Павленко Михаил Павлович

Советтар Союзы Геройы

Павленко Михаил Павлович (21 ноябрь 1910 йыл — 17 октябрь 1980 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының разведка взводы командиры. Гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.

Павленко Михаил Павлович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 ноябрь 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Сотниковское[d], Благодарненский городской округ[d], Ставрополь крайы, РСФСР
Вафат булған көнө 17 октябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Прохладный[d], Ҡабарҙы-Балҡар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Павлович Павленко 1910 йылдың 21 ноябрендә Ставрополь крайы Сотниковское ауылында (хәҙер- Благодарненск районы) тыуған.

Ҡыҙыл Армияла - 1941 йылдың ноябренән. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1942 йылдың ноябренән.

1944 йылдың 12 апрелендә Владимир-Волынский ҡалаһы (Украина, Волынь өлкәһе) өсөн алышта шәхси ҡоралдан ундан ашыу немецты юҡ итә. Яугирҙарҙың бер төркөмө менән Михаил Павленко дошман атакаһын кире ҡаға һәм уларҙы полк команда пунктына яҡынайтмай. Алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн 1944 йылдың 14 майында гвадия старшина 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1944 йылдың 12 авгусында Подстолице, Клбыльница тораҡ пункттары тирәһендә (Польша, Ласкажев ҡалаһынан 12-15 километр алыҫлыҡта) Висла йылғаһы аша сыға һәм бер нисә п немецты әсирлеккә ала. Алыштарҙа гвардия старшинаһы Павленко М. П. бер нисә ауыр яраланған яугирҙы һуғыш яланынан алып сыға. Үҙе яраланған булыуына ҡарамаҫтан, сафта ҡала. 1944 йылдың 7 декабрендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 20-29 апрелендә разведчиктар етәксеһе булараҡ бер нисә тапҡыр Ораниенбург һәм Бранденбург ҡалалары районында (Германия) дошман торған урынға йәшерен рәүештә инә һәм бик күп һалдаты һәм офицерҙы юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945йылдың 31 майындағы Указына ярашлы немец илбаҫарҙары менән алыштарҙа командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн старшина Михаил Павлович Павленко 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

1980 йылдың 17 октябрендә вафат була.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Павленко, Михаил Павлович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 17 октябрь 2013.
  • Золотые Звёзды Кабардино-Балкарии. Нальчик, 1984
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.