Остославский Иван Васильевич
Иван Васильевич Остославский (14 (27) февраль 1904, Мариуполь ҡалаһы, Екатеринослав губернаһы[d] — 3 ғинуар 1972 (67 йәш), Мәскәү) — аэродинамика өлкәһендә совет ғалимы. Техник фәндәре докторы (1942). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1943). Өс Сталин премияһы лауреаты (1943, 1949, 1952).
Остославский Иван Васильевич | |
рус. Иван Васильевич Остославский | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 14 (27) февраль 1904 |
Тыуған урыны | Мариуполь ҡалаһы, Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 1972 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Головино зыяраты[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | Авиация |
Эш урыны |
Профессор Н.Е. Жуковский исемендәге Үҙәк аэрогидродинамика институты[d] М. М. Громов исемендәге Осош-тикшеренеү институты[d] Мәскәү авиация институты |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Аспиранттар | Арсений Дмитриевич Миронов[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1904 йылдың 14(27) февралендә Мариуполдә тыуған. Остославскийҙәр дворян нәҫеленән сыҡҡан. Атаһы — Василий Иванович, Новороссийск университетының физика-математика факультетының математика фәндәре бүлеген тамамлай, гимназияла математиканан уҡыта; әсәһе — Валентина Епифановна (ҡыҙ фамилияһы Иващенко), рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Иван Остославский 1929 йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай.
1928 йылдан алып 1956 йылдар буйынса авиация сәнәғәтендә эшләй. 1932—1945 йылдарҙа Үҙәк аэрогидродинамика институты (ЦАГИ) хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның етәкселегендә ЦАГИ-ның аэродинамик торбаларында хәрби самолеттарҙың тиҙлеген арттырыу мөмкинлеген тикшереү буйынса эштәр башҡарыла.
- Үҙәк аэрогидродинамика институты начальнигы урынбаҫары (1942—1945)
- Осоу-тикшеренеү институты начальнигы урынбаҫары (1945—1956)
- 1944 йылдан Мәскәү авиация институтында уҡыута
- 1944—1949 йылдарҙа — «Аэродинамика» кафедраһы мөдире.
- 1949—1958 йылдарҙа — был кафедраның профессоры.
- 1958—1972 йылдарҙа, кафедра бүленгәндән һуң, — «Осоу һәм идара итеү динамикаһы» кафедраһы мөдире.
25 фән кандидаты һәм 7 фән докторы әҙерләй.
1972 йылдың 3 ғинуарында вафат була. Мәскәүҙә Головино зыяратында ерләнгән.
Библиография
үҙгәртергәСамолеттың аэродинамик характеристикаларын, самолеттың тотороҡлоғон һәм идара ителеүсәнлеген иҫәпләү буйынса хеҙмәттәре:
- Аэродинамический расчёт самолёта. — М.: Оборонгиз, 1938; 2-е изд. — 1947 (в соавт. с В. М. Титовым)
- Аэродинамика самолёта. — М.: Оборонгиз, 1942 (в соавт. с В. М. Титовым)
- Руководство для конструкторов. Том 1. Аэродинамика. Гидромеханика. Прочность. — М.: Издательство Бюро новой техники. 1943
- Продольная устойчивость и управляемость самолёта. — М.: Оборонгиз, 1943; 2-е изд. — 1951 (в соавт. с Г. С. Калачёвым)
- Аэродинамика самолёта: Учебник. — М.: Оборонгиз, 1957
- Динамика полёта. Траектории летательных аппаратов: Учебник. — М.: Оборонгиз, 1963; 2-е изд.- 1969 (в соавт. с И. В. Стражевой)
- Динамика полёта. Устойчивость и управляемость летательных аппаратов: Учебник. — М.: Машиностроение, 1965 (в соавт. с И. В. Стражевой)
- Список публикаций И. В. Остославского в международном электронном каталоге WorldCat 2020 йыл 24 февраль архивланған.
Хәтер һәм наградалары
үҙгәртергә- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (уларҙың береһе — 16.09.1945)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1943. ) - 3 дәрәжә Сталин премияһы (1943) — аэродинамик сифаттарын яҡшыртыу юлы менән самолеттарҙың тиҙлеген арттырыу ысулдарын эшләгәне һәм ғәмәлгә индергәне өсөн.
- 3-сө дәрәжә Сталин премияһы (1949) — Аэродинамик тикшеренеүҙәрҙең яңы алымдарын булдырғаны өсөн.
- 3 дәрәжә Сталин премияһы (1952) — «Продольная устойчивость и управляемость самолёта» уҡыу әсбабы өсөн (1951).
- Мәскәү авиация институ́тының 4-се корпусына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, бынан тыш был корпуста аудитория И. В. Остославский исеме менән аталған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ОСТОСЛАВСКИЙ Иван Васильевич // Большой Энциклопедический словарь. — 2000.
- На официальном сайте МАИ, каф. 106
- Осташев А. И., «Сергей Павлович Королёв — гений XX века» прижизненные личные воспоминания об академике С. П. Королёве — 2010г. М.: ГОУ ВПО МГУЛ. ISBN 978-5-8135-0510-2.