Петров Николай Николаевич (онколог)
Петров Николай Николаевич (2 (14) декабрь 1876 — 2 март 1964) — Рәсәй хирургы, ватан онкологияһына нигеҙ һалыусы, Рәсәйҙәге беренсе «Общее учение об опухолях» монографияһының, «Вопросы хирургической деонтологии» китабының авторы. Тәүге тапҡыр ватан медицинаһы әҙәбиәтенә медицина деонтологияһы тураһында төшөнсәне индерә.
Петров Николай Николаевич (онколог) | |
рус. Николай Николаевич Петров | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 2 (14) декабрь 1876 или 1876[2] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[3] |
Вафат булған көнө | 2 март 1964[3] |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[3] |
Ерләнгән урыны | Комарово ҡасабаһы зыяраты[d] |
Атаһы | Петров, Николай Павлович[d] |
Һөнәр төрө | табип, хирург, онколог |
Эшмәкәрлек төрө | онкология[d] |
Эш урыны |
С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы Варшава университеты Кубань дәүләт университеты Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты Научно-исследовательский институт онкологии им. проф. Н. Н. Петрова[d] |
Уҡыу йорто | Император медицина-хирургия академияһы |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] (1902) һәм Члены-корреспонденты РАН за всю историю существования[d] (1939) |
Уҡыусылар | Углов Фёдор Григорьевич |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Николаевич Петров 1876 йылдың 2 (14) декабрендә Санкт-Петербургта ғалим ғаиләһендә тыуған. 1894 йылда гимназияны тамамлағас, Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә, уны 1899 йылда тамамлау менән профессор М.С.Субботиндың хирургия клиникаһында ординатор итеп ҡалдырыла. Бында уны 1902 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1903—1904 йылдарҙа Германия, Австрия һәм Франция клиникаларында белемен камиллаштыра. 1905 йылдан Хәрби-медицина академияһында приват-доцент, артабан Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында. 1912 йылда Варшава университетының хирургия клиникаһында профессор була. 1913 йылда Петербург ҡалаһына кире ҡайта һәм табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтында хирургия кафедраһын етәкләй.
Һөйәктәрҙең ирекле пластикаһын тикшереү менән шөғөлләнә; 1913 йылда сыға уның «Свободная пластика костей» монографияһы баҫылып сыға. Бер үк ваҡытта ул онкология проблемалары менән дә ҡыҙыҡһына; 1910 йылда яман шештәр тураһында Рәсәйҙә беренсе булған Общее учение об опухолях» моногрвафияһын баҫтырып сығара.
1914 йылдан Беренсе донъя һуғышы фронттарында, ә унан һуң граждандар һуғышы фронттарында хирург-консультант булып эшләй. 1921 йылдан 1925 йылға тиклем табиптарҙың белемен камиллаштырыу институтында һәм 1-се Ленинград медиицина институтында хи рургиянан уҡыта.
1925 йылдан И.И.Мечников исемендәге дауаханала онкология бъүлеге ойоштора, 1925 йылдың 24 декабренән уның мөдире була[4]. Тиҙҙән, 1927 йылдың 16 мартында онкология бүлеге уның етәкселеге аҫтында Ғилми-ғәмәли онкология институты итеп үҙгәртелә.
1932 йылда илдә беренсе булып «О злокачественных опухолях» ҡулланмаһын баҫтырып сығара. 1938 йылдарҙа Сухуми ҡалаһында эксперименталь яман шеш лабораторияһын ойоштора. 1939 йылдан башлап — СССР ФА мөхбир ағзаһы, 1944 йылдан — СССР Федицина фәндәре академияһы академигы.
1964 йылдың 2 мартында вафат була; Комаров зыяратында ерләнә. Ҡәбер ташы Санкт-Петербургтың Курорт районы федераль кимәлдәге мәҙәни-тарихи мираҫына индерелгән. Комаров некрополе составында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында һаҡлана;
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (22.04.1957)
- дүрт Ленин ордены (18.07.1942; 10.03.1947; 19.09.1953; 22.04.1957)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (16.12.1935; 10.06.1945)
- миҙалдар
- Ленин премияһы (1963)
- Икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1942)
Хәтер
үҙгәртергә1966 йылда Ҡом ҡасабаһында Санкт-Петербург) Онкология ғилми-тикшеренеү институтына Н. Н. Петров исеме бирелә
Ғаиләһе
үҙгәртергәБилдәле ғалимдың улы, инженер-генерал, Н. П. Петров, 1900 йылдан — дәүләт советы ағзаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Проба Петрова
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Petrov, Nikolaj Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Петров Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Ушедшие в бессмертие клиницисты больницы Петра Великого // Vivat Academia. — 15 июня 2003. — № 66. — С. 3—5. Архивировано из первоисточника 21 июль 2014.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Петров Николай Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Петров Николай Николаевич (онколог) . «Герои страны» сайты.
- Биография на сайте Краснодарского краевого научно-практического общества хирургов
- Профиль Николая Николаевича Петрова РФА рәсми сайтында
- Биографическая статья(недоступная ссылка) на сайте музея истории фармации и медицины IMPERIA MUSEUM