәре[8].
Революционер, 1898 йылдан РСДРП ағзаһы Илья Сергеевич Вегерҙың (1865—1948) бүләсәре. Совет дәүләт эшмәкәрҙәре Е. И. Вегерҙың һәм В. И. Вегерҙың туғанының ейәнсәре[9][10].
Һуғыш ваҡытында туғандарында, шулай уҡ Өфө янындағы балалар йортонда йәшәй.
Һуғыштан һуң Мәскәүгә ҡайта, Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай.
Ижады
үҙгәртергәМәскәү гәзиттәрендә хәбәрсе, нәшриәт хеҙмәткәре булып эшләй, 1972 йылдан — Үҙәк телестудия мөхәррире.
Петрушевская иртә шиғырҙар яҙа башлай, студенттар кисәләренә сценарийҙар яҙа, яҙыусы эшмәкәрлеге тураһында етди уйланмай.
Тәүге пьесаларын уҡ үҙешмәкәр театрҙар күреп ҡала: «Музыка дәрестәре» спектаклен (1973) Р. Виктюк 1979 йылда «Москворечье» мәҙәниәт һарайының театр-студияһында, шулай уҡ В. Голиков Ленинград дәүләт университетының театр-студияһында ҡуя һәм шунда уҡ тиерлек тыйыла (тик 1983 йылда ғына баҫыла).
«Цинцано» постановкаһын Львовта «Гаудеамус» театры башҡара. Профессиональ театрҙар Петрушевскаяның пьесаларын 1980-се йылдарҙа ҡуя башлайҙар: Таганрог театрында бер шаршаулы «Мөхәббәт», «Колумбина фатиры» «Современникта», «Мәскәү хоры» МХАТ-та. Яҙыусыға оҙаҡ ваҡыт «өҫтәлгә» эшләргә тура килә — мөхәррирҙәр «тормоштоң күләгәле яҡтары» тураһында хикәйәләр һәм пьесаларҙы баҫтыра алмай. Эшен туҡтатмай, шаяртыу-пьесалар («Анданте», «Коломбина фатиры»), диалог-пьесалар («Стакан воды», «Изолированный бокс»), монолог-пьеса (уның драматик әҫәрҙәре йыйынтығына исем биргән «XX быуат йырҙары») ижад итә.
Петрушевскаяның прозаһы тематик планда һәм художество алымдар ҡулланыуҙа драматургияны дауам итә. Уның әҫәрҙәре йәштән алып ҡартлыҡҡа тиклем ҡатын-ҡыҙҙар тормошоноң үҙенсәлекле энциклопедияһы булып тора:
- «Приключения Веры»,
- «История Клариссы»,
- «Дочь Ксени»,
- «Страна»,
- «Кто ответит?»,
- «Мистика»,
- «Гигиена»
- һәм бик күп башҡалар.
1990 йылда «Көнсығыш славяндары йырҙары» циклы яҙыла. 1992 йылда «Время ночь» повесы баҫылып сыға, уны йыш ҡына Петрушевская ижадының иң юғары нөктәһе тип атайҙар. Өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә әкиәттәр яҙа:
- «Жил-был будильник»,
- «Ну, мама, ну!» — «Сказки, рассказанные детям» (1993);
- «Маленькая волшебница»,
- «Кукольный роман» (1996).
Петрушевская профиле Ю. Норштейндың «Ёжик в тумане» йәнһүрәтенең прототибы булып хеҙмәт иткәнме, юҡмы икәнлеге тураһында ҡапма-ҡаршылыҡлы дәлилдәр бар. Бер яҡтан, был эпизод Петрушевская китабында туранан-тура һүрәтләнгән[11]. Икенсе яҡтан, Норштейн үҙе терпенең барлыҡҡа килеү процесын икенсе төрлө тасуирлай[12].
Йәмәғәт позицияһы
үҙгәртергә1996 йылда Рәсәй властарын Чечнялағы һуғышты туҡтатырға һәм һөйләшеүҙәр барышына күсергә саҡырған мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре араһында була[13].
2020 йылдың мартында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр индереүгә ҡаршы мөрәжәғәткә ҡул ҡуя[14].
2020 йылдың сентябрендә Белоруссияла ҡаршылыҡ акцияһын хуплау хатына ҡул ҡуя[15].
Шәхси тормошо
үҙгәртергәЛюдмила Петрушевская Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.
Тол ҡатын, мәрхүм ире — Солянкалағы галерея директоры Борис Павлов.
Өс балаһы бар:
- Кирилл Харатьян (29 август 1964) — журналист. «Коммерсантъ» нәшриәтендә баш мөхәррир урынбаҫары, «Мәскәү яңылыҡтары» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 2005 йылдан — «Ведомости» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары.
- Федор Павлов-Андреевич (14 апрель 1976) — журналист, телевизион тапшырыуҙар алып барыусы, продюсер, рәссам[16].
- Наталья Павлова (1982)— музыкант, Мәскәү C.L.O.N.E. фанк- төркөмөн ойоштороусы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәБиблиография
үҙгәртергәБиш томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы. — М.: АСТ; Харьков: Фолио. 1996.
Романдары һәм повестары
- 1992 — Время ночь.
- 2004 — Номер Один, или В садах других возможностей. — М.: Эксмо. — 335 с. — ISBN 5-699-05993-8.
- 2017 — Нас украли. История преступлений. — М.: Эксмо. — ISBN 978-5-04-090046-6
Пьесалары
- 1973 (1983 йылда баҫылған) — «Музыка дәрестәре».
- «Мөхәббәт».
- «Коломбина фатиры».
- 2007 — Коломбина фатиры: пьесалар йыйынтығы. — СПб.: Амфора. — 415 б. — ISBN 978-5-367-00411-3.
- пьеса: «Три девушки в голубом». «Квартира Коломбины». «Тёмная комната». «Опять двадцать пять».
- 2007 — Мәскәү хоры: пьесалар йыйынтығы. — СПб.: Амфора. — 448 б. — ISBN 978-5-367-00509-7.
- пьесалар: «Московский хор». «Еду в сад». «Сырая нога, или Встреча друзей». «Певец певица». «Бифем». «Два окошка». «Чемодан чепухи, или Быстро хорошо не бывает». «Золотая богиня».
- «XX быуат йырҙары» йыйынтығы
- пьесалар: «Песни XX века», «Что делать!», «Мужская зона», «Сцены из отравления Моцарта», «Аве Мария, мамочка».
Әкиәттәре
- Дикие Животные сказки. — Москва: Эксмо.
- Морские помойные рассказы.
- Жил-был Трр.
- Город света. — СПб: Амфора.
- 1984 — Пуськи Бятые.
- 1991 — Лечение Василия. — Москва.
- 1996 — Настоящие сказки. — Москва: Вагриус.
- 1996 — Сказка об азбуке.
- 2008 — Книга принцесс. — М.: Росмэн-Пресс. — 208 с. — ISBN 978-5-353-03090-4.
- 2008 — Загадочные сказки. Стихи(хи) Пограничные сказки про котят. Поэмы. — СПб: Амфора. — 291 с. — ISBN 978-5-367-00820-3.
- Сказка с тяжёлым концом.
2002 йылда Петрушевская Петр сусҡа бәрәсе тураһында өс китап яҙа:
- «Поросёнок Пётр и машина»,
- «Поросёнок Пётр и магазин»,
- «Поросёнок Пётр едет в гости».
2008 йылда шул уҡ исемле мультфильм төшөрөлә[17].
2010 йылда Лейн исемле ҡулланыусы «Поросёнок Пётр съе…» йырын яҙҙыра, ә ҡулланыусы Артем Чижиков уға йәнһүрәттәр видеосериалын һайлап ала. Был клип эмиграция тураһында популяр интернет-мемуарға әүерелә[18] [<span style="" title="Википедия:Значимость факта">әһәмиәтле факт?</span>]
Яҙыусы Бетти Хоуҙың «Питер сусҡаһы һәм уның самолёт сәйәхәте» әҫәре Петрушевская китаптарындағы бер нисә деталгә оҡшаған (атап әйткәндә, тышлыҡтағы самолёттың төҫө һәм төп геройҙың исеме)[19].
Повесть һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары
- Бессмертная любовь.— М.: Московский рабочий, 1988, тир. 30 000, обложка.
- Бал последнего человека. — М.: Локид, 1996. 26 000 экз.
- 2008 — Пограничные сказки про котят. — СПб.: Амфора. — 296 с. — ISBN 978-5-367-00820-3.
- 2008 — Чёрная бабочка. — СПб.: Амфора. — 304 с. — ISBN 978-5-367-00753-4.
- 2009 — Два царства. — СПб.: Амфора. — 400 с. — ISBN 978-5-367-00940-8.
- 2009 — Истории из моей собственной жизни. — СПб.: Амфора. — 568 с. — ISBN 978-5-367-01016-9.
- 2016 — Санаториум. Повести, рассказы, сказки, пьесы. — Москва: АСТ. — 413 с. — ISBN 978-5-17-095595-4.
- 2019 — Нагайна, или Изменённое время.
Тәржемәләре
- Веслав Мысливский. Голый сад // Современные польские повести / Сост.: В. Хорев. — М.: Художественная литература, 1986. С. 510—638.
- Генрик Сенкевич. Потоп. Главы XVI—XXIV.
- Натюрморт с усами // сборник польских юмористических рассказов и миниатюр. — М.: Молодая гвардия, 1973 (айырым хикәйәләр).
Дискография
үҙгәртергәНаграда һәм премиялары
үҙгәртергә- Тёпфер фондының Пушкин премияһы лауреаты (1991)
- Түбәндәге журналдарҙың премиялары лауреаты:
- «Яңы донъя» (1995)
- «Октябрь» (1993, 1996, 2000)
- «Знамя» (1996)
- «Звезда» (1999)
- «Триумф» премияһы лауреаты (2002)
- Рәсәй Дәүләт премияһы лауреаты (2002)[20] — 2021 йылда «Мемориал» ойошмаһын бөтөрөү буйынса Генераль прокуратураның дәғүәһе менән бәйле уны кире ҡағыуы тураһында белдерә: «Мемориал, хөкөм ителеүселәр һәм атып үлтерелгәндәр тураһында иҫтәлек хәҙер минән тартып алына…» — тип яҙа Людмила Фейсбуктағы сәхифәһендә[21]
- Бунин премияһы лауреаты (2008)[22]
- Иң яҡшы проза әҫәре өсөн «Шинель» номинацияһында Н. В. Гоголь исемендәге әҙәби премия: «Маленькая девочка из Метрополя», (2008)
- Людмила Петрушевская 2009 йылда баҫылып сыҡҡан иң яҡшы хикәйәләр йыйынтығы өсөн World Fantasy Award (WFA) премияһына лайыҡ була. Петрушевскаяның «Жила-была женщина, которая хотела убить соседского ребёнка: Страшные рассказы» (There Once Lived a Woman Who Tried To Kill Her Neighbor’s Baby) йыйынтығы награданы америка яҙыусыһы Джин Вольфтың һайланма новеллалар китабы менән бүлешә[23].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2013.
- ↑ Людмила Петрушевская // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
- ↑ Ludmilla Petruschewskaja // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=21884 (нем.)
- ↑ Ljudmila Stefanowna Petruschewskaja // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/e2cf716c-38fc-4e20-8044-0cf82391e5a5 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Женский журнал Суперстиль: По-петрушевски. Революционер без политики . Дата обращения: 11 декабрь 2019. 2019 йыл 5 сентябрь архивланған.
- ↑ Культура Портал: Краткое содержание электронной версии газеты Культура № 27, 2009 г. Архивировано 3 август 2012 года.
- ↑ Опюдед. Хкэъ Яепцеебхв Бецеп
- ↑ «У нее есть четкое понимание того, что такое ад» . Lenta.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Людмила Петрушевская. Девятый том. Чтение (стр.12). Библиотека OCR Альдебаран
- ↑ У папы "Ежика в тумане" юбилей . Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ ВОЙНА В ЧЕЧНЕ: "Известия" публикуют призыв интеллигенции остановить войну. 1996-01-06 .
- ↑ Не допустить конституционный кризис и антиконституционный переворот. Обращение ученых, писателей и журналистов к гражданам России
- ↑ «Мы глубоко возмущены, что диалогу с обществом власть предпочитает насилие»
- ↑ Об антимолотковской кампании . Антиглоб. Дата обращения: 11 декабрь 2019. Архивировано 24 октябрь 2007 года. 2007 йыл 24 октябрь архивланған.
- ↑ Поросёнок Пётр . Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Поросенок Пётр на НТВ . Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Peter Pig and his Airplane Trip . www.amazon.com. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Людмила Петрушевская | Новая карта русской литературы . www.litkarta.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ Запись в фейсбуке Л. С. Петрушевской от 12 ноября 2021 года
- ↑ Четвертое вручение Бунинской премии. 2008-10-22 . yes. Информационный гуманитарный портал «Знание. Понимание. Умение». Дата обращения: 21 октябрь 2015.
- ↑ 2010 World Fantasy Award Winners & Nominees . World Fantasy Awards Home Page. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Людмила Петрушевская в библиотеке Максима Мошкова
- Людмила Петрушевская в «Журнальном зале»
- Людмила Петрушевская — Энциклопедия отечественного кино(недоступная ссылка)
- Информация о писательнице на сайте Кино-Театр.ру. — 27.02.2010.
- Творчество Людмилы Петрушевской на сайте The Electronic Literary Database 2007 йыл 2 май архивланған.
- Людмила Петрушевская (Библиотека Альдебаран)
- Людмила Петрушевская в библиотеке А.Белоусенко
- Людмила Петрушевская на проекте «Сноб» 2009 йыл 8 июнь архивланған.
- Людмила Петрушевская: «В России женщину никогда не выберут президентом» // «Скажи Гордеевой». Интервью на канале Medusa Originals YouTube.