Педро II
Педро II (порт. Pedro II, 2 декабрь 1825 йыл — 5 декабрь 1891 йыл) — Браганса династияһынан 1831—1889 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Бразилия императоры.
Педро II | |||||||||||||||||||||
порт. Pedro II | |||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
7 апрель 1831 — 16 ноябрь 1889 | |||||||||||||||||||||
Коронация: | 18 июль 1841 | ||||||||||||||||||||
Регенты: | Изабелла Бразилиялы (1871 йыл — 1872 йыл), Изабелла Бразилиялы (1876 йыл — 1877 йыл), Изабелла Бразилиялы (1887 йыл — 1889 йыл) | ||||||||||||||||||||
Алдан килеүсе: | Педро I | ||||||||||||||||||||
Дауамсы: | титул бөтөрөлгән | ||||||||||||||||||||
Вариҫы: | Изабелла Бразилиялы | ||||||||||||||||||||
Баш тартыу: | 16 ноябрь 1889 | ||||||||||||||||||||
Дине: | Католицизм | ||||||||||||||||||||
Тыуған: | 2 декабрь 1825 Рио-де-Жанейро, Бразилия империяһы | ||||||||||||||||||||
Үлгән: | 5 декабрь 1891 (66 йәш) Париж, Франция | ||||||||||||||||||||
Ерләнгән: | Петрополис | ||||||||||||||||||||
Нәҫел: | Браганса | ||||||||||||||||||||
Исеме: | Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-pt-br" does not exist. | ||||||||||||||||||||
Атаһы: | Педро I | ||||||||||||||||||||
Әсәһе: | Мария Леопольдина Австриялы | ||||||||||||||||||||
Ҡатыны: | Тереза Кристина Бурбон-Сицилиялы | ||||||||||||||||||||
Балалары: | улдары: Афонсо, Педро ҡыҙҙары: Изабелла, Леопольдина | ||||||||||||||||||||
Автограф: | |||||||||||||||||||||
Монограмма: | |||||||||||||||||||||
Наградалары: |
| ||||||||||||||||||||
Биографияһы
үҙгәртергәТыуғандағы исеме — Педро ди Алкантара Жуан Карлуш Леополдо Салвадор Бибиано Франсишко Шавьер ди Паула Леокадио Мигел Габриэл Рафаэл Гонзага ди Браганса һәм Аустрия (порт. Pedro de Alcântara João Carlos Leopoldo Salvador Bibiano Francisco Xavier de Paula Leocádio Miguel Gabriel Rafael Gonzaga de Bragança e Áustria).
Атаһы Педро I император булыуҙан баш тартҡас, Педро биш кенә йәшлек сағында империя тәхетенә ултыра. Бразилия парламенты 1840 йылға тиклем дауам иткән регентлыҡ урынлаштыра. Педро үҙе баҫалҡы холоҡло булған, яҡшы белем алған (уның тәүге опекуны Бразилияның бөйөк дипломаты, ғалим, философ һәм шағир Жозе Бонифасиу ди Андрада һәм Силва булған).
1843 йылда ул Ике Сицилия короле Франциск I ҡыҙы Тереза Кристина Бурбон-Сицилиялыға (1822—1889) өйләнә, уларҙың ике ҡыҙы һәм ике улы тыуа:
- Афонсо (1845—1847)
- Изабелла (1846—1921), кронпринцесса, Бразилия регенты. Графа д’Э принц Гастон Орлеанлыға (1842—1922) кейәүгә сыға.
- Леопольдина (1847—1871), принц Август Саксен-Кобург-Готлыға (1842—1922) кейәүгә сыға.
- Педро (1848—1850).
Педро II оҙайлы хакимлығы ауыр һәм аяуһыҙ һуғыштар сираты менән оҙатылған. 1865 йылда башланған Парагвай һуғышы бигерәктә ауыр булған. Был осорҙа император һәм уның подданыйҙары Бразилияның көсһөҙлөгөн һәм артта ҡалыуын һиҙгәндәр. Бразилия армияһына ҡорал, амуниция һәм аҡса етешмәгән, илдең барлыҡ тиерлек ирекле халҡы армияға саҡырылған. Бөтә алдынғы ҡарашлы кешеләр өсөн ҡоллоҡто юҡҡа сығарыу кәрәклеге билдәле булған.
Педро үҙе либераль ҡарашлы һәм мәрхәмәтле кеше булараҡ, аболиционизм идеяларын хуплаған, әммә ҡол биләүселәрҙең ҡаршылығынан ҡурҡҡан. Шулуҡ ваҡытта республикасы офицерҙар араһында Бразиляла республика урынлаштырыу һәм ҡоллоҡто бөтөрөү маҡсатында заговор барлыҡҡа килә.
1888 йылда император Европала дауаланған ваҡытта, уның ҡыҙы — регент Изабелла ҡоллоҡто юҡҡа сығарыу тураһындағы ҡанунға ҡул ҡуя. Әммә был монархияны ҡотҡара алмай, һәм 1889 йылдың 15 ноябрендә республикасылар Рио-де-Жанейрола ихтилал күтәреп Педроның тәхетенән ҡолауы хаҡында иғлан итәләр. 16 ноябрҙә Педро II тәхеттән баш тарта, һәм Португалияға күсә.
Педро 1891 йылдың 5 декабрендә Парижда вафат була. 1939 йылда императорҙың һәм уның ҡатынының мәйеттәре Бразилияла яңынан ерләнә.
Бүләктәре
үҙгәртергәБразилия ордендары:
- Христ ордены[1]
- Изге Бенедикт Авислы ордены[1]
- Сантьяго һәм ҡылыс ордены[1]
- Көньяҡ тәре ордены[1]
- Педро I ордены[1]
- Рауза ордены[1]
Башҡа дәүләттәр наградалары:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Barman, Roderick J. Citizen Emperor: Pedro II and the Making of Brazil, 1825—1891. Stanford: Stanford University Press, 1999, p. 11. ISBN 0-8047-3510-7 (инг.)
- ↑ 2,0 2,1 Sauer, Arthur. Almanak Administrativo, Mercantil e Industrial (Almanaque Laemmert). Rio de Janeiro: Laemmert & C., 1889, p. 41 (порт.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Citizen Emperor: Pedro II and the Making of Brazil, 1825–1891. — Stanford: Stanford University Press, 1999. — ISBN 978-0-8047-3510-0.
- D. Pedro II, patrono da astronomia brasileira. — Fortaleza: Imprensa oficial do Ceará, 1979.
- Pedro II e o Século XIX. — 2nd. — Rio de Janeiro: Nova Fronteira, 1993. — ISBN 978-85-209-0494-7.
- Brazil: Empire and Republic, 1822–1930. — Cambridge, United Kingdom: Cambridge University Press, 1993. — ISBN 978-0-521-36293-1.
- Brasil: uma História. — São Paulo: Ática, 2003. — ISBN 978-85-08-08952-9.
- História de D. Pedro II. — Rio de Janeiro: J. Olympio, 1975. — Vol. 1–5.
- História da Civilização Brasileira. — Brasília: Senado Federal, 2002.
- D. Pedro II: ser ou não ser. — São Paulo: Companhia das Letras, 2007. — ISBN 978-85-359-0969-2.
- Maldita Guerra: Nova história da Guerra do Paraguai. — São Paulo: Companhia das Letras, 2002. — ISBN 978-85-359-0224-2.
- Rio de Janeiro — 1840—1900 — Uma crônica fotográfica. — Rio de Janeiro: G. Ermakoff Casa Editorial, 2006. — ISBN 978-85-98815-05-3.
- Patronage and Politics in Nineteenth-Century Brazil. — Stanford: Stanford University Press, 1994. — ISBN 978-0-8047-2336-7.
- Reluctant Genius: The Passionate Life and Inventive Mind of Alexander Graham Bell. — Toronto: HarperCollins, 2006. — ISBN 978-0-00-200676-7.
- The History of Brazil. — Westport, Connecticut: Greenwood Press, 1999. — ISBN 978-0-313-30390-6.
- História de Dom Pedro II (1825—1891): Ascenção (1825–1870). — Belo Horizonte: Itatiaia, 1977. — Vol. 1.
- História de Dom Pedro II (1825—1891): Fastígio (1870—1880). — Belo Horizonte: Itatiaia, 1977. — Vol. 2.
- História de Dom Pedro II (1825—1891): Declínio (1880—1891). — Belo Horizonte: Itatiaia, 1977. — Vol. 3.
- O patriarca e o bacharel. — 2nd. — São Paulo: Alameda, 2008. — ISBN 978-85-98325-68-2.
- Os Subversivos da República. — São Paulo: Brasiliense, 1986.
- The Latin American Republics: A History. — New York: D. Appleton, 1942.
- Dom Pedro II, Imperador do Brasil. — São Paulo: Callis, 1999. — ISBN 978-85-86797-19-4.
- Constituição política do Império do Brasil. — Rio de Janeiro: Typographia Universal de Laemmert, 1863.
- Nostalgia Imperial. — Rio de Janeiro: Topbooks, 1996.
- Almanak Administrativo, Mercantil e Industrial. — Rio de Janeiro: Laemmert & C., 1889.
- As barbas do Imperador: D. Pedro II, um monarca nos trópicos. — 2nd. — São Paulo: Companhia das Letras, 1998. — ISBN 978-85-7164-837-1.
- Uma História do Brasil. — São Paulo: Paz e Terra, 2003. — ISBN 978-85-219-0313-0.
- Trade and Gunboats: The United States and Brazil in the Age of Empire. — Stanford: Stanford University Press, 2000. — ISBN 978-0-8047-4018-0.
- Dicionário do Brasil Imperial. — Rio de Janeiro: Objetiva, 2002. — ISBN 978-85-7302-441-8.
- O Brasil na fotografia oitocentista. — São Paulo: Metalivros, 2003. — ISBN 978-85-85371-49-4.
- História do Brasil: período colonial, monarquia e república. — 15th. — São Paulo: Melhoramentos, 1994. — ISBN 978-85-06-01999-3.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль императора Педру II д'Алькантара РФА рәсми сайтында