Парфёнова Зоя Ивановна

Парфёнова Зоя Ивановна (21 июнь 1920 йыл — 7 апрель 1993) — 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары (325-се төнгө бомбардировка авиация дивизияһы, 4-се һауа армияһы 2-се Белорус фронты), гвардия өлкән лейтенанты. Советтар Союзы Геройы[2].

Парфёнова Зоя Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]
Тыуған урыны Алатырь[d], Сембер губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 7 апрель 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (72 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Щербинка зыяраты[d]
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d]
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Зоя Ивановна Парфёнова (Акимова) 1920 йылдың 21 июнендә Сембер губернаһы Алатырь ҡалаһында [3] эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы

7 класты, медицина туташтары һәм аэроклубты тамамлай. Алатырь ҡалаһында аэроклуб осоусыһы- инструкторы була.

Ҡыҙыл Армияла — 1941 йылдың октябренән. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация мәктәбе эргәһендәге курстарҙы тамамлай. Хәрәкәттәге армияла — 1942 йылдың майынан.1943 йылдан ВКП (б)/КПСС ағзаһы

46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиаполкының эскадрилья командиры урынбаҫары гвардия өлкән лейтенанты З. И. Парфёнова 1945 йылдың февраленә дошмандың тере көстәре һәм техникаһы тупланған урынға, кисеүҙәргә, боеприпастар менән келәттәргә бомбаға ташлау өсөн 739 хәрби осош яһай.

1945 йылдан гвардия өлкән лейтенанты З. И. Парфёнова — запаста.

Рязань ҡалаһында йәшәй. 1979 йылға тиклем кинотеатрҙың администраторы булып эшләй. Оҙаҡ йылдар һуғыш ветерандары советы комитеты ағзаһы булып тора.

1991 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. 1993 йылдың 7 апрелендә вафат була, Мәскәүҙә Щербинский Үҙәк зыяратында ерләнә (участка № 36).

Ҡыҙҙары — өлкәне Гугняева А. М. (инженер, Мәскәү); кесеһе Н. М. Удальцова. (табип, Мәскәү).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 18 авгусындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Парфёнова Зоя Ивановнаға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7968) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
  • Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, шулай уҡ миҙалдар, улар араһында «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы бар.
  • З. И. Парфёнова исеме менән Алатырь ҡалаһында урам аталған[4][5].
  • 2000 йылдың июненән З. И. Парфёнова исемен Алатырь ҡалаһының 7-се урта мәктәбе йөрөтә, атаҡлы яҡташтарына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[6]. Мәктәптә Зоя Парфёноваға арналған музей бар.
  • 2017 йылда Рязань ҡалаһында 1991 йылға тиклем Зоя Акимова йәшәгән Ленин урамындағы 2/ 68 йорттоң фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. Парфёнова (Акимова) Зоя Ивановна // Авиационная энциклопедия в лицах / Отв. А. Н. Ефимов. — Москва: Барс, 2007. — С. 459. — 712 с. — ISBN 978-5-85914-075-6.
  3. Ныне — районный центр в Чувашия, Россия.
  4. Михайлов В. М. Парфёнова Зоя Ивановна // Электронная Чувашская энциклопедия.
  5. Город Алатырь — Улица З. И. Парфёновой // «КЛАДР — классификатор адресов России».
  6. Музей боевой славы 2013 йыл 8 октябрь архивланған..
  7. В Рязани увековечили память прославленной летчицы, Героя Советского Союза Зои Ивановны Акимовой // Культурная жизнь Рязани. — 2017. — 4 май.
  • Парфёнова (Акимова) Зоя Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 237. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Игошев И. Дорогой подвига // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә