Бразилия империяһы
Бразилия империяһы — император Педро I һәм уның улы Педро II хакимлығы аҫтында булған хәҙерге Бразилия һәм Уругвай территорияһында урынлашҡан дәүләт. 1822 йылда нигеҙләнә һәм 1889 йылда Бразилия республикаһы менән алмаштырыла.
Бразилия империяһы | |||||
Império do Brasil | |||||
| |||||
Девиз: «Бойондороҡһоҙлоҡ йәки үлем! | |||||
Гимн: Бразилияның милли гимны (1831 йылдан алып) | |||||
Баш ҡала | |||||
---|---|---|---|---|---|
Телдәр | |||||
Дин | |||||
Аҡса берәмеге |
бразилия реалы | ||||
Халҡы |
14,333,915 кеше (1890-сы йй.) | ||||
Идара итеү формаһы | |||||
Династия |
Браганса нәҫеле | ||||
Бразилия императорҙары | |||||
• 1822—1831 | |||||
• 1831—1889 | |||||
Бразилия империяһы Викимилектә | |||||
Наполеон Бонапарттың ғәскәре Португалияға баҫып ингәс, король ғаиләһе менән Бразилияға күсә. Бынан һуң Браганса нәҫеле хакимлығы аҫтында Бразилия үҙидаралыҡ ала. Король Португалияға ҡайтҡас, илдә протест тыуа. Һөҙөмтәлә Бразилия бойондороҡһоҙлоҡ яулай.
1822 йылдың 7 сентябрендә Португалиянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң, Бразилия монархия — Бразилия империяһы булып китә.
Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү (1822)
үҙгәртергә1808 йылда Португалия короле Жуан VI үҙенең ғаиләһе менән бергә француз ғәскәрҙәренән Бразилияға ҡасалар. 1820 йылда Испанияла һәм Португалиялағы революцияларҙан һуң, бөтә Латин Америкаһындағы һымаҡ Бразилияла сыуалыштар башлана. Офицерҙар һәм Рио-де-Жанейро халҡы араһында бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылары күп була. Португалия короле Жуан VI улы Педро уларҙың пландарына булышлыҡ итә башлай, һәм улар уның йөҙөндә үҙенең лидерын күргәндәр. 1821 йылда Жуан VI колониялар менән идара итергә улын ҡалдырып Европаға ҡайта. 1822 йылдың февралендә Педро кәңәшмә йыя һәм уға Бразилия өсөн конституция төҙөргә бойора. Июндә ул Ойоштороусы йыйылышты йыя һәм бразилиялыларға иреккә сығырға өгөтләй.
Бразилия бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылары Португалия һалдаттары менән бер нисә ай дауамында көрәш алып баралар. 1822 йылдың 7 сентябрендә Педро Ипиранга йылғаһы ярындаға сценала үҙенең мундирынан португал гербын йыртып ташлап ҡылысын сығара һәм: «Минең ҡаным, минең намыҫым һәм Хоҙай менән мин Бразилияны ирекле итәм» — тип иғлан яһай һәм һуңынан: «Ваҡыт етте! Бойондороҡһоҙлоҡ йәки үлем! Беҙ Португалиянан айырылдыҡ» — тип өҫтәй. Уның «Бойондороҡһоҙлоҡ йәки үлем!» Бразилия бойондороҡһоҙлоғо символына әүерелә. 1822 йылдың 12 октябрендә дон Педро был Бразилияның тәүге императоры тип иғлан ителә.
Педро I хакимлығы (1822—1831)
үҙгәртергәИмператор Педро I тәүге аҙымдары араһында илде азат итеү һәм берләштереү булып торған. 1823 йылда Португалия ғәскәрҙәренән Баия, Мараньян һәм Пара провинциялары азат ителгән һәм Бразилияға ҡушылған. Португалия короллеге Бразилияның бойондороҡһоҙлоғон 1825 йылдың 29 авгусында Британия империяһы аралашлығында төҙөлгән килешеү буйынса таный. Килешеүҙең йәшерен өҫтәлмәләренә ярашлы Бразилия Португалияның Бөйөк Британияға 1,4 млн фунт стерлинг бурысын һәм Португалияның үҙенең 600 мең фунт стерлинг сығымдарын ҡапларға тейеш булған. Бразилия шулай уҡ Португалияның Африкалағы колонияларына дәғүә итеүҙән баш тартҡан, ил баҙарында Португалия һәм Британияға сауҙа преференциялары һаҡлаған һәм киләсәктә ҡолдар һатыуҙы тыйырға тейеш булған. Был пункттарҙың һәр береһе Бразилия плантаторҙары араһында энтузиазм тыуҙырмаған.
1824 йылда император Педро үҙе Португалия (1822) һәм Франция (1814) конституциялары нигеҙендә Бразилия конституцияһын төҙөй. Шул уҡ йылдың уртаһында илдең биш төньяҡ-көнсығыш провинциялары бойондороҡһоҙ Экваториаль конфедерацияға ҡушылыуы тураһында иғлан итәләр, әммә йыл аҙағына ҡарай улар Бразилия ғәскәрҙәре менән баҫып алына.
1825 йылда Аргентина Бразилияның Сисплатина (хәҙерге Уругвай) провинцияһын яулап алыр өсөн һуғыш башлай. Был провинция элгәре Испанияның Рио-де-Ла-Плата вице-короллегең (Аргентина) биләмәһе булған. Бразилия һуғыш осоронда бурысҡа бата. Диңгеҙҙә өҫтөнлөк итеүенә ҡарамаҫтан, 1827 йылда Бразилия армияһы ҡоро ерҙә еңелә һәм тыныслыҡ килешеүен төҙөргә мәжбүр итә. Уға ярашлы Сисплатина провинцияһы Уругвай исеме аҫтында бойондороҡһоҙ дәүләт итеп таныла.
Ҡәһүәнең экспорты арта барыуы менән бергә ҡолдар импорты ла арта барған. 1822 йылда ил халҡының 30 % йәғни 1 миллионы ҡол булғандар. Император Педро ҡоллоҡты юҡҡа сығарырға маташҡан, әммә ҡанундар сығарыусы парламент быға ҡаршы булған.
1826 йылда Португалия короле Жуан вафат булғас, Педро һәм уның ҡустыһы Мигел тәхет өсөн көрәш башлайҙар. Тик 1834 йылда власть тулыһынса Педроға күсә һәм ул ҡыҙы Марияны Португалия королеваһы, ә үҙен регент тип иғлан итә. Бразилияның бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылары Педроның Португалия тәхете өсөн көрәштәренә шик менән ҡарағандар һәм ике ил яңынан берләшеүенән ҡурҡандар. 1830 йылда Минас-Жераис провинцияһында ихтилал тоҡана, ул артабан баш ҡалаға барып етә. 1831 йылдың 7 апрелендә Педро үҙенең тәхетен кесе йәштәге улы Педро II тапшырырға мәжбүр була[1].
Регентлыҡ осоро (1831—1840)
үҙгәртергә1831 йылдан алып 1840 йылға тиклем дәүләт менән йәш император исеменән өс тәғәйенләнгән регенттар менән идара ителгән. Был осорҙа күп кенә провинцияларҙа федерализм, республика өсөн һәм башҡа сәбәптәр менән ихтилалдар була.
Педро II хакимлығы (1840—1889)
үҙгәртергә500 рейс (0,5 мильрейс) [[1880]. Алғы яғы. | 500 рейс (0,5 мильрейса) 1880. Артҡы яғы. | 10 мильрейс (10 000 рейс) 1883. Артҡы яғы. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Sousa, Otávio Tarquínio de. A vida de D. Pedro I (билдәһеҙ). — Rio de Janeiro: José Olímpio, 1972.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Barman, Roderick J. Brazil: The Forging of a Nation, 1789—1852. Stanford, CA: Stanford University Press, 1988.
- Кирчанов М. В. Império, Estado, Nação. Политические модернизации и интеллектуальные трансформации в Бразильской Империи (1822—1889) / М. В. Кирчанов. — Воронеж: Научная книга, 2008. — 155 с. ISBN 978-5-98222-364-7 // http://ejournals.pp.net.ua/_ld/1/113_kyrchanoff_impe.pdf
- Brazil: Empire and Republic, 1822—1930. Cambridge — New York: Cambridge University Press, 1989.
- Costa, Emilia Viotti da. The Brazilian Empire: Myths and Histories. Chicago, IL: Dorsey Press, 1988.
- Graham, Ann Hartness. Subject Guide to Statistics in the Presidential Report of the Brazilian Provinces, 1830—1889. Austin: Univerity of Texas at Austin, 1977.