Петров Михаил Петрович
Петров Михаил Петрович (17 ноябрь 1904 йыл — 5 август 1967 йыл) — Советтар Союзы Геройы, 2-се Белоруссия фронты, 50-се армия, 139-сы уҡсылар дивизияһының (3-сө формирование) 364-сы уҡсылар полкы командиры, подполковник[1].
Михаил Петрович Петров | |||||||||||||
Файл:Петров Михаил Петрович.jpg | |||||||||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
д. Старые Шарашли, Белебеевский уезд, Уфимская губерния, | ||||||||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||||||||
Вафат урыны | |||||||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||||||||
Ғәскәр төрө | |||||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | |||||||||||||
Хәрби звание | |||||||||||||
Командалыҡ итеү |
364-м стрелковым полком | ||||||||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| ||||||||||||
Отставкала |
Жил и работал в Виннице |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Петрович Петров 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Баҡалы районы Иҫке Шарашлы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе крәшен татарҙары. 1917 йылға тиклем уның ата-әсәһе Баҡалы ауылы помещигы В. Масловҡа ялланып эшләй. 1917 үҙ хужалыҡтарында эшләй башлайҙар. 7 йәштә Михаил Петров ауыл мәктәбендә уҡый башлай. Бында ул 4 класс тамамлай. КПСС с 1929 йылдан КПСС ағзаһы. Телеграфист булып эшләй. 1926 йылдан Ҡыҙыл Армияла.
1941 йылдың ноябрь айынан алып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1944 йылда «Выстрел» курстарын тамамлай.
1944 йылдың июнь айында совет ғәсҡәрҙәре дошманды ҡыуған саҡта 2 -се Белоруссия фронтының 50-се армия составындағы 139-сы дивизияның 364-се уҡсылар полкы командиры подполковник Петров полк подразделениелары менән оҫта етәкселек итә. 24—26 июндә дошман оборонаһын емереп, полк Проня, Бася, Реста (бел.Раста) йылғаларын аша сығып, 1944 йылдың 28 июнь төнөнә ҡарай— Могилёвтан (бел.Магілёў) көньяҡтараҡ Днепрҙы (укр. Дніпро) аша сыға, 215 ҡала һәм ауылды азат итә, ҡамауҙа ҡалған дошман группировкаһына көнбайышҡа сигенергә мөмкинлек бирмәй[2].
Советтар Союзы Геройы исеме 1945йылдың 24 мартында бирелгән[2]. Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтте дауам итә. 1949 йылда Ленинград юғары бронетанк мәктәбен тамамлай. 1954 йылда полковник Петров запасҡа китә.
Украинаның Винница (укр. Ві́нниця) ҡалаһында йәшәй. 1967 йылдың 5 августында вафат булған. Винницала ерләнгән.
Хәрби званиелары
үҙгәртергә- 2-се ранг техник-интенданты (Приказ НКО № 01653/п от 24.12.1935).
- 1-се ранг техник-интенданты (Приказ НКО № 0560/п от 01.02.1937).
- Политрук.
- Өлкән политрук.
- Батальон комиссары.
- Подполковник (Приказ НКО № 0624 от 1943).
- Полковник (Приказ НКО № 0352 от 03.11.1944).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1945)
- «Алтын Йондоҙ миҙалы» (СССР) (24.03.1945);
- ике Ленин ордены (24.03.1945, 19.11.1951);
- ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.01.1942, 27.06.1944);
- Александр Невский ордены (СССР) (19.09.1944);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (03.11.1944);
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн.» миҙалы(09.05.1945)
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы
- «Совет Армияһы һәм Флотына 30 йыл» миҙалы (20.02.1948)
- « Одра, Ниса һәм Балтика өсөн» миҙалы
- миҙалдар.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Петров Петр Петрович
- Әсәһе — Петрова (Герасимова) Агафия Исаевна
- Туғаны- Петров Павел Петрович
- Туғаны- Аграфена
- Туғаны — Мария
- Тәүге ҡатыны — Петрова (Грязева) Вера Афанасьевна
- Тәүге ҡатыны- Петрова (Малоземова) Ольга Иосифовна
- Улдары — Анатолий, Геннадий, Вячеслав
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ На дату представления к присвоению звания Героя Советского Союза.
- ↑ 2,0 2,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 27/37, л. 22/135, 136).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. — Минск, 1984.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 4. — Уфа, 1979.
Һылтанмалар
үҙгәртергәМихаил Петрович Петров . «Герои страны» сайты.